Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ, Башҡортостан Респ. дәүләт власы органдарының Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың төрлө яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге. М.с. БР Конституцияһына (1993), “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” (1991), “Мәғариф тураһында” (1992), “Мәҙәниәт...

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР, милли йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1995) РФ закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы ойошторолалар һәм эш итәләр. М.‑м.б. төп төрҙәре: автономиялар (ойоштороу нигеҙҙәре, хоҡуҡтары,...

МИРОВОЙ СУД

МИРОВОЙ СУД, Башҡортостан Республикаһының дөйөм юрисдикциялағы һәм Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһына ингән суд власы органы. М.с. БР‑ҙа РФ һәм БР Конституцияларына, “Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар тураһында” (1996, 1998), “Башҡортостан Республикаһында мировой судьялар тураһында” (1998)...

НИДЕРЛАНД

НИДЕРЛАНД, Н и д е р л а н д К о р о л л е г е (рәсми булмаған исеме Голландия), Көнбайыш Европалағы дәүләт, Төньяҡ диңгеҙ буйында урынлашҡан. Майҙаны — 41,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Амстердам. Дәүләт башлығы — король (королева). Халҡы — 16,9 млн кеше (2012): голландтар (80,8%), немецтар (2,4%), индонезиандар...

НОТАРИАТ

НОТАРИАТ (лат. notarius — секретарь), юридик көсө булған эшмәкәрлек аша граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итергә тейешле органдар системаһы. БР‑ҙа нотариаль эшмәкәрлек “Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәре” нә (1993) һәм “Нотариат тураһында” БР законына...

ОКРУГ СУДЫ

ОКРУГ СУДЫ, мировой судьялар (ҡара: Мировой суд) хөкөмөнә бирелә алмаған беренсе инстанция енәйәт һәм граждандар эштәрен ҡарай торған дөйөм юстицияның суд власы орга‑ ны; мировой судьялар съездары сығарған ҡарарҙарҙың законлы булыуын тикшереп, уларға ҡарата икенсе инстанция ролендә сығыш яһаған. Суд...

ОМСК ӨЛКӘҺЕ

ОМСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында Иртыш й. басс. урынлашҡан. Төмән өлкәһе, Ново‑ сибирск, Томск өлк., Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Омск ҡалаһы. 1934 й. ойошторолған (хәҙ. Төмән өлк. терр‑яһы, Ҡурған өлкәһенең һәм Свердловск өлкәһенең өлөштәре ингән), 1943 й. алып хәҙ....

ПАНТЮРКИЗМ

ПАНТЮРКИЗМ, нигеҙен төрки халыҡтарҙы бер милләткә берләштереү идеяһы тәшкил иткән ижт.‑сәйәси доктрина. 19 б. аҙ. төрки‑мосолман зыялылары мөхитендә яралған; йәдитселектә мәҙәни‑ағартыу этабының формалашыуы һәм барлыҡ төрки халыҡтарҙың мәҙәни һәм милли берҙәмлеге идеяһын күтәреп сыҡҡан И.М. Гаспринский...

ПОЛИТОЛОГИЯ

ПОЛИТОЛОГИЯ (гр. politiká — дәүләт йәки йәмәғәт эштәре һәм ...логия), сәйәсәт т‑дағы фән. П. бүлектәре: сәйәси тәғлимәттәр тарихы, сәйәсәт теорияһы, сәйәси системалар һәм уларҙың институттары, халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр, дәүләт‑адм. эшмәкәрлек һәм ойоштороу ҡарарҙары, власть мөнәсәбәттәре һәм федераль (милли),...

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ. БР Конституцияһының 87‑се статьяһының 24‑се пунктына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президенты (2015 й. алып — БР Башлығы) тарафынан үҙенең эшмәкәрлеген ойоштороу, хоҡуҡи яҡтан, мәғлүмә‑ ти‑аналитик, матди‑техник һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү өсөн булдырыла. 2014 й. 25 дек....

ПРОКУРАТУРА

ПРОКУРАТУРА (лат. procurare — хәстәрләү), енәйәт эштәрен асыҡтан‑асыҡ тикшереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт органдары системаһы. РФ П. эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”ғы законға (1992 й. 17 ғин.) ярашлы ғәмәлгә ашырыла. П. органдары бурыстарына енәйәт эштәре асыу һәм тәфтиш үткәреү,...

РЕФЕРЕНДУМ

РЕФЕРЕНДУМ (лат. referendum — иғлан ителергә тейешле хәбәр), туранан‑тура эш итеүсе демократия ин‑ттарының береһе, дәүләт йәки йәмғиәт әһәмиәтендәге мәсьәлә б‑са граждандарҙың туранан‑тура ихтыяр белдереүе. Р. дөйөм дәүләт (милли) һәм урындағы (локаль), конституцион һәм закон сығарыу, консультатив һәм...

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР. Сәйәси ойошмалар (СО) – йәмәғәт берекмәләре, бурыстарының береһе – йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу. Сәйәси хәрәкәттәр (СХ) – ғәҙәттә, аныҡ ойоштороу структураһы, теркәлгән шәхси ағзалары булмаған сәйәси маҡсатлы күмәк хәрәкәт; төрлө йәмәғәт берекмәләре эшмәкәрлегенең...

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР, граждандарға йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу һәм дәүләттең сәйәси курсын билдәләү мөмкинлеге биргән йәмәғәт берекмәләре. С.п. үҙ ағзаларының һәм партияның ҡараштарын яҡлаусыларҙың сәйәси ихтыярын сағылдыра, сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, дәүләт власы һәм урындағы...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында урынлашҡан. БР, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Силәбе ҡалаһы. 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһе составынан алынып, БАССР‑ҙың Арғаяш районын һәм Ҡоншаҡ районын (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы) ҡушыу...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ, Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙы мәҙәни- милли йәһәттән туплау, уларҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Силәбе ҡ. урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй, 2007 й. — “Башҡорт Ҡоролтайы” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы....

СКАУТИЗМ

СКАУТИЗМ (ингл. scout — разведчик), 7—21 йәшлек граждандарҙы тәбиғәтте танып белергә, һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм уйындарҙан торған мәктәптән тыш тәрбиә системаһы. Төп маҡсаты — шәхестең физик, рухи һәм аҡыл яғынан үҫешенә булышлыҡ итеү. 1907 й. Бөйөк Британияла нигеҙ һалына. Рәсәйҙә малайҙар__өсөн тәүге...

СОВЕТТАР

СОВЕТТАР, 1918—93 йй. РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа һәм РФ‑та дәүләт власының һайланған органдары. Дәүләт власының сәйәси нигеҙе. Революцион властың һайланма органдары булараҡ С. революция (1905—07) осоронда барлыҡҡа килеп, революция еңелгәндән һуң юҡҡа сығарылған. Революция (1917) ваҡытында бөтә урындарҙа ла берҙәм...

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ, студенттарҙың төрлө иҡтисад тармаҡтарында эшләү өсөн ойошторолған хеҙмәт берләшмәләре. Төҙөлөш, а.х., пед., медицина, экологик, соц., проводниктар, сервис һ.б. С.о. айырып йөрөтөлә. СССР‑ҙа студенттарҙың тәүге төҙөлөш отрядтары 1959 й. МДУ‑ла ойошторола. 70—80‑се йй. Бөтә Союз С.о....

СУВЕРЕНИТЕТ

СУВЕРЕНИТЕТ (нем. souveränität), властың өҫтөнлөклө һәм бойондороҡһоҙ булыуы. С. дәүләт (дәүләттең үҙ терр‑яһында сит ил власын тулыһынса кире ҡаҡҡан закондар сығарыу власы, башҡарма власы һәм суд власы), милли (милләттең тулы власлылығы һәм милли тормошоноң характерын билдәләү мөмкинлеге), халыҡ (халыҡтың...