Список материалов
САХАРОЗА
САХАРОЗА, ҡамыш йәки сөгөлдөр шәкәре, иң мөһим дисахаридтарҙың береһе; үҫемлектәрҙең резервтағы матдәһе. Фотосинтез барышында барлыҡҡа килә, япраҡта, һабаҡта, тамырҙа, сәскәлә, емештә туплана. Төҫһөҙ кристалдар (15 төрө билдәле, формаһы кристаллашыу процесының шарттарына бәйле), һыуҙа яҡшы эрей, поляр...
СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ
СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның яҡынса 18%‑ын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандың 80—90%‑ы) каталитик процесс файҙаланыла. Органик булмаған синтезда — көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы...
СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ
СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ, производство йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынты һыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...
СИНТЕТИК БУЯУҘАР
СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан...
СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ
СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, фармакол. активлыҡ күрһәткән һәм дарыуҙар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән химик берләшмәләр. Органик булмаған һәм органик С.д.б. айырыла. Органик булмаған С.д.б. Д.И.Менделеев периодик системаһы төркөмдәре б‑са классификациялана (мәҫ., водород перекисы С.д.б. VI төркөмөнә ҡарай),...
СИНТЕТИК КАУЧУКТАР
СИНТЕТИК КАУЧУКТАР, резина алыуҙа ҡулланылған эластомерҙар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле С.к. айырыла. С.к. айырым төркөмдәре: һыуҙағы дисперсиялар (латекстар), шыйыҡ (резинаға оҡшаш материалдар барлыҡҡа килтереп ҡатыусы олигомерҙар), тултырылған (тултырғыстар һәм пластификаторҙар...
СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ
СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәге синтетик карбон к‑талары. Туйындырылған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидроксиһәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының...
СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ
СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡурҡынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар),...
СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ
СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ, мотор яғыулығының бер төрө; ҡаты яғыулыҡтарҙың термохимик тарҡалыуы йәки газификацияһы м‑н алынған һәм эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатышмалары. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (күбеһенсә һоро күмер, янар һәүерташ, һирәгерәк таш күмер, торф) 3 стадиялы...
СМОГ
СМОГ (ингл. smog), ҙур ҡалаларҙа, сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның антропоген ташландыҡтар м‑н ныҡ бысраныуы. Ҡышҡы (лондон) — төтөн һәм сәнәғәт газ ҡалдығы ҡушылмаһы булған ҡуйы томанды (нигеҙҙә, көкөрт диоксидлы), йәйге (лос‑анджелес) — юғары концентрациялы зәһәр газ һәм аэрозолдәр япмаһын (нигеҙҙә, озон...
СОДА
СОДА, күмер к‑таһының натрий тоҙҙарының техник атамаһы. Кальцинирланған сода, кристаллик (натрий карбонаты кристаллогидраттары, тығыҙлығы 1250 кг/м3), сәй, йәки аш С. (натрий гидрокарбонаты, тығыҙлығы 2200 кг/м3) айырыла. Каустик сода — натрий гидроксидының техник атамаһы. Натрий гидрокарбонаты — төҫһөҙ...
СОПОЛИМЕРҘАР
СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны...
СОРБЦИЯ
СОРБЦИЯ (лат. sorbeo — һеңдерәм), ҡаты матдәләр, шыйыҡса тарафынан (сорбент) тирә‑яҡ мөхиттән төрлө газдарҙы, шыйыҡсаларҙы (сорбат йәки сорбтив) һеңдереү. Абсорбция (шыйыҡ сорбенттың матдәне тотош күләме м‑н һеңдереүе), окклюзия (газ мөхитенән ҡаты матдәне йәки иретмәне тотош масса м‑н һеңдереү), адсорбция...
СПИРТТАР
СПИРТТАР, туйындырылған (алкоголдәр), туйындырылмаған (енолдар), углерод атомдарының ароматик ҡулсаһы (фенолдар) молекулаларында 1 йәки бер нисә гидроксил (ОН) төркөмлө углеводород сығарылмалары. С. өсөн ИЮПАК номенклатураһы б‑са (метанол, этанол һ.б.), тривиаль (метил спирты — ағас, этиллы‑шарап һ.б.)...
СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР
СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия) тора. Сығышы б‑са тәбиғи (аҡһымдар, гуттаперча, нуклеин кислоталары, тәбиғи каучук һ.б.) һәм синтетик (полибутадиен, полиизопрен, полипропилен...
СТЕРЕОХИМИЯ
СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә хираллек (ҡара: Изомерҙар), конфигурация (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы), конформация (молекулаларҙың арауыҡ формаһы) төшөнсәләре...
СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ
СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа ныҡ сағылдырылған, бөжәктәрҙә эшләп сығарылмай, уларҙың ҡау һалыу функцияhы аҙыҡ аша алынған С.б. м‑н контролдә тотола). Тәбиғи С.б....
СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ
СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатында ҡулланылған углеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.)...
СУЛЬФОКСИДТАР
СУЛЬФОКСИДТАР, дөйөм формулаһы RR¼"SO булған (R,R’ — алкил, аралкил, арил һ.б. радикалдар) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә һарымһаҡта (аллиин), редис орлоҡтарында (сульфофарен), әүернә һымаҡтар үҫемлектәре ғаиләһендә (изотиоцианаттар) табылған. Төҫһөҙ, аҙ осоусан шыйыҡ, кристаллик матдәләр; органик эреткестәрҙә...
СУЛЬФОНДАР
СУЛЬФОНДАР, RR’SO2 дөйөм формулалы (R һәм R’ — алкил‑, алкенил‑, алкинил‑, арил‑радикалдар) көкөрторганик берләшмәләре. Шулай уҡ икеләтә һәм өсләтә сульфондар билдәле. Тәбиғәттә һирәк осрай; ҡайһы бер хайуандарҙың ҡанында һәм бөйөр өҫтө биҙҙәрендә диметилсульфон табылған. С. — төҫһөҙ, башлыса кристаллик...