Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ, фәнни дисциплина, уның өйрәнеү предметы — кешенең психик эшмәкәрлегенең һәм тәртибенең физиол. нигеҙҙәре. П. кешенең системалы, нейрон, синаптик кимәлдәрҙә ҡабул итеү, иғтибар итеү, иҫтә ҡалдырыу, хис‑тойғолар һәм хәрәкәт әүҙемлеге процестарын тикшерә. Дөйөм, йәш б‑са, дифференциаль,...

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ (лат. púlmo — үпкә һәм ...логия), терапия бүлеге, унда тын алыу ағзалары (үпкә һәм тын алыу юлдары) ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы, клиник формалары өйрәнелә, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә. Уларҙы өйрәнеү түбәндәге төрҙәргә бүленә: cпецифик булмаған...

РАДИКУЛИТ

РАДИКУЛИТ (лат. radicula — тамырса), арҡа мейеһе нервылары тамырсаларының зарарланыуы арҡаһында ваҡыты‑ваҡыты м‑н көсәйә торған хроник ауырыу. Ауыртҡан урынына бәйле бил‑һигеҙгүҙ, муйын- күкрәк һәм муйын Р. айырыла. Үҫеш сәбәптәре: остеохондроз, тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре, умыртҡалыҡтың травмалары,...

РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы

РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы (20.2.1936, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ҡужабаҡ а. — 19.7.1998, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Туймазы р‑ны Күҙәй участка дауаханаһының баш табибы. 1966 й. алып БДМИ‑ла (1993 й. башлап урология...

РӘХМӘТУЛЛИНА Ирина Робинзон ҡыҙы

РӘХМӘТУЛЛИНА Ирина Робинзон ҡыҙы (8.3.1970, ТАССР‑ҙың Ҡыҙылъяр ҡсб), онколог. Медицина фәндәре докторы (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Сода” ААЙ‑ның (Стәрлетамаҡ ҡ.) медицина‑санитария бүлегендә эшләй. 1999 й. алып БДМУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2002—12 йй. диссертацион советтың ғилми секретары,...

РЕВМАТОЛОГИЯ

РЕВМАТОЛОГИЯ (гр. rheumatismојs — уҙыу һәм ...логия), тоташтырғыс туҡыманың, эске ағзалар һәм быуындарҙың системалы зарарланыуы хас булған ҡайһы бер ауырыуҙар төркөмөн (киҫкен ревматизм биҙгәге, ревматоид артрит, системалы склеродермия, системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы, дерматомиозит һ.б.) өйрәнгән терапия...

РЕСПУБЛИКА БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ

РЕСПУБЛИКА БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостан балаларына дауалау‑консультатив мед. ярҙамы күрһәтеү һәм респ. педиатрия хеҙмәтен ойоштороу- методик етәкселек итеү б‑са күп профилле махсус үҙәк; балаларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре б‑са мед. хеҙм‑рҙәрен әҙерләү...

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ №2

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ №2, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. БР дәүләт учреждениелары хеҙм‑рҙәренә мед. ярҙамы, ш. уҡ нервы системаһы ауырыуҙары булған балаларға махсус стационар ярҙам күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына берләштерелгән поликлиника (көнөнә 600 кеше ҡабул итә), ололар өсөн стационар...

САНИТАРИЯ АВИАЦИЯҺЫ

САНИТАРИЯ АВИАЦИЯҺЫ, махсусашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте; һауа һәм ер өҫтө санитария транспорт сараларын файҙаланып, алыҫ райондарҙағы халыҡҡа юғары квалификациялы ашығыс һәм планлы консультатив мед. ярҙамы күрһәтә (табиптарҙы, ҡан һәм уның компоненттарын, тиҙ мед. йөктәрен килтерә, ауырыуҙарҙы үҙәк...

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, санитария‑эпидемиология күҙәтеүе, санитария‑иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар эшләгән һәм үткәргәндәүләт органдары һәм учреждениелары системаһы. Өфө губ. С.‑э.х. земство медицинаһының бер структураһы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша башлай. 1910 й. өйәҙ һәм ҡала...

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы (19.9.1960, Сибай ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2010), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1983), 1990 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында уҡыта: 2013 й. башлап...

СӘСӘК

СӘСӘК, Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Кеше С. Натураль С. — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — РНК‑лы вирустар, тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. С. (был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда)...

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ, хроник, ҡабатланып торған ауырыу, ашҡаҙан йәки бөйән эсәгенең лайлалы тиресәһендә сей яра барлыҡҡа килеүе хас. С.я.а. хеликобактериаль инфекция м‑н ассоциацияланған һәм ассоциацияланмаған төрҙәргә; бер нисә ауырыу м‑н бергә барған, яңғыҙ һәм күмәккә айырып ҡарайҙар. Агрессияның дөйөм...

СИНУСИТТАР

 СИНУСИТТАР (лат. sinus — ҡыуышлыҡ), танауҙың лайлалы тиресәһенең, ҡайһы берҙә өҫтәмә ҡыуышлыҡтарының һөйәк көптәре шешеүе. Кеше С. Түбәндәге төрҙәргә айырыла: гайморит (өҫкө яңаҡ ҡыуышлығының шешеүе), фронтит (маңлай ҡыуышлығының шешеүе), этмоидит (рәшәткәле һөйәк күҙәнәктәренең шешеүе) һәм сфеноидит...

СИРИНГОМИЕЛИЯ

СИРИНГОМИЕЛИЯ (гр. syrinx — көпшә, көпшәле ҡыуышлыҡ һәм myelos — мейе), нервы системаһының башлыса арҡа мейеһе зарарланған мультифакториаль хроник дегенератив ауырыуы; унда ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеү, глия таралыу һәм яйлап көсәйә барыу м‑н характерлана. Ауырыу тыумыштан (генетик сәбәптәр арҡаһында,...

СИФИЛИС

СИФИЛИС, хроник, системалы ҡабатланып торған йоғошло ауырыу, башлыса енси юл аша йоға. Тыуҙырыусыһы — Treponema pallidum (төҫһөҙ трепонема). Инфекция көнкүреш йәки трансплацентар (тыумыштан бул- ған С.) юл м‑н йоғоуы мөмкин. Беренсел (6—8 аҙна), икенсел (2— 5 йыл) һәм өсөнсөл (бер нисә йылдан унлаған...

СКАРЛАТИНА

СКАРЛАТИНА (итал. scarlattina), киҫкен инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөнә ҡараған гемолитик стрептококк, тышҡы мөхит шарттарына тотороҡло, дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Йышыраҡ 3—10 йәштәге балалар ауырый. Типик (еңел, уртаса ауырлыҡта һәм ауыр) һәм атипик (юйылған, гипертоксик, экстрабуккаль)...

СКОЛИОЗ

СКОЛИОЗ (гр. scoliosis — кәкрәйеү), умыртҡалыҡтың фронталь, торсия м‑н, сагитталь һәм горизонталь йүнәлештәрҙә кәкрәйеп формаһы боҙолоуы. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре б‑са диспластик (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы), тыумыштан (умыртҡаның үҫеш аномалияһы), нейро‑мускул (үҙәк нервы системаһы...

СОКОЛОВТАР

СОКОЛОВТАР, табиптар. Николай Иванович С. (1809—1859, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1865 йәки 1870), лекарь. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1836). Төньяҡ Кавказда табип булып хеҙмәт иткән, Ырымбур губ. Троицк__өйәҙе Мейәс ҡасабаһы (хәҙ. Мейәс ҡ.) пр‑тиеларында эшләгән. Уның улы Яков Николаевич С. (1854—1919, Бәләбәй...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....