Список материалов
БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ
БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ, биналарҙы эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү өсөн ҡулланылыусы төҙөлөш материалдары. Химик составы б-са минераль һәм органик сығышлы Б.м. айыралар. Минераль Б.м. еңел (эзбиз, гипс һ.б.) һәм гидравлик (портландцемент, аҡ һәм төҫлө цемент һ.б.) бәйләүес матдәләр, йөҙләү таштары нигеҙендәге...
БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР
БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР, тере организмдарҙың физиол. процестарына йоғонто яһай алыусы химик берләшмәләр (күберәк органик). Б.а.м. антибиотиктар, витаминдар, гормондар, феромондар, пестицидтар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков...
БИООРГАНИК ХИМИЯ
БИООРГАНИК ХИМИЯ, органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың биол. функциялары араһындағы бәйләнеште органик химия ысулдары һәмалымдары ярҙамында өйрәнеүсе фән. Б.х. тикшеренеү объекттары — биополимерҙар, тере организмдар составына ингән тәбиғи биол. актив матдәләр, биол. процестарҙың синтетик көйләгестәре...
БИОПОЛИМЕРҘАР
БИОПОЛИМЕРҘАР (био... һәм полимерҙар), бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң нигеҙен хасил иткән тәбиғи юғары молекуляр берләшмәләр; мол. м. 103—106. Б. аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар һәм уларҙың сығарылмалары инә. Б. организмдың буш аралыҡтағы төҙөлөшөнөң үҙ аллы формалашыуын һәм йәшәү һәләтен...
БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ
БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ, радиоактив мәғдән сығарыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы тирә‑яҡ мөхиткә ташлау, ядро шартлауҙары, АЭС авариялары һ.б. һөҙөмтәһендә тере организмдарҙың һәм уларҙың йәшәү мөхитенең радиоактив матдәләр йотоуы. Б.р.б. ядро бүленеү продукттары, тәбиғи радиоактив ауыр металдар...
БИТУМДАР
БИТУМДАР (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы), юғары молекуляр углеводородтар (майҙар), ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың ҡатмарлы күп компонентлы ҡатнашмалары. Тәбиғи һәм яһалма (техник) Б. айыралар. Тәбиғи Б. ғәҙәттә органик сығышлы, янар файҙалы ҡаҙылмалар (каустобиолиттар) һәм ултырма тау тоҡомдары составына...
БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы
БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.5.1945, БАССР-ҙың Салауат р-ны Лағыр а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2006). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә...
БУТИЛ СПИРТТАРЫ
БУТИЛ СПИРТТАРЫ, бутанолдар, С4Н9ОН, бер атомлы алифатик спирттар. Нормаль (бутанол‑1, пропилкарбинол), икенсел (бутанол‑2, метилэтилкарбинол), изобутил (изобутанол, 2‑метилпропанол‑1, изопропилкарбинол), өсөнсөл (трет‑бутанол, 2‑метилпропанол‑2, триметилкарбинол) Б.с. билдәле. Бутанол‑1 (1‑Б.), бутанол‑2...
БУТИЛЕНДАР
БУТИЛЕНДАР, бутендар, С4Н8, сылбырҙағы бер икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Билдәле изомерҙары: α‑бутилен (1‑Б.), β‑бутилен, йәки псевдобутилен (2‑Б.); изобутилен, йәки изобутен, йәки 2‑метилпропен (изо‑Б.). Ҡырҡыу насар еҫле, төҫһөҙ газдар. Һыуҙа эреүсәнлектәре насар, спиртта һәм...
БУТИЛКАУЧУК
БУТИЛКАУЧУК, изобутилен м‑н изопрендың (массаһы б‑са 1—5%) сополимеры; мол. м. 3•105 — 7•105. Тығыҙлығы 910—920 кг/ м3, tбыялаланыу —67‑нән алып —69°С тиклем булған эластик масса. Изобутилен һәм изопрен быуындары даими сиратлашмаған һыҙыҡлы структуралы. Һыу, ацетон, эфирҙарҙа эремәй, бензин, алифатик...
БЫЯЛА
БЫЯЛА, органик булмаған оксидтар иретмәһен, тоҙҙарҙың һыулы эретмәләрен йәки металдарҙың шыйыҡ иретмәләрен артыҡ һыуытыу һөҙөмтәһендә алына торған органик булмаған үтә күренмәле ҡаты аморф материал. Бер (көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б.; ш. уҡ бериллий,...
БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР
БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР, быяла тулыландырыусылар м‑н арматураланған полимерҙар. Бәйләүестән — реактопластар һәм термопластар, тулыландырыусыларҙан — ҡыҫҡа сүстәр, комплекслы һәм моноептәр, жгуттар (ровингтар), туҡымалар, эсе ҡыуыш микросфералар, маттарҙан торалар. Тулыландырыусыларҙың төрө б‑са быяла сүс (тулыландырыусыһы —...
БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР
БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР, химик быяла сүстәр (ҡара: Химик сүстәр) нигеҙендә эшләнгән материалдар. Өҙлөкһөҙ (оҙонлоғо 20 км һәм унан да ашыу, диам. 3—100 мкм булған ептәр), штапель (1—50 см, 0,1—20 мкм); диам. б‑са — үтә нәҙек (1 мкм кәмерәк), супернәҙек (1—3), нәҙек (4—12), ҡалынайтылған (12—25), ҡалын...
ВАЛЯВИН Геннадий Георгиевич
ВАЛЯВИН Геннадий Георгиевич (25.12.1938, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а. — 16.10.2017, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1987). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1979). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында: 1976 й. алып лаб. мөдире, 1978—87 йй....
ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович
ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович (24.9.1918, Рязань губ. Заболотье а. – 7.5.1992, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1975), проф. (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы...
ВӘЛИТОВ Нәжип Хәтмулла улы
ВӘЛИТОВ Нәжип Хәтмулла улы [15.2.1936, БАССР‑ҙың Топорнин районы Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко районы) — 3.10.2008, Өфө ҡ.], химик-технолог. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан...
ВӘЛИТОВ Раил Бәкер улы
ВӘЛИТОВ Раил Бәкер улы (18.1. 1940, Бохара ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), техник ф. д‑ры (1973), проф. (1975). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1981). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй, 1968 й. алып Стәрлетамаҡ...
ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы
ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы (26.10. 1929, Үзбәк ССР‑ы Пешку а. — 6.11. 2000, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1952) Запорожье ҡ. эшләй: Днепровск электрод з‑дында, 1953—55 йй. а.х. машиналары эшләү ин‑тында....
ВИНИЛХЛОРИД
ВИНИЛХЛОРИД, х л о р л ы в и н и л, х л о р э т и л е н, СН2=СНСl, хлорлы иң ябай этилен углеводороды. Татлы еҫле, төҫһөҙ газ, tиреү —153,8°С, tҡайнау —13,8°С; һауала шартлау концентрацияһы сиктәре күләме б-са 4— 22%. Хлороформда, дихлорэтанда, эфирҙа, һыуҙа (0,25%‑ҡа тиклем) эрей. Галогендар һәм галоген-водородтар...
ВИНИПЛАСТ
ВИНИПЛАСТ, поливинилхлорид нигеҙендә эшләнгән термопластик конструкция материалы. Составында тулыландырыусылар (полимер массаһынан 200% һәм унан да күберәк), йылытыу һәм яҡтылыҡҡа ҡаршы стабилизаторҙар (10%), пигменттар һәм буяуҙар (10%), пластификациялаусы өҫтәмәләр (10%-тан артыҡ түгел), майлағыстар...