Список материалов
ҮПКӘ ЭМФИЗЕМАҺЫ
ҮПКӘ ЭМФИЗЕМАҺЫ, үпкәләрҙең патологик торошо, һауа арауығының сикке бронхиолаларҙан алыҫта киңәйеүе һәм артабан альвеола стенкаларының деструктив үҙгәреүе м‑н ҡылыҡһырлана; хроник обструктив үпкә ауырыуының бер сағылышы. Патогенезы б‑са Ү.э. беренсел (тыумыштан һәм нәҫелдән килгән) һәм икенсел (хроник...
ҮТ ТАШЫ АУЫРЫУЫ
ҮТ ТАШЫ АУЫРЫУЫ, үт ҡыуығында (холецистолитиаз) һәм (һирәгерәк) үт юлдарында (холелитиаз) таш барлыҡҡа килеүгә бәйле ауырыу. Ү.т.а. үҫеш сәбәптәре: матдәләр алмашыныу (холестерин, углевод һ.б.), үттең ағышы боҙолоу, үт тулышыу, үт юлдарында һәм үт ҡыуығында шешеү процестары, паразитар ауырыуҙар (аскаридоз,...
ФАЗЛЫЕВ Марат Мөҙәрис улы
ФАЗЛЫЕВ Марат Мөҙәрис улы (8.5.1967, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1992), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта (2002 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында), бер үк ваҡытта БР б‑са ЭЭМ‑дың мед.‑санитария бүлеге госпитале начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге гематология,...
ФАРМАКОГНОЗИЯ
ФАРМАКОГНОЗИЯ (гр. phármakon — дарыу һәм gnósis — белем), дарыуҙар яһау өсөн үҫемлектәр һәм хайуандарҙан алынған дарыу сеймалын, уларҙың беренсел эшкәрткәндән һуңғы ҡайһы бер продукттарын (эфир майҙары, һөт һымаҡ һуттар, ыҫмалалар һ.б.) өйрәнгән фән. Сифат һәм һан анализы, сеймалды әҙерләү, һаҡлау һ.б....
ФАРМАКОЛОГИЯ
ФАРМАКОЛОГИЯ (гр. pharmakon — дарыу һәм ... логия), дарыуҙарҙың кеше һәм хайуандар организмына тәьҫирен өйрәнеүсе фән. Дөйөм һәм айырым Ф. айыралар. Фарм. химия, фармакогнозия,фармация, токсикология, физиология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле.
Медицина Ф. 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла И.А.Лерман етәкс....
ФАСЦИОЛЁЗ
ФАСЦИОЛЁЗ, кешенең һәм хайуандарҙың башлыса гепатобилиар системаһын һәм эсәктәрен зарарлай торған паразитар ауырыу. Тыуҙырыусылары: Fasciola hepatica (бауыр имгесе) һәм Fasciola gigantica һ.б. трематодалар. Тыуҙырыусының сығанағы — тышҡы мөхиткә паразиттың йомортҡаларын бүлеп сығарған ауырыу хайуандар...
ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы
ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы (28.7. 1960, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Арыҫлан а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 1990 й. алып Шишмә үҙәк район дауаханаһында, 1993—95 йй. — ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 1998 й. — 8‑се дауаханала (икеһе...
ФӘЙЕЗОВА Лариса Петровна
ФӘЙЕЗОВА Лариса Петровна (14.7. 1952, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге хроник панкреатиттың иммунопатогенезында һәм уның диагностикаһын...
ФӘРХЕТДИНОВА Ләйлә Морат ҡыҙы
ФӘРХЕТДИНОВА Ләйлә Морат ҡыҙы (3.1.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2016). М.А.Камалетдиновтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Өфөнөң 21‑се дауаханаһында, 1985 й. алып Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһында, 1986—94 йй. Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы...
ФИЗИОЛОГИЯ
ФИЗИОЛОГИЯ (гр. phýsis — тәбиғәт һәм ...логия), бөтөн организм һәм уның өлөштәре: системалары, ағзалары, туҡымалары һәм күҙәнәктәренең йәшәү эшмәкәрлеге процестары т‑дағы фән. Тикшереү объекттары б‑са кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр Ф. бүленә.
Кеше Ф. 20 б. 30‑сы йй. БДМИ‑ла Н.С.Спасский етәкс. дизентерия...
ФИЗИОТЕРАПИЯ
ФИЗИОТЕРАПИЯ (гр. phýsis — тәбиғәт һәм терапия), дауалау, иҫкәртеү, реабилитациялау маҡсаттарында файҙаланыу өсөн тәбиғи һәм яһалма булдырылған физик факторҙарҙың кеше һәм хайуандар организмына тәьҫирен өйрәнгән клиник медицина һәм ветеринария өлкәһе. Ф. мед. физикаһы, кибернетика, молекулалар физиологияһы,...
ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы
ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы (14.7.1950, Ишембай ҡ.), нейрохирург. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2002). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУ-һындағы мед.-санитария бүлегенең Ишембай берләштерелгән дауаханаһында,...
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы файҙаланыу т-да эмпирик белем йыйылмаһы. Башҡорттарҙың Х.м. Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына...
ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы
ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17.8.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а.), ортопед‑травматолог. Мед. ф. д‑ры (1982). ТАССР‑ҙың атҡ. табибы (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956)...
ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы
ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (26.11.1949, Октябрьский ҡ.), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1985 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р һәм иммунология лаб. мөдире), 1992 й. — Өфөнөң 8‑се дауаханаһында...
ХӘСӘНОВ Әнүәр Ғиниәт улы
ХӘСӘНОВ Әнүәр Ғиниәт улы (1.2. 1954, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Асҡын үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире булып...
ХӘСӘНОВ Радмир Әнүәр улы
ХӘСӘНОВ Радмир Әнүәр улы (15.10. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Елембәт а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1996). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). РФ Журналистар союзы (2016), Яҙыусылар союзы (2017) ағзаһы. БДМИ‑ны (1981), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ‑н филиалын (Өфө, 2000) тамамлаған....
ХИМИОТЕРАПИЯ
ХИМИОТЕРАПИЯ (химия һәм терапия), яман шеш күҙәнәктәренең йәшәүгә һәләтлеген туҡтата торған шешкә ҡаршы химиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау. Моно-(бер препарат м-н дауалау) һәм полихимиотерапия (бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле бер нисә препарат м-н дауалау); адъювант (беренсел шеште хирургик...
ХИРУРГИЯ
ХИРУРГИЯ (гр. cheir – ҡул һәм ergon – ғәмәл, эш), хирургия ауырыуҙарын өйрәнгән һәм операциялар эшләү алымдарын, ысулдарын эшләгән медицина һәм ветеринария өлкәһе.
Медицинала Х. Дөйөм, факультет, оператив,госпиталь һәм хәрби-ялан Х. айырыла. Х. бүлектәре: абдоминаль, торакаль, эренле ауырыуҙар, миниинвазив,...
ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ
ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, дөйөм дауалау саралары м-н бер рәттән оператив (хирургик) ҡатнашыу кәрәк булған кеше һәм хайуандарҙың ауырыуҙары. Башлыса хирургик дауалауҙы талап иткән (травмалар, организмдың йәшәү функцияларын боҙған үҫеш кәмселеге һәм тыумыштан килгән ауырыуҙар, йомшаҡ туҡымаларҙың һәм эске...