Список материалов
БӨТӨН ФУНКЦИЯ
БӨТӨН ФУНКЦИЯ, комплекслы үҙгәреүсәндең бөтә яҫылығында (бәлки, сикһеҙ алыҫлыҡтағы нөктәһенән башҡа) билдәләнгән аналитик функция. Бөтә яҫылыҡ буйлап сикләнә барған дәрәжәләр рәтенә тарҡала. Б.ф. миҫалдары: алгебраик күпбыуын, күрһәткесле функция. Гармоник анализда, спектраль теорияла, функциялар теорияһында,...
БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, эҙләнелгән функцияның бүлендек сығарылмалары ингән дифференциаль тигеҙләмәләр; математик физика тигеҙләмәләре. Гиперболик тигеҙләмәләрҙе, параболик тигеҙләмәләрҙе, эллиптик тигеҙләмәләрҙе һәм ҡатнаш типтағы тигеҙләмәләрҙе айырып йөрөтәләр. Газ динамикаһында, йылы үткәреүсәнлек...
БЫРАУЛАУ, инструмент
БЫРАУЛАУ, материалдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү төрө, уның барышында әйләнеп тороусы тишеүсе инструмент (бырау) ярҙамында төрлө диам. һәм тәрәнлектәге үтәнән-үтә һәм үтәнән-үтә булмаған тишектәр яһала. Б. ҡул инструменты м‑н йәки металл ҡырҡыу станогында башҡарыла. Б. процестарын фәнни өйрәнеү 20 б....
ВАГОС Павел Васильевич
ВАГОС Павел Васильевич (20.1.1912, Гродно губ., Песчанка а. – 9.10.1986, Өфө), конструктор. РСФСР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1973). Ленинград а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ленинградтың машиналар эшләү з‑дтарында эшләй. 1941 й. алып Өфөлә: 20-се почта йәшниге пр-тиеһында өлкән ғилми...
ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ
ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, машиналар эшләүҙә: баҫымы 0,1 Па алып 0,001 Па тиклем булған вакуумды файҙаланып, төрлө технологик процестарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Тәғәйенләнеше б‑са ионлы имплантация, төрлө өрҙөрөп буяу төрҙәре, термик эшкәртеү, электрон нурланышлы иретеп йәбештереү һ.б. өсөн В.ҡ. бүләләр....
ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР
ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР, төрлө материалдарҙан (металл, быяла, пластмасса һ.б.) яһалған деталдәрҙең өҫкө йөҙөн иондар шәлкемен, төрлө тығыҙлыҡтағы һәм энергиялы плазма ағымдарын файҙаланып вакуум ярҙамында эшкәртеү ысулдары йыйылмаһы. Өҫкө йөҙ ҡатламының химик составын үҙгәртеү (ионлы азотлау,...
ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ
ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ, математиканың бер йәки бер нисә функцияны һайлап алыуға бәйле үҙгәреүсән дәүмәлдәрҙең иң ҙур һәм иң бәләкәй ҡиммәттәрен табыу ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Механика, математика, иҡтисад һ.б. мәсьәләләрен (мәҫ., изопериметрик мәсьәләләр, оптималь идара итеү, геодезик һыҙыҡтарҙы табыу)...
ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович
ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович (26.9.1946, Өфө ҡ.), электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1995—2017 йй. иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире)....
ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович
ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович (24.7.1935, БАССР-ҙың Йәрмәкәй р-ны 1-се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Һыуыҡҡул а.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1986), проф. (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). МДУ-ны тамамлаған (1960), 1963 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре хисаплау...
ВАСИН Рудольф Алексеевич
ВАСИН Рудольф Алексеевич (11.8.1937, Иваново өлкәһе Вязники станцияһы ҡсб — 18.12.2019, Мәскәү ҡ.), механик. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1959). 1962 й. алып МДУ‑ның Механика ҒТИ‑нда эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1987 й. — төп, 1995 й. башлап баш ғилми...
ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы
ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы (13.1.1947, БАССР-ҙың Балтас р-ны Яңы Тимкә а. — 28.4.2018, Өфө, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫке Тимкә а. ерләнгән), физик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1973 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. 1998 й. алып БДАУ‑ҙа: 2000 й....
ВӘЛИЕВ Руслан Зөфәр улы
ВӘЛИЕВ Руслан Зөфәр улы (26.9.1949, Свердловск өлк. Лосиный ҡсб), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре. Урал политехн. ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1971). 1973 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй: 1980 й. “Тантал”...
ВӘЛИЕВА Аида Фәрит ҡыҙы
ВӘЛИЕВА Аида Фәрит ҡыҙы (4.5. 1960, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) “Кристалл” монтаж-технология идаралығында эшләй (Өфө). 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһы, матем. программалау, комбинаторлы оптимизациялау м‑н бәйле....
ВӘЛИЕВА Роза Ғүмәр ҡыҙы
ВӘЛИЕВА Роза Ғүмәр ҡыҙы (3.11. 1951, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Павловка а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 2008 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы динамик системалар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. В. ҡатнашлығында...
ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы
ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы (15.10.1950, Октябрьский ҡ.), геофизик. БР ФА академигы (2018), техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2012), БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Рен.А.Вәлиуллиндың...
ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы
ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы (30.12.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап теоретик физика каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре магнит...
ВЕРЁВКИН Александр Павлович
ВЕРЁВКИН Александр Павлович (23.2.1946, Чапаевск ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып — химик‑технологик процестарҙы автоматлаштырыу...
ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич
ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич (26.9.1955, Переславль-Залесский ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1994). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып лаборатория мөдире). 1987 й. башлап Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ҒТИ‑нда: Төмән филиалы дир., 1989 й. алып Көнбайыш...
ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич
ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич (12.8.1963, Ангарск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). Иркутск ун‑тын тамамлағандан һуң (1985) РФА‑ның Себер бүлексәһе Идара итеү теорияһы һәм системалары динамикаһы ин‑ты (Иркутск ҡ.) хеҙм‑ре, 1991 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2000 й. алып Математика ин‑тының...
ВЕРТОЛЁТ
ВЕРТОЛЁТ, күтәреү көсө һәм тартыуы бер йәки бер нисә йөрөтөүсе һауа винты ярҙамында барлыҡҡа килә торған осоу аппараты. Йөрөтөүсе винттарының һаны (бер, ике, күп винтлы) һәм уларҙың үҙ-ара урынлашыуы (бер күсәргә ултыртылған, буй, арҡыры), двигателдәренең һаны (бер, ике, күп двигателле), йөрөтөүсе винттары...