Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИНВАЛИДЛЫҠ

ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу...

ИНСУЛЬТ

ИНСУЛЬТ (лат. insultus — өйәнәк), баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, мейе туҡымаһының үлеүенә килтерә. И. мейе функцияларының ҡапыл боҙолоуы йәки юға- лыуы (24 сәғәттән ашыуыраҡҡа) һәм сығанаҡлы неврологик һәм (йәки) дөйөм мейе симптомдары хас. И. төрҙәре: ишемик (мейе инфаркты), мейене...

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет...

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич (23.5.1923, Пермь ҡ. — 31.5.1977, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1955 й. тиклем санитария‑эпидемиология ст. (Коркино ҡ.) лаб. мөдире булып...

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы (19.6.1964, Энгельс ҡ.), психофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2006). Полиция полк. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып хәрби табип, полктың мед. пункты нач., 1991 й. — Асҡын...

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й....

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы (23.10.1966, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й....

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович (12.3.1873, Вятка ҡ. — 1942, Һарытау ҡ.), земство табибы, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Император Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1898) Ҡазан губерна земство дауаханаһында эшләй, 1900 й. алып Ырымбур, Омск ҡҡ. т. юл табибы. 1906 й. башлап 1‑се Дәүләт думаһы...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы (4.8.1932, Өфө — 29.2.2004, Мәскәү), физиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). И.Х.Ишмөхәмәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1959 й. тиклем Тирлән участка...

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы (6.5.1946, Өфө), фтизиоуролог. Мед. ф. д‑ры (1999). А.Ҡ.Йәғәфәровтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 1973 й. алып “Глуховская” шифаханаһында (1975 й. — баш табип урынбаҫары), 1978 й. — С.‑Петербург фтизиопульмонология ҒТИ‑нда эшләй:...

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ, кеше һәм хайуандарҙа йөклөлөктөң нормаль барышын боҙоусы патологик хәлдәр һәм ауырыуҙар. Кешенең Й.п. түбәндәге төрҙәре була: гестоз (ауырлы ҡатындарҙың һары һыу ауырыуы, нефропатия, преэклампсия, эклампсия), экстрагениталь патология фонындағы йөклөлөк (йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы,...

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ, йөрәк һәм унан башланған эре ҡан тамырҙарының урын торошонда һәм морфологик структураһында (клапандар, тишектәр, ҡыуышлыҡтар араһындағы бүлгеләр) норманан ситкә тайпылыштар. Й.е. тыумыштан булған, тормошта барлыҡҡа килгән һ.б. төрҙәргә айырыла. Тыумыштан булған Й.е. сәбәптәре:...

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ (гр. ischo — туҡтатам һәм haima — ҡан), коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы һәм йөрәк мускулы (миокард) ишемияһы (кислород етешмәүе) м‑н характерланған йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуы. Асыҡланыуы һәм миокард ишемияһы эҙемтәләренә бәйле кинәт коронар үлем, стенокардия, миокард инфаркты,...

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы (16.7.1961, Өфө ҡ.), кардиолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). РФ‑тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023), БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Республика кардиология диспансерында эшләй: 2000 й. алып баш...

КАРДИОЛОГИЯ

КАРДИОЛОГИЯ (кардио...һәм ...логия), медицинаның йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы төҙөлөшөн һәм функцияларын, ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарының сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник формаларын, уларҙың диагностикаһын, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. К. проблемалары б‑са...

КАРДИОХИРУРГИЯ

КАРДИОХИРУРГИЯ (кардио... һәм хирургия), хирургияның ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, оператив дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһында йөрәк яралары (Н.‑Ғ.Н.Байтирәков), 50‑се йй. башында ҡыҫыусы перикардит (А.К.Шипов),...

КАТАЕВ Валерий Алексеевич

КАТАЕВ Валерий Алексеевич (23.9.1964, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1987), 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1991—93 йй. фарм. ф‑ты деканы урынбаҫары, 1999 й. алып Төбәк дарыуҙар сифатын контролләү үҙәге дир., 2007 й. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. төп ғилми хеҙм‑р,...

КАТАРАКТА

КАТАРАКТА (гр. katarrhaktēs — шарлауыҡ), ҡараҡылау, күҙ яҫмығының өлөшләп йәки тотош тоноҡланыуына бәйле күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән К. айыралар; ябай һәм өҙлөгөүле К. була; тоноҡланыуҙарҙың урынына һәм формаһына ҡарап капсуляр, алғы һәм артҡы поляр, үҙәк К. айыралар....

КЕРАТИТ

КЕРАТИТ (гр. кeras — мөгөҙ), күҙ мөгөҙсәһенең шешеүе. К. йоғошло (бактериаль, вируслы, бәшмәк һ.б.), травматик, аутоиммун, нейропаралитик һ.б. төрҙәргә бүләләр. Ябай герпес һәм аденовирустар, ш. уҡ бактериялар (кокктар) тыуҙырған йоғошло К. таралған. Контакт, гематоген юлдар аша һәм йәрәхәтләнгән ваҡытта...

КИЙКО Юрий Ильич

КИЙКО Юрий Ильич (7.6.1942, Владивосток ҡ.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2002). РФ‑тың атҡаҙанған табибы (1999), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). БДМИ‑ны тамамлаған (1965), 1967 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1971 й. алып ғилми секретарь). 1977 й. башлап Мәскәү ҡ.: 47‑се...