Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы (26.9.1972, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. канд. (2002). Г.В.Плеханов ис. С.‑Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1994) Бүребай тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләй (өҙөклөктәр м‑н; 2004—05 йй. ген. дир.). 1998 й. ғин.‑майында Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө ком‑тының ер кадастры...

ИЛЕШЕВ Илдус Ғөбәйҙулла улы

ИЛЕШЕВ Илдус Ғөбәйҙулла улы (17.5.1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Сирбай а.), политолог, дәүләт эшмәкәре. Филол. ф. канд. (1990), сәйәсәт ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ғ.Ш.Илешевтең улы. В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тын тамамлаған (1980). 1981 й. алып БДУ‑ла уҡыта....

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, уставында теркәлгән уртаҡ мәнфәғәттәрҙе яҡлау һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн берләшкән, граждандар инициативаһы м‑н ойошторолған коммерцияға ҡарамаған үҙ аллы идара итеүсе ирекле берләшмәләр. Юридик шәхес булараҡ теркәләләр йәки дәүләт теркәүенән тыш эш итәләр. Башҡортостанда...

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ. Йәштәр ойошмалары (ЙО) — уртаҡ эшмәкәрлек барышында уставта (положениела) күрһәтелгән дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы 14—30 йәшлек граждандарҙың йәмәғәт берекмәләре; ағзалар һаны сикләнгән. Йәштәр хәрәкәттәре (ЙХ) — йәштәрҙең ҙур төркөмөн, ҡайһы ваҡыт бер нисә...

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ, БР дәүләт власы органдарының йәш граждан дарҙың соц. формалашыуы һәм үҫеше өсөн соц.‑иҡт., хоҡуҡи шарттар һәм гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; уны тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдары, йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре, балалар ойошмалары ҡатнаша. Й.с. “Башҡортостан...

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы [1.6.1948, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Иҫке Йәнбәк а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 25.6.2018, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). БДУ‑ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2001) тамамлаған....

КОПСОВ Анатолий Яковлевич

КОПСОВ Анатолий Яковлевич (6.4.1942, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). РФ Берҙәм энергетик системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1992), СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1987). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан...

ҠАҘАҒСТАН

ҠАҘАҒСТАН, Ҡаҙағстан Республикаһы, Евразияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 2,72 млн км2. Баш ҡалаһы — Астана. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 16 млн кеше (2009): ҡаҙаҡтар (63,1%), урыҫтар (23,7%) һ.б.; 17,3 мең башҡорт йәшәй (2009). Рәсми тел — ҡаҙаҡ теле. Диндарҙары — мосолман, православие...

ҠАНУНИӘТ, хоҡуҡ акттары йыйылмаһы

ҠАНУНИӘТ, ошо дәүләттә эш итеүсе йәки ижт. мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер өлкәһен көйләүсе норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы (енәйәт, гражданлыҡ, ғаилә, хеҙмәт һ.б.). БР‑ҙың норматив хоҡуҡ акттары системаһына түбәндәгеләр инә: БР Конституцияһы, БР закондары, Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары,...

ҠАСАҠТАР

ҠАСАҠТАР, раса, гражданлыҡ, милләт, дин, ниндәй ҙә булһа соц. төркөмгә ҡарау йәки сәйәси инаныуҙар билдәләре б‑са эҙәрлекләнеү ҡорбанына әйләнеү хәүефе арҡаһында гражданы булып торған илдән сығып китергә мәжбүр булған кешеләр. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, кешелеккә ҡаршы енәйәттәр, сәйәси булмаған ауыр...

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. Башта ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡт., хоҡуҡи һәм соц. хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) һәм 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе б‑са резолюциялар...

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы (6.8.1953, Өфө), дипломат. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып Алеппо ҡ. (Сүриә) СССР Ген. консуллығы атташеһы, 1982 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 3‑сө секретарь, 1987 й. — Мысырҙа СССР илселегендә...

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторола. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 71 мең км2. Халҡы — 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт...

ҠЫТАЙ

ҠЫТАЙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР), Үҙәк һәм Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 9,6 млн км2. Баш ҡалаһы — Пекин. Дәүләт башлығы — рәйес. Халҡы — 1,3 млрд кеше (2010): хандәр (91,5%), маньчжурҙар, хуэйҙар һ.б. Рәсми тел — ҡытай теле. Диндарҙары — буддистар, даосылар һ.б. БР‑ҙың Ҡытай м‑н бәйләнештәре...

ЛАТВИЯ

ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге —...

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы (22.3. 1977, Өфө), политолог. Сәйәсәт ф. д‑ры (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1999). 2000 й. “Истоки” гәз., һуңынан ӨМЭПБ‑ның мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе. 2001 й. алып Өфөнөң Октябрь р‑ны хакимиәтендә эшләй. 2006 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт...

ЛИТВА

ЛИТВА, Л и т в а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 65,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9%), урыҫтар (5,4%), поляктар (6,6%) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва...

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, БР‑ҙың граждандарҙы дәүләт төҙөлөшөндә, иҡт., соц. өлкәне, фәнде, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙә, тәрбиә, уҡытыу эшендә, граждандарҙың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәртләндереүҙең дәүләт наградалары м‑н...

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының...

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Тверь, Ярославль, Владимир, Рязань, Тула, Калуга һәм Смоленск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Мәскәү. 1929 й. 14 ғин. ойошторолған. Составында 36 район, 77 ҡала, 70 ҡала тибындағы ҡасаба (2012). Үҙәк федераль округҡа инә. Майҙаны...