Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУД ВЛАСЫ

СУД ВЛАСЫ, дәүләт власының хөкөм эшен ғәмәлгә ашырыу, контроллек итеү, хоҡуҡ нормаларына аңлатма биреү кеүек хоҡуҡтарға эйә булған үҙ аллы тармағы. С.в. судьялар, присяжныйҙар һәм арбитраж заседателдәр ярҙамында судтар тарафынан башҡарыла. Башҡортостанда С.в. функцияларын БР Конституция Суды, федераль...

СУД ПАЛАТАҺЫ

СУД ПАЛАТАҺЫ, 1864—1917 йй. Рәсәйҙә округ судтары өсөн апелляция инстанцияһы, округ судтары һәм мировой судьялар съездары (ҡара: Мировой суд) өҫтөнән күҙәтеүсе орган, дәүләт енәйәттәре б‑са эштәрҙе ҡараусы тәүге суд инстанцияһы. С.п. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнеп,...

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864)

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 60— 80‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар...

СУД СИСТЕМАҺЫ

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой...

СУДТАР

СУДТАР, енәйәт, граждандар һ.б. эштәрҙе ғәмәлдәге закондар һәм билдәләнгән процессуаль ҡағиҙәләр нигеҙендә ҡараусы дәүләт органдары. С. суд власын ғәмәлгә ашыра. Башҡорттарҙа хөкөм йола хоҡуғы нигеҙендә аҡһаҡалдар йыйыны, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң — бей, тархан һәм кенәздәр, һуңыраҡ...

ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР

ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары (2006). Башҡорт, урыҫ, татар һ.б. этник төркөмдәр тупланып йәшәгән ерҙәрҙә, йәки билдәле шәхестәр м‑н бәйле урындарҙа асыла. Т.‑м.ү. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдарына ярашлы ойошторола, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора....

ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ

ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ (European Charter for Regional or Minority Languages and Explanatory Report), 1992 й. 5 нояб. Европа Советының Министрҙар комитеты тарафынан ҡабул ителә. 1998 й. 1 мартында үҙ көсөнә инә. Преамбуланан һәм 15 статьянан ғибәрәт. Европа Советында...

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын...

ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы

ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7.3.1931, Мәскәү — 9.11. 2016, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Харьков пед. ин‑тын (1953), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Первомайск ҡ. урта мәктәбендә, 1954 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1955 й. башлап...

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ, ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы б‑са бәхәстәрҙе хәл иткән дәүләткә ҡарамаған органдар. Даими эшләгән (сауҙа палаталары, биржалар, эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар йәмәғәт берекмәләре тарафынан ойошторолоп, уларҙың ҡарамағында эшләй) һәм айырым бәхәсте хәл иткән (ике яҡтың...

ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ

ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Кострома, Киров өлк., Марий Эл, Сыуашстан һәм Мордовия респ., Рязань, Владимир һәм Иваново өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Түб. Новгород ҡ. (1932—90 йй. Горький ҡ.). 1929 й. 14 ғин. Түб. Новгород крайы булараҡ ойошторола,...

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ, тыныслыҡты һаҡлар һәм халыҡ‑ара бәйләнештәрҙе нығытыр өсөн төҙөлгән Башҡ. респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1972—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.ф. бүлексәһе булған, Тыныслыҡты һаҡлау комитеты һ.б. йәмәғәт берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Респ. Т.ф. 68 ҡала һәм район бүлексәһе эшләгән (1987)....

ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ

ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ, халыҡтар араһында тыныслыҡты, теләктәшлекте һаҡлауға булышлыҡ итеү, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсаты м‑н респ. йәмәғәтселеге вәкилдәренән ойошторолған Башҡ. респ. һайланма органы. Өфөлә 1970—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.һ.к. бүлексәһе булған, Тыныслыҡ фондының респ....

УЛУС СУДЫ

УЛУС СУДЫ, 1861—1917 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән суды органы. Башҡортостанда “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы булдырылған. “Улус суды тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр”гә ярашлы 1889 й. һәм 1912 й. үҙгәртелгән. Улус сходы тарафынан 4—12 судья 1 йылға һайлап ҡуйылған (1889 й. башлап 3 йылға). У.с. ағзалары...

ФЕДЕРАЛИЗМ

ФЕДЕРАЛИЗМ (фр. fédéralisme), дәүләтте терр‑я б‑са ойоштороу формаһы (ҡара: Федерация); РФ‑та дәүләт ҡоролошоноң нигеҙе; федератив дәүләт яҡлы булған сәйәси хәрәкәт. Ф. теорияһына нигеҙ һалыусы булып Иоханнес Альтузиус (1562—1638) иҫәпләнә. Рәсәйҙә Ф. идеялары 19 б. декабристарҙың, революцион демократтарҙың...

ФЕДЕРАЦИЯ

ФЕДЕРАЦИЯ (лат. foederatio — берлек), сәйәси‑терр. һәм милли дәүләт ҡоролошо формаһы. Сәйәси яҡтан үҙ аллы субъекттарҙан (штат, ер, округ, край, республика, өлкәләр һ.б.) торған дәүләт; уның нигеҙендә ике кимәлдәге власть, төрлө кимәлдәге власть органдары араһында вәкәләттәр м‑н хакимиәт даирәһен рациональ...

ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ

ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ, РФ Федераль Йыйылышының юғары палатаһы. “Рәсәй Федерацияһында этаплап үткәрелгән конституцион реформа тураһында”ғы указға ярашлы ойошторолған (1993). Ф.С. структураһы — “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында” РФ законына (2000), Ф.С. эшмәкәрлеге...

ФИНЛЯНДИЯ

ФИНЛЯНДИЯ, Ф и н л я н д и я Р е с п у б л и к а һ ы, Европаның төньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 338,1 мең км2. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше. (2012), 94%‑ы — финдар. Рәсми телдәр — фин һәм швед телдәре. Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре...

ФРАНЦИЯ

ФРАНЦИЯ, Ф р а н ц и я Р е с п у б л и к а һ ы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 551,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 66,4 млн кеше (2014), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел — француз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре...

ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ

ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, РСФСР-ҙа һәм СССР-ҙа 1918—38 йй. хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән почётлы исем. Тәүҙә пр-тие коллективтары, 1921 й. алып эшселәр йыйылышы тәҡдиме м-н губ. профсоюздар советтары, 1927 й. башлап СССР ҮБК Президиумы тарафынан бирелгән. Башҡортостанда В.Д.Галанов, Л.А.Галанова, Э.И.Корлейс,...