Список материалов
КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР
КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР, кеше һәм хайуандар ауырыуҙары төркөмө, уға башлыса тын алыу системаһының өҫкө бүлектәре (йотҡолоҡ өҫтө, тамаҡ, боғарлаҡ, үпкә көпшәһе) зарарланыуы хас. Сәбәптәре: вирустар, бактериялар, ш. иҫ. шартлы‑патоген микроорганизмдар, микоплазмалар һ.б. Кешенең К.р.а. араһында иң...
КОГАН Ольга Станиславовна
КОГАН Ольга Станиславовна (11.1.1959, Өфө), спорт медицинаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2013). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда, 1996 й. алып БДПУ‑ла эшләй. 2001 й. башлап Башҡ‑н физик культура ин‑тында: адаптив физкультура ф‑ты деканы, 2002 й. —...
КОНЪЮНКТИВИТ
КОНЪЮНКТИВИТ (лат. conjunctiva — күҙҙең тиресәһе), күҙ ҡабағының һәм күҙ алмаһының лайлалы тиресәһе шешеүе. К. йоғошло [бактериаль (тыуҙырыусылар — стафилококктар, стрептококктар, пневмококктар, хламидиялар һ.б.), вируслы (адено‑, пикорнавирустар, герпес төркөмдәре), бәшмәк, паразитар], аллергик, аутоаллергик,...
КУРОРТОЛОГИЯ
КУРОРТОЛОГИЯ (нем. Kurort — дауаланыу урыны һәм …логия), тәбиғи дауалау факторҙарын һәм уларҙы дауалау‑иҫкәртеү маҡсаты м‑н, ш. иҫ. шифахана‑курорт учреждениелары шарттарында, ҡулланыуҙы өйрәнеүсе медицина бүлеге. К. бальнеотерапияны, климат‑, пелоидотерапияны (шифалы ләм ҡулланыу), шифаханалар ойоштороу...
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ, күҙ алмаһы, уның өҫтәмәләре (күҙ ҡабаҡтары, күҙҙең тиресә шекәрәһе, күҙ йәше ағзалары) һәм күҙ соҡоро ауырыуҙары төркөмө. Патологик процесс үҫеше тупланған урындан сығып күҙ ҡабағы (блефарит, халазион, арпа һ.б.), тоташтырыусы туҡыма (конъюнктивит, паратрахома, трахома һ.б.), күҙ йәше...
ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы
ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы (16.7.1960, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Уръяҙы а.), хәрби табип. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). Мед. хеҙмәте полк. (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ГДР‑ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк мед. пункты һәм мед. хеҙмәте нач., 1989 й. алып Волга...
ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ
ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ, халыҡҡа мед. ярҙамы системаһы; донорҙарҙан ҡан алыу, уны әҙерләү, компоненттарға бүлеү, оҙайлы һаҡлау, ташыуҙы, стационарҙарҙа трансфузиологик ярҙам күрһәтеүгә (ҡара: Трансфузиология) контролде тәьмин итә, донорлыҡты пропагандалай.
1933 й. Өфөлә В.М.Романкевич етәкс....
ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ
ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә,...
ҠОРҺАҠ ТИФЫ
ҠОРҺАҠ ТИФЫ, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы — тирә‑яҡ мөхиттә бирешмәүсән Salmonella төркөмөндәге бактериялар. Һыу, аҙыҡ һ.б. аша ауырыуҙарҙан, бактерия йөрөтөүселәрҙән йоға. Бактериялар аш һеңдереү юлынан нәҙек эсәктең лимфа төйөндәренә үтеп инә, аҙаҡтан ҡан тамырҙары системаһына...
ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ
ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡ.а. тыуҙырыусы — Rhabdoviridae ғаиләһенә ҡараған вирус.
Кешеләге Ҡ.а. Ауырыған хайуандар аша (тешләнгәндә, йәрәхәтләнгән тирегә, ауыҙҙың, күҙҙең, танауҙың лайлалы тиресәһенә һеләгәй эләккәндә)...
ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна
ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна (26.5. 1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2009). РФ-тың (2012), БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 1989—92 йй. һәм 1994—2003 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, бер үк ваҡытта 2001 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...
ҠЫҘЫЛСА
ҠЫҘЫЛСА, кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы. Уны тыуҙырыусылар: РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән т‑раларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары т‑ра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100%-ы Ҡ. йоҡтора ала. Ауырыу һауа...
ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ
ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ, дауалау маҡсатында ҡымыҙҡулланыу. Ҡымыҙҙағы еңел үҙләштерелә торған аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар, туйындырылмаған май к‑талары һ.б. уның шифаһын билдәләй.
Ҡ.м.д. аш һеңдереү, тын алыу, ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар, йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм эндокрин системалары...
ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна
ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна (11.9.1922, Силәбе губернаһы Мейәс Заводы ҡсб — 11.9.2019, Өфө ҡ.), фармаколог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлаған...
ЛЕЙКОЗ
ЛЕЙКОЗ (гр. leuko†s — аҡ), електең ҡан яһалышы туҡымаларының шеш ауырыуҙары.
Кеше Л. Шеш тыуҙырыусы күҙәнәктәрҙең формаһына ҡарап киҫкен (лимфо‑, миело‑, моно‑, эритробласт һ.б.) һәм хроник (лимфо‑, миело‑, моноцитар, эритремия, миелом ауырыуы һ.б.) төрҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре...
ЛОҠМАНОВА Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы
ЛОҠМАНОВА Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы (1.1.1962, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а.), паразитолог. Мед. ф. д‑ры (2008). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). И.Х.Һиҙиәтовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1987 й. алып Өфөнөң 33‑сө поликлиникаһында эшләй. 1989 й. башлап...
ЛЯМБЛИОЗ
ЛЯМБЛИОЗ, кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу. Тыуҙырыусы — иңябайҙарҙыңLamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл м‑н (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.) йоға. Инкубация осоро 10— 15 көн. Төп симптомдары: метеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы,...
МАСТИТ
МАСТИТ (гр. mastoјs — имсәк, түш), һөт биҙенең шешеүе.
Кеше М. Специфик һәм специфик булмаған; киҫкен һәм хроник; бер яҡлы һәм ике яҡлы; интермаммар, субареоляр, ретромаммар М. айырыла. Сероз, инфильтрат һәм эренле формалары була. Йышыраҡ бала тапҡандан һуңғы осорҙа барлыҡҡа килә (82—87%‑та осрай)....
МЕДИЦИНА
МЕДИЦИНА, халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауға йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының...
МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ
МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, һаулыҡ һаҡлау һәм мед. фәне өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу системаһы. 18— 19 бб. Башҡортостан өсөн урта мед. кадрҙары Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшерҙар мәктәбендә; 19 б. табиптар Ҡазан ун‑тында әҙерләнә, унда йыл...