Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРОТЕРОЗОЙ

ПРОТЕРОЗОЙ (гр. próteros — ир‑тәрәк һәм zōḗ — тормош), п р о т е р о з о й  а к р о т е м а һ ы, кембрий алдының өҫкө бүлексәһе. Эраның башы — 2500±50, аҙағы — 535±1 млн йыл. 1887 й. инглиз геологы А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Рәсәй кембрий алдының стратиграфик шкалаһында аҫҡы һәм өҫкө П. айырыла,...

ПУЧКОВ Виктор Николаевич

ПУЧКОВ Виктор Николаевич (17.8. 1938, Тула ҡ.), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1978), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Коми филиалының Геология ин‑ты (Сыктывкар ҡ.) ғилми хеҙм‑ре, 1974 й. алып РФА Урал бүлексәһе...

ПУЧКОВ Лев Александрович

ПУЧКОВ Лев Александрович (5.7.1938, Сыуаш АССР‑ы Порецкое а. — 4.1.2021, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1974), профессор (1978). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре...

РАУЗЕР‑ЧЕРНОУСОВА Дагмара Максимилиановна

РАУЗЕР‑ЧЕРНОУСОВА Дагмара Максимилиановна (19.3.1895, Мәскәү — 12.6.1996, шунда уҡ), стратиграф‑микропалеонтолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1945), проф. (1962). СССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1965). 2‑се Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1918). Фәнни эшмәкәрлеге һуң палеозойҙың стратиграфияһы һәм...

РӘМИЕВТАРҘЫҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

РӘМИЕВТӘРҘЕҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ. Хәнифә Әлмөхәмәт ҡыҙы Рәмиева тәүге Р.а.п. хужаһы була, ул 1870 й. 30 ғин. Орск өйәҙе Бөрйән улусы аҫаба башҡорттары м‑н алтын сығарыу т‑да контракт төҙөй; 80‑се йй. Мөхәмәтсадиҡ Әбделкәрим улы (уның ире), 1890—1900 йй. улдары Мөхәмәтзакир һәм Мөхәмәтшакир Рәмиевтәр (ҡара:...

РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы

РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы [15.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны), — 6.4.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. канд. (1983). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1993), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972),...

РИЗУАНОВ Рәшит Ахмай улы

РИЗУАНОВ Рәшит Ахмай улы (10.5.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ-Миәкә р‑ны Байтимер а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны — 3.9.2013, Мәскәү), геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). СССР‑ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1982). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын (1956), МДУ‑ны (1967) тамамлаған. 1959 й. алып СССР ФА‑ның...

РИФ МАССИВТАРЫ

РИФ МАССИВТАРЫ, диңгеҙ бассейнында мәрйендәр, ылымыҡтар, строматопорҙар һ.б. организмдарҙың йәшәйеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән геол. ҡатламдар. Хәҙерге һәм боронғо Р.м. ҡалынлығы синхроник геол. ултырмалар ҡалынлығынан ҙурыраҡ. Яңғыҙ йәки диңгеҙ төбөндәге бер цоколдә үҫкән бер нисә Р.м. торған система...

РИФЕЙ

РИФЕЙ (лат. Riphaé montes — Рифей тауҙары, Уралдың боронғо исеме), Рәсәй кембрий алдының ҙур хроностратиграфик бүлексәһе. Башы — 1650±50 млн йыл, аҙағы — 600±10 млн йыл. Н.С.Шатский тарафынан айырып күрһәтелә (1945). М.И.Гарань, О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Б.М.Келлер, В.И.Козлов, А.В.Маслов, А.И.Олли...

РОГАЧЁВ Михаил Константинович

РОГАЧЁВ Михаил Константинович (21.1.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2000). Н.К.Кондрашёваның ағаһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) 1976— 2005 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй, 1992—94 йй. “ЛУКойл‑Урал” ЯСЙ (Өфө) ген. дир. урынбаҫары. 2005...

РОДОНИТ

РОДОНИТ (гр. rhódon), о р л е ц, силикаттар класы минералы, CaMn4[Si5O15]. Составына 30—46% MnO, 4—6,5% CaO, 45—48% SiO2 һәм магний, тимер, цинк ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, нурлы. Төҫө алһыуҙан алып сағыу ҡыҙылға һәм көрән‑ҡыҙылға тиклем; йыш ҡына...

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Александр Петрович

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Александр Петрович (18.8.1920, Һарытау губ. Арҡаҙаҡ а. — 12.12.2007, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1967), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1941) СССР Нефть сәнәғәте ХК‑ның Түб. Волга геол.‑разведка тресында геолог булып эшләй,...

РОЗАНОВ Леонид Николаевич

РОЗАНОВ Леонид Николаевич (16.12.1910, Екатеринодар ҡ. — 1984, Ленинград), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1956), проф. (1959). Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938). 1950—60 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, төбәк геологияһы лаб. етәксеһе, 1956 й. алып фәнни...

РЫСҠУЖА ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

РЫСҠУЖА ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. В.В.Голота, Г.М.Перминов (1991), В.Ф.Королёв (2001) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың асыҡ һәм ҡуйы һоро һыҙыҡлы һәм сыбар мәрмәр эзбизташтарынан ғибәрәт. Эзбизташтар...

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович (2.1.1930, Украина ССР‑ының Яңы Бубновка а. — 4.11.2020, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1980), РФ‑тың почётлы...

САФ АЛТЫН

САФ АЛТЫН, саф элементтар класы минералы, Au. Көмөш менән (43%‑ҡа тиклем) тәбиғи иретмә рәүешендә осрай. Составында баҡыр, тимер, ҡурғаш, һирәк осраҡта висмут, терегөмөш, ағалтын, марганец һ.б. ҡушылмалар бар. 43%‑ҡа тиклем родий (родит), 20%‑ҡа тиклем баҡыр (купроаурит), 4%‑ҡа тиклем висмут (висмутаурит),...

САФ БАҠЫР

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы, мүк кеүек; бүленде формалары: онтаҡ, конкрециялар, дендриттар, ярыҡтарҙы тултырыу фигуралары. Төҫө алһыу, һоро һәм сыбар йүгергән...

САФ КӨКӨРТ

САФ КӨКӨРТ, саф элементтар класы минералы, S. Составында селен һәм теллур ҡушылмалары бар. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, онтаҡ, сталактиттар һәм сталагмиттар. Төҫө һары, ҡыҙғылт, һоронан ҡараға тиклем; ялтырауығы ыҫмалалынан алып майлыға тиклем. Ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2080 кг/м3. С.к. вулкан лаваларынан,...

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк....

СӘЛИХОВ Делир Нурзада улы

СӘЛИХОВ Делир Нурзада улы (17.6.1938, Сталинабад ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1998). Тажик университетын тамамлаған (1960, Сталинабад ҡ.). 1961—2021 йй. Геология институтында: 1982—2008 йй. магматизм лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2007 йй. фәнни эштәр буйынса директор...