Список материалов
АЛЕВРОЛИТ
АЛЕВРОЛИТ (гр. aleuron — он һәм ...лит), ҡатҡан ултырма тау тоҡомо. 50%‑ы һәм унан да күберәге алеврит үлсәнешендәге (0,01—0,1 мм) минерал бөртөксәләренән тора. Ҡомташтар (ҡом) һәм аргиллиттар (балсыҡ) аралығындағы тау тоҡомо. Ватыҡ материал үлсәме буйынса (мм) эре (0,05—0,1), уртаса (0,025—0,05) һәм...
АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич
АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич (18.2.1938, БАССР‑ҙың Краснокама районы Арлан а. — 17.9.2008, Өфө ҡ.) геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Геология институтында эшләй (1992 й. алып лаборатория мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магматизм, метаморфизм, файҙалы ҡаҙылмаларҙы...
АЛЛОХТОН
АЛЛОХТОН (алло... һәм гр. chthón — ер), шарьяж, тектоник япма, наволок, напп, тәүге ятыш урынынан горизонталь йүнәлештә күскән тау тоҡомдары пластинаһы. Күсеү йыраҡлығы тиҫтәнән алып йөҙәрләгән км тиклем тирбәлә. Геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы менән айырылып тора. Уралда А. барлығы тураһындағы фараздар...
АЛМАС, минерал
АЛМАС, минерал, углеродтың куб формаһындағы кристаллы модификацияһы, C. Кристалдары октаэдр, тетраэдр, куб формаһында. Төҫһөҙ йәки төрлө кимәлдә һары, алһыу, йәшел, зәңгәр, күк, аҡ һәм һоро (ҡараға тиклем) төҫтәргә буялған. Үтә күренеүсән, ярым үтә күренеүсәнлеге йәки үтә күренмәүсән булыуы графит һәм...
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер...
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й....
АМФИБОЛДАР
АМФИБОЛДАР (грек телендәге amphibolos — аңлайышһыҙ), магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары буйынса магний‑тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит)...
АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо
АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы буйынса гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында...
АНГИДРИТ, минерал
АНГИДРИТ (грек телендәге an- — кире приставка һәм hydor — һыу), 1) сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек...
АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич
АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич (17.8.1955, Өфө), тау инженеры, нефтсе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1983 й. өлкән инженер, 1985 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап каф. мөдире....
АНДРЕСОН Борис Арнольдович
АНДРЕСОН Борис Арнольдович (3.1.1939, Краснодар крайы Тбилисский станицаһы — 3.5.2004, Өфөҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1999). БАССР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1961) Ҡаҙағстанда Аралсор нефть...
АПАТИТ
АПАТИТ (гр. apatē — ялған), фосфаттар класы минералы, Ca5[PO4]3(F, Cl, OH)2, составында марганец, стронций, магний, тимер, торий һәм ерҙәһирәк элементтар булыуы мөмкин. Кристалдары алты ҡырлы оҙонса призма, пластинка рәүешендә һәм энәле. Агрегаттары бөртөклө, ҡайһы берҙә бөрө һымаҡ, оолитлы. Төҫө күбеһенсә...
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Республиканың төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш райондарында һәм Удмурт Республикаһының көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км....
АРТЮШКОВА Ольга Викторовна
АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө районының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геология институтында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр,...
АРХЕЙ
АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ерҙең геологик тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары...
АСБЕСТ, минерал
АСБЕСТ (гр. asbestos — ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ), магний, тимер, өлөшләтә кальций һәм натрийҙың һыулы силикаттары класы минералдары. Структураһы сүсле, төҫө йәшкелт һоро, аҡ, зәңгәр; ялтырауығы ебәк һымаҡ. Ҡатылығы — 2—2,5; тығыҙлығы — 2500 кг/м3. Гигроскопик, юғары һығылмалы, яҡшы диэлектрик. Хризотил-А. һәм...
АСФАЛЬТ
АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда...
АҪЫЛ ТАШТАР
АҪЫЛ ТАШТАР, зәргәрлек эшендә ҡулланылған, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минералдар. Күпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы менән айырыла; матур саф төҫтә йәки төҫһөҙ була. А.Е.Ферсман һәм М.Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе...
ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы
ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Мәскәү тау институтын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлкәһенең Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комбинатында,...
ӘРТӘ ЯРУСЫ
ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы менән ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар,...