Список материалов
СЕРАВКИН Игорь Борисович
СЕРАВКИН Игорь Борисович (8.6.1935, Воронеж ҡ. — 4.1.2021, Өфө ҡ.), инженер‑геолог- разведкалаусы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). Воронеж университетын тамамлаған (1959). 1962 й. алып Геология институтында: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 й. башлап...
СЕРАФИМОВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
СЕРАФИМОВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. көнбайыш өлөшөндә Туймазы р-ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш киңлектәге антиклиналь ҡалҡыулығына тура килә. Оҙонлоғо 34 км, киңлеге 16 км. Ятыштары көмбәҙле, структуралы, структуралы-литологик. Бобрик горизонтының терриген ҡатламдары,...
СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. үҙәк өлөшөндә Өфө р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Благовещен уйпатлығы сиктәрендә, аҫҡы таш күмер һәм өҫкө девон ултырмалары буйлап Аҡтаныш‑Шишмә бөгөлөнөң борт өлөшө сиктәрендә урынлашҡан. Грабенға оҡшаш Сергей‑Дим бөгөлөнә тура килә. Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 7,5—8,5 км....
СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ
СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а у й п а т л ы ғ ы, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а а в л а к о г е н ы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. И.С.Огаринов (1957) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Субкиңлек йүнәлешле. БР‑ҙа С.‑А.б. төп өлөшө үҫешкән....
СЕРПУХОВ ЯРУСЫ
СЕРПУХОВ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Визе ярусында ята, башҡорт ярусы м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Серпухов ҡ. исеме м‑н аталған. БР‑ҙа диңгеҙҙәге карбонат һәм терриген‑карбонат ултырмаларынан тора. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар,...
СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ
СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийы көнбайыш битләүенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 3 участканан, йәки ятҡылыҡтан тора (төньяҡтан көньяҡҡа табан): Иҫке Сибай (1913 й. һоро тимер мәғдәне ер өҫтөнә сығып ятҡан урында асыла), Яңы Сибай (1939) һәм Һуҡыр ятыш (1952). Ятҡылыҡ риолит‑базальт...
СКВАЖИНА
СКВАЖИНА, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау һәм сығарыу, тау тоҡомдарының составын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен өйрәнеү, шартлатыу эштәрен башҡарыу өсөн Ер ҡабығында быраулау инструменты м‑н үткәрелгән цилиндрик яһалма көпшә. Тамағынан (ер өҫтөнә сығыу урыны), забойҙан (төбө), шахта үҙәгенән һәм башҡа элементтарҙан...
СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ
СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ киҫелештең геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, ятҡылыҡ үҙләштереүҙе контролдә тотоу, скважинаның техник торошон баһалау һ.б. өсөн скважинала тәбиғи йәки яһалма физик ҡырҙарҙың параметрҙарын үлсәүгә нигеҙләнә. Электр, магнит, радиоактив, термик, акустик, сейсмик, механик һ.б. ысулдар...
СНАЧЁВ Владимир Иванович
СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11.1955, Людиново ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Геология институтында эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. —...
СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы
СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы (30.8.1974, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2009), профессор (2018). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1996) Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда, 2004 й. алып БР ФА‑ның Нефттең химик механикаһы үҙәгендә өлкән ғилми хеҙмәткәр,...
СОПКО Павел Филиппович
СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы...
СОРАН СВИТАҺЫ
СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау...
СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ
СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑нында Инйәр й. һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Н.Н.Ларинов тарафынан асыла, эҙләнеү һәм разведка 1987—98 йй. үткәрелә. Башҡорт мегантиклинорийында ята. Генезисы б‑са түбән т‑ралы гидротермаль-метасоматик типҡа ҡарай. Плавик шпаты мәғдәнләнеү Соран төбәк һынылышы зонаһында...
СТРАТИГРАФИЯ
СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре)...
ТАТАР КӨМБӘҘЕ
ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге кристалл нигеҙҙә айырылған ҙур ыңғай тектоник структура. Башлыса Татарстан терр‑яһында һәм БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалҡыуҙың дөйөм контурҙары нигеҙ б‑са яҡынса билдәләнә; оҙонлоғо яҡынса 600 км, киңлеге 250 км. Нигеҙҙең...
ТАУ ТОҠОМДАРЫ
ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геологик есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т....
ТАУ ЭШЕ
ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү...
ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ
ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары...
ТАШ КҮМЕР
ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...
ТАШ ТОҘ
ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...