Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЗОМЕРЛАШТЫРЫУ

ИЗОМЕРЛАШТЫРЫУ, химик берләшмәне уның структуралы изомерына әүерелдереү процесы. Катализаторҙар ярҙамында үткәрелә. И. ваҡытында молекуланың һөлдәһе, функциональ төркөмдәрҙең характеры йәки уларҙың молекулала урынлашыуы, комплекслы берләшмәнең геом. конфигурацияһы үҙгәрә, цикл тарая йәки киңәйә һ.б....

ИМАШЕВ Урал Булат улы

ИМАШЕВ Урал Булат улы (17.1.1945, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а. — 3.2.2018, Өфө ҡ.), химик. БР ФА академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). Б.Ғ.Имашевтың һәм Ғ.Ш.Имашеваның улы. ӨНИ‑не тамамлағандан...

ИНГИБИТОРҘАР

ИНГИБИТОРҘАР (лат. inhibeo – туҡтатам, тыйып торам), химик реакцияларҙы аҡрынайтыусы матдәләр. Химик һәм биологик ингибиторҙарҙы айыралар (ҡара: Антиоксиданттар, Коррозия ингибиторҙары). Ю.А.Сангалов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

ИНСЕКТИЦИДТАР

ИНСЕКТИЦИДТАР, (лат. insectum — бөжәк һәм caedo — үлтерәм), ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәшеү өсөн химик препараттар. И. ш. уҡ акарицидтар (талпандарҙы бөтөрә), овицидтар (бөжәктәрҙең йомортҡаларын юҡ итә) һәм ларвицидтар (бөжәктәрҙең балағорттарын үлтерә) инә. Бөжәктәрҙең организмына үтеп инеү характеры...

ИОН АЛМАШТЫРЫУСЫ ЫҪМАЛАЛАР

ИОН АЛМАШТЫРЫУСЫ ЫҪМАЛАЛАР, иониттар, ион алмаштырғыстар, ион алмаштырыусы сорбенттар, электролиттар эретмәләрендә хәрәкәтсән иондарын алмаштырыуға һәләтле һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәүсән юғары молекуляр полиэлектролиттар. Катион (составында башлыса карбоксил, сульфо, фосфин төркөмдәре, мышаяҡ,...

ИШКИЛДИН Әмир Фәтҡулла улы

ИШКИЛДИН Әмир Фәтҡулла улы [21.10.1941, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Бикес а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.2.2011, Өфө], химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР- ҙың атҡ. химигы (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй (1991—95 йй. технология ф‑ты деканы). 1975—79 йй. Ҡабул политехник...

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы (28.9.1951, Октябрьский ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында (1995 й. — лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы [28.9.1954, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Бикмәт а. (БР-ҙың Туймазы р-ны)], химик. А.х. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2010). БДУ- ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия ин‑тында эшләй: 1994 й. алып — өлкән, 2007 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре бөжәктәрҙең...

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы (1.2.1901, Стәрлетамаҡ ҡ. — 23.3.1971, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаған (1928). 1919 й. алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (БР‑ҙың Белорет районы), Стәрлетамаҡ һәм Өфө...

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР, тирә‑яҡ мөхит м‑н йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү өсөн күҙәүлеге юғары, йылылыҡ үткәреүсәнлеге түбән булған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. Сеймалдың төрө б‑са (минераль — асбест, гипс, диатомит, эзбизташ, быяла, цемент һ.б.; органик — газ менән тулыландырылған...

КАДМИЙ

КАДМИЙ (Cadmium), Cd, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫтәге йомшаҡ, сүкелеүсән, һуҙылыусан металл; tиреү 321,1°С, tҡайнау 766,5°С, тығыҙлығы 8650 г/см3. К — юғары кимәлдә үткәргес, диамагнит. Дымлы һауала һаҡлаусы оксид плёнкаһы м‑н ҡаплана, бүлмә т‑раһында...

КАЛЬЦИЙ

КАЛЬЦИЙ (Calcium), Ca, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫлө металл, tиреү842°С, tҡайнау1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м3. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ т‑рала окислана. Хлор, бром, күпселек к‑талар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот к‑таларынан башҡа), дым булғанда — һауа,...

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА, натрий карбонаты, Na2CO3. tиреү853°С, тығыҙлығы 2533 кг/м3 булған аҡ кристалдар, һыуҙа эрей, дымды еңел һеңдерә, асыҡ һауала натрий гидрокарбонаты барлыҡҡа килтереп дымды һәм углерод диоксидын йота. Көслө һәм көсһөҙ кислоталар м‑н углекислый газ сығарып тәьҫир итешә. Башҡ‑нда К.с....

КАНЦЕРОГЕНДАР

КАНЦЕРОГЕНДАР (лат. cancer — шеш һәм ...генез), яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе химик берләшмәләр, биол. (стероид гормондар, онкоген вирустар һ.б.) йәки физик (ионлаштырыусы һ.б. төр нурланыштар) агенттар. Халыҡ‑ара яман шеште өйрәнеү б‑са агентлыҡ тарафынан канцерогенлыҡтың...

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, күп нигеҙле кислоталар амидтарының ҡораулы полимерҙарға әүерелергә һәләтле альдегидтар м‑н поликонденсацияланыуының олигомер продукттары. Формальдегидтың мочевина һәм уның сығарылмалары — тиомочевина, меламин, дициандиамид м‑н конденсацияланыуынан синтезланыусы термоактив ыҫмалалар...

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ, дөйөм формулаһы RCOOH булған органик кислоталар, R — органик радикал, СООН — карбоксил төркөмө. Карбоксил төркөмдәренең һаны б‑са моно‑, ди‑ һәм поликарбон, углеводород радикалы оҙонлоғо б‑са — түбән (С1—С6) һәм юғары (С6‑нан артығыраҡ; ҡара: Синтетик май кислоталары), радикал структураһы...

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, полиэдрик берләшмәләр, полиэдрандар, һөлдәләре йомоҡ арауыҡ системаһын барлыҡҡа килтергән полициклик молекулалар. К.с.б. һәр бер цикл башҡалары м‑н конденсирланған (2 уртаҡ атом) йәки мостиклы (3 йәки күберәк уртаҡ атом) берләшмәләр тибында бәйләнгән. К.с.б. полиэдр төҙөлөшө...

КАТАЛИЗ

КАТАЛИЗ (гр. katalysis — емерелеү), ҡатнашҡан матдәләр м‑н ваҡытлыса химик тәьҫир итешеп, һәр бер тәьҫир итешеү циклынан һуң химик составын ҡайтарырға һәләтле катализаторҙар ярҙамында химик реакциялар тиҙлеге үҙгәреүе. К. ыңғай (реакцияның тиҙлеге арта) һәм кире (реакция аҡрыная йәки баҫыла), ҡатнашҡан...

КАТАЛИЗАТОРҘАР

КАТАЛИЗАТОРҘАР, химик реакцияның тиҙлеген үҙгәртә алған һәм һуңғы продукттар составына инмәгән матдәләр. Тәьҫир итеү механизмы б‑са — кислота‑нигеҙле һәм окисланыу‑ҡайтарылыу, фаза торошо б‑са гомоген һәм гетероген К. айыралар. Каталитик активлыҡ (реакция тиҙлегенең күләм йәки масса берәмегенә сағыштырмаһы),...

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ, нефть сеймалын катализаторҙар ҡулланып деструктив эшкәртеү процесы. К.к. сеймалды 475—540°С т‑рала реактор һәм регенератор араһында әйләнеп йөрөүсе катализатор (эҙмә‑эҙлекле крекинг һәм өҫтөнә ултырған коксты яндырып әүҙемлеген ҡайтарыу стадияларында ҡатнаша) м‑н контактҡа индереп...