Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР, төп сылбырында ароматик, гетероароматик фрагменттар булған һәм кардалы фталид төркөмсәле һыҙыҡлы полимерҙар. Юғары термототороҡло (tтарҡалыу 440°С һәм юғары), йылыға сыҙамлы (tбыялаланыу 180°С һәм юғары), 200°С тиклем т‑рала һыу, концентрациялы һелте эретмәләре, аммиак, тоҙ к‑таһы...

ПОЛИАЦЕТИЛЕН

ПОЛИАЦЕТИЛЕН, [—CH=CH—]n, цис‑, транс‑конфигурацияларҙа икеләтә бәйләнешле эйәртеү системаһы булған һыҙыҡлы полимер. Ҡара төҫтәге онтаҡ, һоро төҫтәге күҙәнәкле материал, алтын йәки көмөш төҫтәге плёнка. Аморф (тығыҙлығы 780 кг/м3), кристаллы (790—1160 кг/м3, кристалл үлсәме 2—5 нм), эре кристаллы (1150—1200...

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД, [—CH2— —CHCl—]n, винилхлорид полимеры. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 10—150 мең, тығыҙлығы 1350—1430 кг/м3, кристаллашыу дәрәжәһе 8—10%, tбыялаланыу 75—80°С, ағыусанлыҡ т‑раһы 150— 220°С. Ағыулы түгел, янмай, дихлорэтанда, тетрагидрофуранда, диметилформамидта, циклогексанонда һ.б. эрей,...

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН, [—СН2— —С(СН3)2—]n, изобутилен полимеры. Түбән (мол. м. 5—50 мең; ҡуйы шыйыҡса) һәм юғары (мол. м. 70 меңдән юғары; эластомер) молекуляр П. айырыла. Ағыулы түгел, тиҙ тоҡаныусан, газ һәм парҙы насар үткәрә, йылыға һәм яҡтылыҡҡа тотороҡло. Күп кенә эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей,...

ПОЛИИЗОПРЕН

ПОЛИИЗОПРЕН, [—СН2—С(СН3)= =СН—СН2—]n, изопрен полимеры. 6 стереоизомеры бар: цис‑, транс‑конфигурацияларҙа 1,4‑, 1,2‑, 3,4‑П. Тәбиғәттә 1,4‑цис‑П. (тәбиғи каучук), 1,4‑транс‑П. (балата, гуттаперча) рәүешендә осрай. Мол. м. 5 мең — 2 млн, тығыҙлығы 910—920 кг/м3, tбыялаланыу —70°С яҡын, тигеҙ tиреү...

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ (поли... һәм конденсация), өҫтәмә түбән молекуляр матдәләр (һыу, галогенлы водород, спирт һ.б.) бүленеп сығыу м‑н барған би‑ йәки полифункциональ берләшмәләр тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә полимерҙар барлыҡҡа килеү процесы. Гомо‑ (1 йәки 2 мономер төрө ҡатнаша) һәм со‑ (2‑нән күберәк) П.;...

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР, а д г е з и в т а р, төрлө материалдарҙы уларҙың өҫкө йөҙөндә һәм елем ҡатламында адгезив бәйләнеш барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә тоташтырыу (йәбештереү) һәләтенә эйә булған полимерҙар йәки полимер барлыҡҡа килтергән матдәләр нигеҙендәге композициялар. Килеп сығышы б‑са тәбиғи хайуан (альбумин,...

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР, ҡалынлығы 0,3 мм тиклем булған полимерҙарҙың тотош ҡатламы. Ориентирланмаған (изотроп), бушаҡ һәм ике нигеҙгә ориентирланған П.п. айырыла. Химик, термик, радиацион сыҙамлылыҡҡа, юғары диэлектрик, оптик, т‑раға ярашлы киңәйеү‑тарайыу һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булырға тейеш. Бер ҡатлылары...

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ, бер төрлө структуралы полимерҙарҙың һәм һәр мономер быуында (П.с. үҙәктәре) асимметрик тетраэдр углерод атомы, икеләтә бәйләнеш йәки цикл тирәләй арауыҡта урынлашҡан (конфигурация) төрлө урын алмаштырыусыларҙың булыу күренеше. Тәбиғәттә П.с. полипептидтар, аҡһымдар, нуклеин...

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ, полимерҙарҙан изделиелар эшләүҙең технологик операциялар комплексы, был ваҡытта макромолекулалар ориентацияһы һәм молекуланан юғары структуралар барлыҡҡа килеү м‑н уларҙың деформацияһы хасил була. П.э. баҫымға (материалдың тығыҙланыуы, тейешле форма биреү, осоусан продукттарҙың...

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР, полимерҙарҙа үтә ныҡ ваҡланған һәм уларҙың молекуляр структураһын үҙгәртмәгән химик матдәләр. Тәғәйенләнеше б‑са антиоксиданттар, ‑озонаттар, ‑пирендар, ‑радтар, ‑статиктар, күбекләндергес һәм тиксотроп агенттар, лубриканттар (майҙар), модификаторҙар, йомшартҡыстар, тултырғыстар,...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ, түбән молекуляр һәм (йәки) олигомер матдәләрҙе (пластификаторҙар, эластомерҙар өсөн — йомшартҡыстар) индереү юлы м‑н полимерҙарҙың һығылмалылығын, үҙлелеген күтәреү. П.п. төп шарты — полимер м‑н пластификаторҙың термодинамик тап килеүе; ҡайһы ваҡыт сикләнгән тап килгән...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, эшкәртеү, һаҡлау, ҡулланыу шарттарында полимерҙың йәки полимер материалдың деструктив факторҙар йоғонтоһона (йылылыҡ, яҡтылыҡ, кислород, озон, механик көсөргәнеш һ.б.) тотороҡлоғон арттырыу ысулдары йыйылмаһы. Химик (полимерҙарҙың иҫкереүенә килтергән химик процестарҙың...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ, полимерҙар эшкәртеү, файҙаланыу, һаҡлауҙа файҙалы үҙенсәлектәр комплексын юғалтыу м‑н барған процестар йыйылмаһы. Физик һәм химик, структураһы боҙолоу факторҙарының төрөнә ҡарап — термик, фото‑, радиацион, окисланыу, озонлы һ.б. П.и. айыралар. Химик П.и. — ионлы (агрессив мөхиттә...

ПОЛИМЕРЛАШЫУ

ПОЛИМЕРЛАШЫУ, мономер молекулаларын актив үҙәккә эҙмә‑эҙлекле тоташтырып юғары молекуляр берләшмәләр алыу процесы; сылбырлы реакция, кинетик сылбырҙың үҫеше макромолекуланың материал сылбыры үҫеше м‑н оҙатыла. Мономерҙар һанына ҡарап гомо‑ (1) һәм со‑ (2 һәм унан да күберәк) П., актив үҙәк тибы б‑са...

ПОЛИОЛЕФИНДАР

ПОЛИОЛЕФИНДАР, олефиндарҙың гомо‑ һәм сополимерҙары. Төҙөлөшөнә, мономер төрөнә бәйле α‑олефин һәм эске икеләтә бәйләнешле олефин полимерҙары, түбән (С2—С4) һәм юғары (С5 һәм юғары) олефиндар, һыҙыҡлы һәм тармаҡланған төҙөлөшлө, алифатик, алициклик, ароматик һәм икеләтә бәйләнештә булған башҡа урын...

ПОЛИПИПЕРИЛЕН

ПОЛИПИПЕРИЛЕН, пиперилен полимеры. Мол. м. 200 мең—1,5 млн, tбыялаланыу яҡынса —50°С, асыҡ һары төҫтә, ҡушылмалары юҡ. Пипериленды массала, эретмәлә (ароматик углеводородтарҙа катализаторҙар — литийалкилдар ҡатнашлығында), эмульсияла полимерлашыу юлы м‑н алалар. Комплекслы стереоспецифик катализаторҙарҙа...

ПОЛИПРОПИЛЕН

ПОЛИПРОПИЛЕН, [—СН2— —СН(СН3)—]n, пропилен полимеры. СН3‑төркөмдәренең арауыҡта урынлашыуына ҡарап изотактик (мол. м. 700 мең тирәһе, кристаллашыу дәрәжәһе 73—75%) һәм атактик (мол. м. төрлөсә, аморф) П. айыралар. Төҫһөҙ термопласт, тығыҙлығы 920— 930 кг/м3, tиреү 175°С, ағыулы түгел, һыу, күп эреткестәр...

ПОЛИСТИРОЛ

ПОЛИСТИРОЛ, [—СН2—СН(С6Н5—]n, һыҙыҡлы төҙөлөшлө стирол полимеры. Төҫһөҙ, ҡаты термопласт, мол. м. 30—500 мең, полимерлашыу дәрәжәһе 600—2500, ағыусанлыҡ индексы 2—30, тығыҙлығы 1050 кг/м3, tбыялаланыу 93°С. Мономерҙа, кетондарҙа, ҡатмарлы эфирҙарҙа, ароматик һәм хлорлы алифатик углеводородтарҙа, көкөртлө...

ПОЛИСУЛЬФИДТАР

ПОЛИСУЛЬФИДТАР, (—R—Sm—)n дөйөм формуланың (бында R — алифатик радикал) төп сылбырында көкөрт күп булған полимерҙар. Көкөрт атомының һанына ҡарап полиорганилмоносульфидтар, ‑дисульфидтар, ‑тетрасульфидтар, ‑полисульфидтарҙы айыралар. П. шулай уҡ сульфид төркөмөндә 2 йәки 4 көкөрт атомы, алифатик радикалда...