Список материалов
ЕР ТЕТРӘҮ
ЕР ТЕТРӘҮ, ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы б‑са тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген Е.т. айырыла. Е.т. энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла....
ЖДАНОВ Станислав Анатольевич
ЖДАНОВ Станислав Анатольевич (15.3.1942, БАССР‑ҙың Туймазы районы Соцгород эшселәр ҡсб, хәҙер Октябрьский ҡ.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), РФ‑тың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре (2010). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте...
ЖИВЕ ЯРУСЫ
ЖИВЕ ЯРУСЫ, девондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Эйфель ярусы һәм франс ярусы араһында урынлашҡан. Живе ҡ. (Төньяҡ Франция) районында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Ж.‑О.Госселе асыҡлаған (1880). Башҡортостанда Ж.я. ултырмалары ҡаҙылма организм ҡалдыҡтарын (брахиоподтар, мәрйендәр...
ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич
ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич (2.3.1884, Өфө ҡ. — 23.7.1952, Мәскәү ҡ.), геолог, петрограф. СССР ФА академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1909) 1940 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1921 й. алып геология һәм мәғдән ятҡылыҡтары...
ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы
ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы (9.10.1936, Өфө ҡ. — 30.12.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтында эшләй; 1987 й. алып РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары институтында...
ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы
ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.9.2014, Красноярск ҡ.], тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). Б.В. һуғышында...
ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович
ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, Санкт‑Петербург ҡ.), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. Санкт‑Петербург университетын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897)...
ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович
ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный...
ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич
ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының...
ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович
ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының...
ИВАНОВ Святослав Несторович
ИВАНОВ Святослав Несторович (3.2.1911, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.10.2003, Екатеринбург ҡ.), геолог. СССР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1970), геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1953). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Фәнни хеҙмәттәре металлогения, петрология, тау тоҡомдары...
ИВАНОВ Филипп Антонович
ИВАНОВ (Стихарев) Филипп Антонович (24.10.1871, Һарытау губернаһы Плана а. — 20.7.1957, Лондон ҡ.), тау инженеры. Урал тау училищеһын (Екатеринбург ҡ., 1894), Фрайберг тау академияһын (Германия, 1901), Петербург тау институтын (1906) тамамлаған. 1894 й. Ҡытау тау округы рудниктарында, 1901—05 йй. Германия,...
ИЛЬМЕНИТ
ИЛЬМЕНИТ (Көньяҡ Уралдағы Илмән һырты исеменән), оксидтар класы минералы, FeTiO3. Кристалдары пластинка рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө. Төҫө ҡара, ялтырауығы ярым металдан металға тиклем. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 4800 кг/м3, йәбешкәклеге юҡ; аҙыраҡ магнитлы. Акцессор минерал рәүешендә магматик...
ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ
ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған кире тектоник структура. Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай, Аҡтаныш-Шишмә бөгөлөнөң көнсығыш дауамы. Башлыса Ағиҙел депрессияһында киңлек йүнәлешендә һуҙылып, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтарында тамамлана. И.‑Т.б. көньяҡ ҡыры фамен ярусы ҡатламдары буйынса...
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ районында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф,...
ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы
ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы (4.3.1958, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып ғилми-тикшеренеү секторының нач. урынбаҫары, 1987 й. – нач., 1988—2007 йй....
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха,...
ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Башҡортостанда асылған тәүге углеводородтар ятҡылығы. Ишембай р‑нында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының көнбайыш ҡырында урынлашҡан аҫҡы пермдең 6 күмелгән барьерлы риф массивтары бәйләме булып тора. Оҙонлоғо 8,5 км, киңлеге 2 км тиклем. Әртә ярусы эзбизташтары нефть сығышлы....
ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы
ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964)...
ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы
ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы (13.7.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Бүләк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) “Башвостокнефтеразведка” тресының (Бөрө ҡ.) Балаҡатай үтә тәрән быраулау контораһы дизелсеһе, инженеры, өлкән инженеры, 1969—70 йй. “Союзнефтеавтоматика”...