Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ, Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшөндәге адм.‑терр. берәмеге. 2000 й. 13 майында ойошторола. Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Киров, Пенза, Ульяновск өлк.,...

ГАЙДУК Вадим Витальевич

ГАЙДУК Вадим Витальевич (6.7.1972, Өфө), политолог, юрист. Юридик ф. канд. (2002), сәйәси ф. д‑ры (2008). ӨДНТУ‑ны (1994), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1995 й. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә эшләй. 1996—2007 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.:...

ГАЛАНОВ Виктор Дмитриевич

ГАЛАНОВ Виктор Дмитриевич [11.10.1878, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 26.11.1937, Өфө], революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия-дәүләт эшмәкәре. Хеҙмәт Геройы (1924). 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1910). 1909 й. Өфө төрмәһендә, 1910—12 йй. Архангел губ....

ГАЛЛИ Джианшах Эседович

ГАЛЛИ Джианшах Эседович, Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (3.11.1894, Һарытау губ. Булыкча а. — 1938), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1909 й. алып Һарытау губ. эшләй: 1916 й. тиклем земство мәктәбендә уҡыта, 1918 й. башлап губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең коллегия ағзаһы,...

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович [1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) – 1937], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1914 –18). 1919 й. алып Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек нач., Приуральский хәрби округының сәйәси идаралығы нач. урынбаҫары. 1921 й....

ГЕРМАНИЯ

ГЕРМАНИЯ, Германия Федератив Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 357 мең км2. Баш ҡалаһы — Берлин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 81,8 млн кеше (2010), 91,5%‑ы — немецтар. Рәсми теле — немец теле. Диндарҙары — протестанттар (34%), католиктар (34%) һ.б. БР м‑н Г. араһындағы бәйләнештәр...

ГОРБАЧЁВ Михаил Сергеевич

ГОРБАЧЁВ Михаил Сергеевич (2.3.1931, Төньяҡ Кавказ крайы Привольное а.), СССР Президенты (1990 —91). МДУ (1955), Ставрополь а.х. ин‑тын (1967) тамамлаған. 1955 й. алып комсомол, 1962 й. — партия эшендә. 1966 й. башлап КПСС‑тың Ставрополь ҡала ком‑тының 1‑се секретары, 1968 й. — Ставрополь край ком‑тының...

ГРАЖДАНЛЫҠ

ГРАЖДАНЛЫҠ, физик шәхес м-н дәүләттең үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар бергәлегендә сағылдырылған тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше. Г. эйә булыу – шәхестең закон тарафынан танылған барлыҡ хоҡуҡтар һәм иректәр м‑н тулыһынса тәьмин ителеүе, ил эсендә, ш. уҡ унан ситтә уның яҡланыуы тәүшарты. БАССР‑ҙа Г. институты...

ГУВЕР Герберт Кларк

ГУВЕР Герберт Кларк (10.8.1874, Уэст-Бранч ҡ., АҠШ – 20.10.1964, Нью‑Йорк ҡ., тыуған ҡалаһында ерләнгән), АҠШ‑тың дәүләт эшмәкәре, эре сәнәғәтсе. Стэнфорд ун‑тын тамамлаған (1895). 1900 й. башлап Рус–Азия корпорацияһын, Халыҡ-ара Рәсәй синдикатын ойоштороусы. 1910 й. алып Ҡыштым тау заводтары йәмғиәтенең,...

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939, БАССР-ҙың Бөрйән р-ны Ғәлиәкбәр а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. РФ-тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын (1961), БАХИ‑ны (1972), КПСС ҮК‑һы эргәһендәге юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1977) тамамлаған. 1961 й. алып Бөрйән һәм Белорет р‑ндарында...

ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ

ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ, дәүләттең геральдика ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнгән һәм билдәле тәртиптә раҫланған рәсми эмблемаһы. БАССР-ҙа беренсе тапҡыр 1925 й. раҫлана (ҡара: Гербтар). Д.г. ғәмәлдәге һүрәте 1993 й. 12 окт. “БР-ҙың дәүләт гербы тураһында” БР Законы м-н раҫлана, авторы — рәссам Ф.Ф.Ислахов. БР Конституцияһы...

ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ

ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ, дәүләт хоҡуҡ һаҡлау системаһының ҡушма өлөшө. Д.и.о. эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошона ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм уларҙы асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Д.и.о. норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ‑тың...

ДӘҮЛӘТ СИМВОЛИКАҺЫ

ДӘҮЛӘТ СИМВОЛИКАҺЫ, Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлеген һәм тарихи-мәҙәни традицияларын, геогр. урынлашыу, иҡт., интеллектуаль ҡеүәте һәм рухи тормошо үҙсәнлектәрен сағылдырыусы рәсми символдар һәм эмблемалар йыйылмаһы. БР Конституцияһына ярашлы Д.с., 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының...

ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ

ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ, билдәле бер дәүләттә сәйәси, соц. һәм мәҙәни өлкәләрҙә интеграция бурысын үтәгән тел. РФ Конституцияһы (68-се статья) һәм 1991 й. 25 окт. “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре тураһында” РФ Законы (2002 й. 11 дек. төҙәтелгән) РФ-тың Д.т. тип урыҫ телен билдәләй, ш. уҡ РФ составындағы...

ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ

ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ, дәүләт гербы һәм дәүләт гимны менән бер рәттән дәүләттең рәсми символы. Башҡортостан Республикаһында БР-ҙың 1992 й. 25 февр. “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында” ғы Законы менән раҫланған. Авторҙары — О.Е.Асабина, У.Т.Мәсәлимов. БР Конституцияһына һәм БР‑ҙың 1999 й. 6...

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ, РФ‑тың һәм уның субъекттарының, РФ һәм уның субъекттары дәүләт органдарының, РФ Конституцияһы, РФ субъекттары конституциялары, федераль закондар, РФ субъекттары закондары м‑н федераль дәүләт органдары һәм РФ субъекттары дәүләт органдарының вәкәләттәрен туранан-тура башҡарыу өсөн булдырылған...

ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13.7.1925, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Хәйбулла а., хәҙер БР-ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр а. — 2017, Мәскәү ҡ.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1955 й. алып СССР ФА Башҡортостан филиалының...

ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ

ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ, тыуымға, үлемгә, ғүмер оҙайлығына, халыҡ миграцияһына тәьҫир итеп, халыҡтың тәбиғи артыу режимын һаҡлап ҡалыу йәки үҙгәртеү һәм оҙайлы перспективала күҙалланған күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсаттарында дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының дәүләттәге демографик процестарҙы көйләүгә...

ЖДАНОВ Андрей Александрович

ЖДАНОВ Андрей Александрович (14.2.1896, Екатеринослав губ. Мариуполь ҡ. — 31.8.1948, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1915 й. алып РСДРП ағзаһы. Ген.‑полк. (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып ВКП(б) ҮК, бер үк ваҡытта 1944 й. тиклем...

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ, дәүләт власының закондар ҡабул итеү вәкәләте бирелгән үҙ аллы тармағы (ҡара: Ҡануниәт), ш. уҡ был вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыусы дәүләт органдары системаһы. Башҡортостанда З.с.в. бурыстарын Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары,...