Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘХМӘТЙӘНОВА Эльмира Хәмит ҡыҙы

ӘХМӘТЙӘНОВА Эльмира Хәмит ҡыҙы (29.8.1959, Өфө),терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1986 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла, бер үк ваҡытта 1999—2000 йй. Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда. Фәнни эшмәкәрлеге...

ӘҺЛЕТДИНОВ Эдуард Феликс улы

ӘҺЛЕТДИНОВ Эдуард Феликс улы (13.10.1974,БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Первомайск ҡсб), биохимик. Мед. ф. д‑ры (2011).БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхиттәге тотороҡло органик бысратыусыларҙың организмдағы биохимик процестарға һәм ир‑егеттәрҙең репродуктив функцияһына...

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ, ауырлы ҡатындарға бала тапҡансы, бала тапҡанда һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙа, ш. уҡ яңы тыуған балаларға квалификациялы мед. ярҙамы күрһәтеүсе стационар тибындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Үҙ аллы йәки күп йүнәлешле һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структура бүлеге булараҡ эшләй....

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1980 й. ҡала балалар пульмонология шифаханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып — респ. балалар пульмонология шифаханаһы, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә....

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ, балалар ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм хирургик дауалау алымдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Респ. фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр аппендицитты (ш. иҫ. перитонит м‑н ҡатмарлашҡанын) диагностикалау...

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ (лат. balneum—һыу инеү һәм терапия), тәбиғи йәки яһалма минераль һыуҙар ҡулланып дауаланыу. Минераль һыуҙарҙың дауалау тәьҫире уларҙа бром, иод, магний һ.б. иондары, углекислый газ, сероводород, азот, тиҙ тарҡалыусан радиоактив матдәләрҙең (радон) булыуына бәйле. Минераль һыуҙарҙы ваннала,...

БАУЫР ЦИРРОЗЫ

БАУЫР ЦИРРОЗЫ, бауыр туҡымаһының фиброз тоташтырғыс туҡыма йәки строма м‑н кире ҡайтмаҫлыҡ итеп алмашыныуы м‑н билдәләнгән көсәйә барыусы хроник ауырыу. Килеп сығышы б‑са ағыулы йоғонто (алкоголь, дарыу һ.б.), С һәм В гепатиттарым‑н ауырыу, бауырҙан үт сығыу юлдарының боҙолоуы (билиар) арҡаһында барлыҡҡа...

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ, баш мейеһе травмаһы һөҙөмтәһендә баш мейеһе эшмәкәрлегенең кинәт боҙолоуы. Б.м.һ. булғанда үҙәк нервы системаһында микроструктур (күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кимәлдә морфол. үҙгәрештәр, айырым нейрондар араһында бәйләнештең ваҡытлыса юғалыуы күҙәтелә. Төп симптомдары: ҡыҫҡа ваҡытҡа...

БӘҘРЕТДИНОВ Рәмил Рафаил улы

БӘҘРЕТДИНОВ Рәмил Рафаил улы (17.1.1958, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Йыланыш ҡсб), курортолог. Мед. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (2006), БР‑ҙың атҡ. табибы (1992), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2004), РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны (1982), БДАУ‑ҙы (1996) тамамлаған....

БЕШЕҮ

БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы) һәм электр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Б. зарарланыу ауырлығына (1‑се, 2‑се, 3‑сө А, 3‑сө Б, 4‑се дәрәжә), шарттарына (производство,...

БИОХИМИЯ

БИОХИМИЯ (био... һәм химия), биологик химия, организмдар составына инеүсе химик матдәләрҙе, уларҙың төҙөлөшөн, таралышын, үҙгәрешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Өйрәнеү объекттары б‑са кеше Б., хайуандар Б., үҫемлектәр Б. һәм микроорганизмдар Б. айырыла. Кеше Б. Башҡортостанда биохимик тикшеренеүҙәрҙең...

БОҒАҠ

БОҒАҠ, ҡалҡан биҙенең патологик ҙурайыуы. Морфологик билдәләре б‑са — диффуз (биҙҙең тигеҙ ҙурайыуы), төйөрлө (биҙҙең айырым урындары ҙурайыуы һәм тығыҙланыуы), ҡатнаш (тығыҙ урындарҙың бөтә биҙҙең диффуз ҙурайыуы м‑н бергә барыуы); ҡалҡан биҙенең функциональ әүҙемлеге б‑са — тиреотоксик (юғары), гипотиреоид...

БОТУЛИЗМ

БОТУЛИЗМ (лат. botulus — тултырма), кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Б. тыуҙырыусылар — Clostridium botulinum бактериялары, ҡайнатыуға сыҙамлы споралар барлыҡҡа килтерә, споралар анаэроб шарттарҙа (консервалағанда һ.б.) токсин (оло кеше өсөн үлемесле дозаһы — 0,3 мкг) тыуҙырыусы вегетатив...

БРОНХИАЛЬ АСТМА

БРОНХИАЛЬ АСТМА, тын алыу юлдарының хроник шешеү ауырыуы. Еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге; экзоген һәм эндоген Б.а. һ.б. айыралар. Б.а. барлыҡҡа килеүенә генетик бирешеүсәнлек, көнкүреш (туҙан, йорт хайуандары ҡауырһыны һәм йөнө, үҫемлектәр һеркәһе һ.б.) һәм производство (химик матдәләр, төтөн һ.б.)...

БРОНХИТ

БРОНХИТ (гр. bronchos — боғарлаҡ, трахея), бронхыларҙың шешеүе. Кешелә Б. үҙ аллы һәм юлдаш сирбулараҡ осрай. Б. киҫкен һәм хроник, катараль һәм обструктив төрҙәргә айырыла. Б. үҫешенә вируслы һәм бактериаль инфекциялар, химик матдәләр йоғонтоһо, танау аша тын алыуҙың боҙолоуы, өшөү, тәмәке тартыу һ.б....

ВАБА

ВАБА (гр. cholera), кешенең үтә хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡараған киҫкен инфекцион ауырыуы. В. тыуҙырыусы — Vibrio choleraе бактерияһы, киптереүгә, ҡайнатыуға, дезинфекция саралары тәьҫиренә һиҙгер. Ауырыу барышы ауырлығының 4 клиник дәрәжәһе бар, вибрион йөрөтөүсәнлек булыуы ихтимал. В. тыуҙырыусы...

ВАЛЕОЛОГИЯ

ВАЛЕОЛОГИЯ (лат. valeo — сәләмәт булыу һәм ...логия), кеше һаулығы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырған факторҙар т‑дағы фән. Йәш б‑са, мед., пед., һөнәри, соц., экологик һ.б. төрҙәргә бүленә. Мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына ҡарата организмдың сыҙамлылығын арттырыу өсөн уның резервтарын өйрәнә. Биология,...

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна (12.3.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), ультратауыш диагностикаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (1990 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ВАСКУЛИТ

ВАСКУЛИТ (лат. vasculum — тамыр), ваҡ ҡан тамырҙарының көбө шешеү. Тәрән һәм өҫкө В. айырыла. В. барлыҡҡа килеүгә инфекцион ауырыуҙар, дарыу препараттарына үтә ныҡ һиҙгерлек, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аҙыҡ м‑н ағыуланыу, травма һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары:...

ВАФИН Альберт Закир улы

ВАФИН Альберт Закир улы (6.7.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Баймаҡ р-нының Түбә участка дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Ставрополь мед. акад. уҡыта (1990—2011 йй. госпиталь...