Список материалов

ФОСФОРИТТАР
ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...

ЭЗБИЗТАШ
ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә....