Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович (26.12.1846, Пермь губернаһы Турьинские рудники ҡсб — 15.7.1936, Мәскәү өлкәһе Удельная ҡсб, Мәскәү ҡ. Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән), тау инженеры. Император Санкт‑Петербург ФА академигы (1896, 1916 й. алып вице‑президенты, 1917—36 йй. СССР ФА президенты), профессор (1877)....

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ, ярыҡлы карст һыуҙары, ярыҡтар һәм бушлыҡтар буйлап карсланған тоҡомдарҙа (тоҙ, гипс, карбонатлы тоҡомдар) хәрәкәт иткән ер аҫты һыуҙары. К.һ. ер өҫтө һыуҙарының һарҡыуы, ер аҫты һыуҙарының сиктәш һыулы горизонттарҙан ағып сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. К.һ. химик составы башлыса һыу...

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, карстология, карсты, ш. уҡ уның ер өҫтөндәге сығанаҡтарын өйрәнеүсе инженерлыҡ геологияһы тармағы. К.ө.ғ. киң сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле 20 б. 80‑се йй. үҫеш ала; геохимия, гидрогеология, геотехника һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. К.ө.ғ. дөйөм, төбәк, инженерлыҡ‑төҙөлөш һ.б....

КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы

КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы [5.12.1917, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Аҡтаныш а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш районы) — 28.8.2015, Өфө ҡ.], геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1939) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда...

КВАРТЕР

КВАРТЕР, дүртенсел система (осор), кайнозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 1,8 млн йыл, хәҙерге заманғаса дауам итә (ҡара: Геохронология). Ж.Денуайе тарафынан 1829 й. айырып күрһәтелә. 2 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡыһы — плейстоцен һәм өҫкөһө — голоцен (яҡынса 10 мең йыл элек башланған,...

КВАРЦ, минерал

КВАРЦ (немецса Querklufterz — киҫеүсе юлаҡтар мәғдәне), окиселдар класы минералы; SiO2. Призматик кристалдар, тотош бөртөклө, йәшерен кристаллик, нәҙек сүсле һәм һарҡыу агрегаттар рәүешендә осрай. К. төрҙәре: ғәмәлдәге К., тридимит, кристобалит, коэсит һәм стишовит; йәшерен кристаллик структуралы төрҙәре —...

КВАРЦИТ, тау тоҡомо

КВАРЦИТ, метаморфик тау тоҡомо. Кварцтан (70—100%), төрҙәрен (мусковитлы, биотитлы, гематитлы, графитлы, гранатлы һ.б.) билдәләгән башҡа минералдарҙың ҡушылдыҡтарынан тора. К. структураһы гранобластлы; текстураһы массив, һыҙыҡлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Сағыу ал, ҡыҙыл‑көрән, алһыуыраҡ...

КЕЛЛЕР Борис Максимович

КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин ҡ. — 14.1.1997, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1962). Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкселегендә өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы...

КЕМБРИЙ

КЕМБРИЙ (латинса Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл. 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары...

КЕМБРИЙ АЛДЫ

КЕМБРИЙ АЛДЫ, протозой, криптозой, фанерозойҙан алда булған Ерҙең геологик тарихындағы бик ҙур этап. Ер ҡабығының боронғо ҡатлауҙарын һәм уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын кәүҙәләндерә. Яҡынса 3,5 млрд йыл дауам итә. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Ике акротемаға бүленә: аҫҡы К.а. — архей...

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ишембай р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1,2 км булған антиклиналь йыйырсыҡҡа тура килә. Ятыштары көмбәҙле, массив, көнсығышта тектоник һаҡланған. Әртә ярусының ярыҡлы эзбизташтарында нефть бар. Ултырмалар...

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы (1.1.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 18.1.2017, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982),...

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович (4.1.1939, Кисловодск ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлағандан һуң (1966) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү...

КИТМАНОВ Роальд Викторович

КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор ҡ. — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ...

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович (9.5.1952, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2003), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2006). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү...

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич (30.10.1958, БАССР‑ҙың Өфө районы Шаҡша ст. ҡсб, хәҙер Өфө ҡ. эсендә), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1980 й. алып Геология институтында эшләй: 1994 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 й. — магматизм һәм метаморфизм лабораторияһы...

КОВАЛЁВ Фёдор Иустинович

КОВАЛЁВ Фёдор Иустинович (1898 — 26.3.1954, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Фәнни эшмәкәрлеге баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арналған. К. Баймаҡ‑Бүребай свитаһын айырып күрһәтә; Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Таналыҡ‑Баймаҡ...

КОВАЛЕНКО Константин Иосифович

КОВАЛЕНКО Константин Иосифович (14.1.1912, Екатеринослав губернаһы Юзовка ҡсб — 23.11.1988, Мәскәү ҡ.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр кандидаты (1964). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан...

КОМАРОВ Владимир Леонидович

КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө ҡ.), геолог‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1972). Ҡазан университетын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз...

КОНГЛОМЕРАТ

  КОНГЛОМЕРАТ (латинса conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диаметры 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. менән һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары...