Список материалов
АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ
АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдарҙы өҫкө йөҙҙөң юғары теүәллеген һәм сифатын тәьмин итеүсе абразивтар — юғары ҡатылыҡлы матдәләр (саҡматаш, корунд, алмас, боразон, кремний карбиды, эльбор һ.б.) — м‑н ҡырып эшкәртеү. Ҡул м‑н йәки станоктарҙа (металл ҡырҡыу станоктары һ.б.) башҡарыла. А.м.э. шымартыу,...
АВИАТӨҘӨЛӨШ
АВИАТӨҘӨЛӨШ, машиналар эшләүҙең авиация өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе тармағы. БР сәнәғәтенең иң үҫешкән тармаҡтарының береһе. А. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. тура килә. Өфөгә Воронеж, Ленинград, Мәскәү, Ржев, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған авиация машиналары эшләү пр‑тиелары һәм КБ‑лары тармаҡҡа...
АВИАЦИЯ
АВИАЦИЯ (фр. aviation), 1) һауала хәрәкәт иткәндә күтәреү көсө булдырыу принцибын файҙаланыусы һауанан ауырыраҡ аппараттарҙа (самолёт, вертолёт һ.б.) осоу теорияһы һәм практикаһы. А. ерҙә файҙаланыу өсөн техник саралар, осоу аппараттары инә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. башынан авиатөҙөлөш үҫеш ала....
АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ
АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ, осоу аппараттарын хәрәкәткә килтереүсе һәм уларҙың системаларын хеҙмәтләндереүсе йылылыҡ двигателдәре. А.д. поршенле һәм газ турбиналы двигателдәргә бүленә. Башҡортостанда А.д. 20 б. 40‑сы йй. башынан етештерелә (ҡара: Авиатөҙөлөш). 1941—45 йй. 26‑сы з‑дта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү...
АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ
АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары...
АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ
АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ, авиация системаларының агрегатлау принцибы ярҙамында эшләнеүсе, бер‑береһен алмаштыра алыусы айырым ҡоролмалар рәүешендәге функциональ өлөштәре. Төп А.с.а. пилотаж‑навигация комплексы агрегаттары (ҡара: Авионика); фильтрҙар, форсункалар, оптик пирометрик үҙгәрткестәр,...
АВИОНИКА
АВИОНИКА (ингл. aviation electronics — авиация электроникаһы), осоу аппараттарының электрон приборҙары, ҡоролмалары, системалары һәм комплекстары йыйылмаһы. А. саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар т‑дағы...
АВТОБУС
АВТОБУС (нем. Autobus), пассажирҙар йөрөтөү өсөн капот йәки вагон тибындағы кузов м‑н йыһазландырылған күп урынлы (9 йәки унан да күберәк) автомобиль. Тәғәйенләнеше б‑са А. ҡала, ҡала-ара (туристик), урындағы бәйләнеш, махсус (вахта А.) һәм дөйөм тәғәйенләнешле; габариттары б‑са — микроавтобустарға,...
АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ
АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ, телефон селтәре абоненттарын автоматик рәүештә коммутациялау өсөн техник саралар йыйылмаһы. Телефон элемтәһе селтәрҙәрендә, һуңғы һәм транзит тоташтырыуҙарҙы башҡарған ваҡытта, абонент һәм тоташтырыу линияларын (элемтә каналдарын) күсереүҙе тәьмин итә. АТС составына түбәндәгеләр...
АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ
АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ, ҡатмарлы объект йәки процесс м‑н бирелгән маҡсатҡа ярашлы һәм объекттың хәҙ. торошо һәм тирә‑яҡ мөхит т‑дағы мәғлүмәтте эшкәртеү нигеҙендә идара итеү системаһы (системалағы функцияларҙың бер өлөшөн — анализ, планлаштырыу, идара итеү б‑са ҡарар ҡабул итеүҙе —...
АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ
АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ, ярым тағылма йәки тағылма (бер йәки бер нисә) м‑н эшләүсе автомобиль‑тартҡыс. Пассажир (тағылмалы автобус) һәм йөк А.п. айырып йөрөтөлә. А.п. файҙаланыу йөк күтәреүсәнлекте 1,5—2 тапҡырға арттырырға (тейешле хәрәкәтсәнлекте элеккесә һаҡлап ҡалып) һәм юлға сағыштырма йөкләмәне кәметергә,...
АГРЕГАТЛАУ
АГРЕГАТЛАУ (лат. aggrego — беркетәм), комплекслы ҡулланыу өсөн бер-береһен тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштыра алған үҙ аллы берәмектәрҙән йәки бер нисә машинанан агрегат төҙөү.
А. принцибы б‑са БР‑ҙа 1960—95 йй. станок агрегаттары һәм агрегат тибындағы станоктар (Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы),...
АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ
АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ, ағас материалдар етештереү процесы. 3 стадияға бүленә: ағас ҡырҡыу, әҙерләнгән ағасты сығарыу, түбәнге ағас сәнәғәте складындағы эштәр. А.ә. һәр бер стадияһы төп әҙерлек (технологик һәм күсереү) һәм ярҙамсы операцияларҙан тора. Технологик операция ваҡытында (урман ҡырҡыу, ағастарҙы ботаҡтарҙан...
АҒАС ӘЙБЕРҘӘР
АҒАС ӘЙБЕРҘӘР, ағастан йәки ағас материалдарҙан яһалған төҙөлөш деталдәре (тотош йәки йәбештерелгән бурса, таҡта һәм плита һ.б.), йыйыу берәмектәре (тәҙрә һәм ишек блогы, ағас бүлкә, кәртә һәм панель һ.б.), ағас панелдәрҙән йыйылмалы йорттар, мебель һ.б. Яһау технологияһы б‑са бер бурсалы, күп бурсалы...
АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР
АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР, ағастан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк һәм кәртәләүсе, етештереү ысулы б‑са тотош ағастан һәм елемләп йәбештерелгән А.к. айырыла.
20 б. 70—80‑се йй. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Н.А.Пискунов,...
АҒАС МАТЕРИАЛДАР
АҒАС МАТЕРИАЛДАР, ағастың тәбиғи физик төҙөлөшөн һәм составын һаҡлап ҡалып, ҡырҡылған ағасты арҡыры йә буй бысып алынған материалдар. Эшкәртелгән һәм эшкәртелмәгән, ылыҫлы һәм япраҡлы, эшкәртеү ысулы б‑са түңәрәк, ярылған, бысылған, һыҙырылған, йышылған, ваҡланған А.м. бүләләр. Буй ағасты (тамыр өлөшө,...
АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ
АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ, ағасты билдәле бер үлсәм һәм форма биреү маҡсатында эшкәртеү машиналары. Ҡырҡыу, йыйыу һәм биҙәү станоктары була. Ағас ҡырҡыу станоктары махсуслашыуҙары б‑са дөйөм тәғәйенләнешле һәм махсус; ағас эшкәртеү ысулына ҡарап — таҫма бысҡылы, түңәрәк бысҡылы, фрезерлау, йышыу, быраулау,...
АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ
АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ, аргументы бөтөн һан булған функцияның сикле айырмалары ингән тигеҙләмә. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған, тиң һәм тиң булмаған А.т. бүлеп йөрөтәләр. Биол., механик, иҡт. һ.б. процестарҙы һәм системаларҙы һүрәтләү өсөн ҡулланыла; күп үлсәмле А.т. (айырмалы схемалар) бүлендек сығарылмалы...
АКТУАР ИҪӘП‑ХИСАП
АКТУАР ИҪӘП-ХИСАП, страховкалау учреждениеһы м‑н страховкалаусы араһында үҙ‑ара мөнәсәбәт урынлаштырыусы матем. һәм статистик законлылыҡтар системаһы. А.и.‑х. страховка фондының барлыҡҡа килеү һәм сарыф ителеү механизмын математик формулалар ярҙамында сағылдыра.
Башҡортостанда страховка өлкәһендәге...
АЛГЕБРА
АЛГЕБРА (ғәр.), һан системаларының дөйөм үҙенсәлектәрен һәм тигеҙләмәләр ярҙамында мәсьәләләр сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнеүсе математика бүлеге. Арифметиканың төп операцияларын йомғаҡлау А. төркөм, һыҙыҡлы арауыҡ, майҙан, ҡулса, есем, идеал, модуль, Ли алгебралары кеүек төп төшөнсәләрен барлыҡҡа...