Список материалов
АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР
АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...
АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР
АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр.
А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен,...
АСФАЛЬТЕНДАР
АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...
АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ
АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...
АТТРАКТАНТТАР
АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған....
АУЫР МЕТАЛДАР
АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш...
АЦЕТАЛДӘР
АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...
АЭРОГЕЛДӘР
АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...
АЭРОЗОЛДӘР
АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...
ӘЛИФТӘР
ӘЛИФТӘР (гр. аleipha – май), үҫемлек майы йәки алкид ыҫмалалары нигеҙендә әҙерләнгән плёнка барлыҡҡа килтереүсе матдәләр. Һарынан алып ҡарағусҡыл ҡыҙылға тиклем төҫтәге үтә күренмәле шыйыҡса.Тәбиғи (окисланған, полимерлаштырылған), ярым тәбиғи (“оксолдәр”, кастор Ә.), ҡатнаш (окисланған һәм һыуһыҙландырылған...
ӘМИНЕВА Гөлиә Карам ҡыҙы
ӘМИНЕВА Гөлиә Карам ҡыҙы (1.4. 1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Гремучий Ключ а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Ә.К.Мәзитованың һеңлеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) “Башкиргражданпроект” проект ин‑тында эшләй. 1984 й....
БАҠЫР
БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә...
БАЛАУЫҘҘАР
БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть...
БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР
БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР, бетондар, төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү, айырым деталдәр, конструкциялар һ.б. беректереп тоташтырыу өсөн төҙөлөш материалдары. Органик һәм органик булмаған (минераль) Б.м. айыралар. Минераль Б.м. — ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдәләр, уларҙы һыу йәки тоҙҙарҙың һыулы эретмәләре м‑н ҡатнаштырыуҙан...
БЕНЗИНДАР
БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм...
БЕНЗОЛ
БЕНЗОЛ, C6H6, иң ябай ароматик углеводород. Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары...
БЕНЗПИРЕН
БЕНЗПИРЕН, бензопирен, C20H12, полициклик ароматик углеводород. Б. молекулаһы быуынлап тоташтырылған 5 циклдан тора (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр). 2 изомер рәүешендә була (1,2‑Б. һәм 4,5‑Б.). Һәүерташ, таш күмер һ.б. ыҫмалаларҙа бар, уларҙан экстракция ысулы м‑н алына. tиреү 178—179°С,...
БЕРЛИН Александр Александрович
БЕРЛИН Александр Александрович (27.9.1940, Мәскәү ҡ.), физик, физик‑химик. РФА академигы (2003), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Мәскәү физика-техника институтын тамамлаған (1963). 1978 й. алып РФА-ның Н.Н.Семёнов исемендәге Химик физика институтының...
БЕТОН
БЕТОН (фр. beton), бәйләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал. Б. бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы)...
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ, агрессив тышҡы мөхит йоғонтоһонда бетон һәм тимер-бетондың тарҡалыуы. Уның тиҙлеге агрессив мөхит параметрҙары (агрессив компоненттарҙың төрө һәм концентрацияһы, т‑ра, конструкция йөҙөндә агрессив мөхит м‑н алмашыныу реакцияһы тиҙлеге һ.б.) һәм материал үҙенсәлектәре...