Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович (25.8.1962, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БР-ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып дауалау ф‑ты деканы, 2005 й. — хирургик ауырыуҙар һәм дипломдан һуң белем биреү ин‑тының яңы...

ҒӘЛИМОВ Шамил Нариман улы

ҒӘЛИМОВ Шамил Нариман улы (2.11.1960, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге кире экологик факторҙар йоғонтоһонда организмдың репродуктив функциялары боҙолоуының гормональ-метаболик механизмдарын һәм генетик маркерҙарын тикшереүгә...

ҒӘЛИМОВА Венера Үзбәк ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Венера Үзбәк ҡыҙы (6.2.1950, Үзбәк ССР‑ы Ҡолған‑Даръя а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың (2005) һәм БР- ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда, 1987 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (Өфө; 1990 й. башлап...

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы (7.4.1963, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 1988 й. тиклем һәм 1990 й. алып (бүлек мөдире) Көньяҡ Урал т. юлының Троицк ст. үҙәк т. юл дауаханаһында, 1997—2006 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2002 й....

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы (20.5.1959, Өфө), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1986—87 йй. Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында эшләй, 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың тын...

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы (20.3.1938, Силәбе ҡ. — 2015, Өфө ҡ.), патофизиолог. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Төмән медицина институтында эшләй; 1967—2008 йй. — БДМУ‑ла: 1972 й. тиклем лаборатория мөдире, 1982—2001...

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы (14.2.1961, Өфө), клиник лаборатор диагностика табибы, биохимик. Мед. ф. д-ры (2001), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1999 й. — биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире, 2003 й. башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының лаборатор...

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы (3.5.1974, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). Л.Т.Ғилметдинованың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1997), 2001 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге хирургик һәм урологик профилле ауырыуҙарҙы реабилитациялау, бауыр яралары өҫтөн перитонизациялау өсөн клиник‑эксперименталь аллотрансплантант...

ҒИЛМЕТДИНОВА Лира Тәлғәт ҡыҙы

ҒИЛМЕТДИНОВА Лира Тәлғәт ҡыҙы (23.4.1953, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а.), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2000) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй. 1981 й. алып БДМУ‑ла: 2000 й. — мед. реабилитацияһы...

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы (5.6.1937, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1979). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РСФСР- ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлаған (1961). 1964 й. алып Һамар мед. ин‑тында эшләй (1985 й. башлап лаб. диагностика м‑н фундаменталь һәм клиник биохимия...

ҒИМРАНОВ Мансур Ғимран улы

ҒИМРАНОВ Мансур Ғимран улы [13.8.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күгәрсен-Бүләк а. (БР-ҙың Шаран р‑ны) — 8.1.2009, Өфө], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949)...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Ренат Рәмил улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Ренат Рәмил улы (10.6.1973, Өфө), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1996) 2000 й. тиклем ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, бер үк ваҡытта 4‑се бала табыу йортонда (икеһе лә — Өфө) эшләй. 2001 й. алып Мәскәүҙә: Рәсәй халыҡтар дуҫлығы ун‑тында, 2005 й. —...

ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы

ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы (26.11.1942, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Сындәүләт а.), хирург. Мед. ф. д-ры (1987), проф. (1987). РФ-тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың (2002) һәм БССР-ҙың (1991) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1973 й. тиклем Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләй...

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. —...

ДАРЫУҘАР

ДАРЫУҘАР, ауырыуҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау һәм ауырға ҡалыуҙы булдырмау өсөн ҡулланылған матдәләр. Химик синтез ысулдары м‑н йәки биотехнологиялар ярҙамында кеше йәки хайуан ҡанынан, ағзаларынан һәм туҡымаларынан, микроорганизмдарҙан, үҫемлектәрҙән һәм минералдарҙан алына. РФ‑та Д. дәүләт...

ДАРЫУХАНАЛАР

ДАРЫУХАНАЛАР(гр. apothеkе — склад), дарыуҙарҙы, гигиена әйберҙәрен һәм башҡа мед. тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуҙы ғәмәлгә ашырған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Өфөлә 1787 й. — тәүге Б.Миллерҙың хосуси Д., 1807 й.  хөкүмәт Д. асыла. 1880 й. Өфөлә һәм 1881 й. Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге земство Д. (ҡара:...

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм...

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар...

ДАУАХАНАЛАР

ДАУАХАНАЛАР, халыҡҡа стационар ярҙам, поликлиникаһы булғанда дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Д. терр. принцип б‑са – респ. (өлкә), ҡала, үҙәк район, район, участка, линия (һыу һәм т. юл транспортында); күрһәткән хеҙмәт төрҙәре б‑са – күп профилле, махсуслаштырылған...

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, халыҡҡа поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа, диспансерҙарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында, ауыл фельдшер‑акушерлыҡ пункттарында, сәнәғәт пр‑тиеларының һаулыҡ һаҡлау пункттарында, ашығыс медицина ярҙамы станцияларында, ш. уҡ мед. хеҙм‑рҙәре...