Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР. Электрон (окисланыу, ҡайтарылыу, гидрирлау, дегидрирлау, кислород ингән тотороҡһоҙ берләшмәләр тарҡалыу — окисланыу‑ҡайтарылыу катализы) йәки протон (крекинг, гидратациялау, дегидратациялау, күп кенә изомерлаштырыу реакциялары, органик матдәләрҙе конденсациялау — кислота‑нигеҙле...

КАУСТИК СОДА

КАУСТИК СОДА, каустик, натрий  гидроксиды, натрий  гидроокисы, зәһәр натр, NaOH. tиреү 328°С, tҡайнау 1390°С, тығыҙлығы 2130 кг/м3 булған гигроскопик аҡ кристалдар. Һыуҙа (күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарып), этанолда, метанолда эрей. Көслө нигеҙ, һауанан углекислый газды һәм һыуҙы йота, К.с. һыуҙағы...

КӘРӘСИН

КӘРӘСИН (ингл. kerosene), углеводородтар ҡатышмаһы, күпселеге С9—С16. Тәғәйенләнеше б‑са авиация, техник, яҡтыртыу һәм эреткес К. айырыла. Химик составына һәм эшкәртелеү ысулына бәйле К. туйынған алифатик (20—60%), нафтенлы (20—50%), ароматик (5—25%), туйынмаған (2%‑ҡа тиклем) углеводородтар, ш. уҡ...

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ, углеводородтар ҡатышмаһы; нефть ҡыуыу йәки крекинг (ҡара: Гидрокрекинг, Каталитик крекинг, Термик крекинг) һәм кокслаштырыу процестарында алынған фракция. К.‑г.ф. ҡайнау сиктәре 180—350°С. Составында реактив яғыулыҡ һәм дизель яғыулығы, ш. уҡ яҡтыртыу кәрәсине алына торған...

КВАНТ ХИМИЯҺЫ

КВАНТ ХИМИЯҺЫ, химик берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, үҙ‑ара тәьҫир итешеүен һәм әүерелештәрен тасуирлау өсөн квант механикаһының төшөнсәләре, математик аппараты һәм алымдары ҡулланылған теоретик химия бүлеге. Күп электронлы һәм күп ядролы системаны К.х. ҡулланып тасуирлау ғәҙәттә Шрёдингерҙың...

КИСЛОРОД

КИСЛОРОД (Oxygenium), О, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Еҫе һәм тәме булмаған газ; tиреү — 218°С, tҡайнау —192,8°С, тығыҙлығы 1,43 кг/м3. Окисландырыусы, электр разряды йәки УФ нурланыш тәьҫирендә озонға әүерелә. Еңел затлы газдарҙан башҡа бөтә элементтар м‑н берләшмәләр...

КИСЛОТАЛАР

КИСЛОТАЛАР, һыуҙағы эретмәләрҙә водород ионы барлыҡҡа килтереп диссоциацияланыу м‑н характерланған химик берләшмәләр. Диссоциация дәрәжәһе б‑са — көслө (һыуҙағы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана) һәм көсһөҙ (аҙ дәрәжәлә диссоциациялана), металл м‑н алмаштырыла алған водород атомдарының һаны б‑са...

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР, әсе ямғырҙар, һауала көкөрт диоксиды, азот оксиды, хлорлы водородтың һ.б. тейешенән артыҡ булыуы сәбәпле әселәндерелгән (рН...

КОКС

КОКС (нем. Koks), углеродлы сеймалды юғары т‑рала ҡыҙҙырыу (кокслаштырыу) ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡаты ҡалдыҡ. Алынған сеймалға ҡарап таш күмер, пек һәм нефть К. айыралар. К. составында углерод өҫтөнлөк итә. Таш күмер К. юғары сифатлы төтөнһөҙ яғыулыҡ, тимер мәғдәнен ҡайтарғыс (домна К.) итеп һәм...

КОКСЛАШТЫРЫУ

КОКСЛАШТЫРЫУ, яныусан ҡаты һәм шыйыҡ ҡаҙылдыҡтарҙы осоусан берләшмәләр һәм кокс барлыҡҡа килтереп юғары т‑рала эшкәртеү. Таш күмер, таш күмер пегы, юғары т‑рала ҡайнаусы нефть ҡалдыҡтары К. сеймалы булып тора. К. ваҡытында алынған сеймалдың молекулалары тарҡатылып (крекинг), кокс барлыҡҡа килгән тығыҙланыу...

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ, фазалар сигендәге өҫкө йөҙ күренештәре һәм дисперслы системалар т‑дағы фән. К.х. биология, тупраҡ ғилеме, геология, метеорология, химик экология фәндәре нигеҙҙәренең береһе. К.х. тикшеренеү предметы — дисперслы системаларҙың һәм сик ҡатламдарының барлыҡҡа килеүе, үҙенсәлектәре һәм...

КОМПЛЕКСЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КОМПЛЕКСЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, координациялан  ғанберләшмәләр, үҙәк атомдан (комплекс төҙөүсе) һәм уның м‑н бәйләнгән молекулаларҙан йәки иондарҙан (лигандтар) торған химик берләшмәләр. К.б. барлыҡҡа килгәндә донор‑акцепторлы бәйләнеш тыуа: комплекс төҙөүсе — акцептор, лигандтар — донорҙар. К.б. координация...

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР, композиттар, арматуралаусы нығытыусы тултырғыстан, матрицанан торған, составындағы компоненттарға ҡарағанда структураһының сағыштырмаса ҡатмарлыраҡ, үҙенсәлектәренең яҡшыраҡ булыуы м‑н айырылған күп фазалы системалар. К.м. шулай уҡ бүленеү сиктәре асыҡ булған химик яҡтан төрлө...

КОНДЕНСИРЛАНҒАН АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

КОНДЕНСИРЛАНҒАН АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулалары үҙ-ара тәьҫир итешеүсе бәйләнештәрҙең берҙәм системаһы булған 2 һәм унан күберәк быуынланған планар циклдан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. Полициклик К.а.б. бер төрлө йәки төрлө карбо‑ (нафталин, пирен, азулен) һәм гетероциклдары (пиридопиридин,...

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ, төрлө окисландырыусылар тәьҫиренән металл атомдарының ион хәленә күсеүенең (был металдарҙың кристаллик рәшәткәһенең емерелеүенә килтерә) тиҙлеген кәметеүсе матдәләр. Шартлы рәүештә К.и. адсорбцияланыусыларға (металдарҙы коррозия ваҡытындағы электрод процестарының кинетикаһына...

КӨКӨРТ

КӨКӨРТ (Sulfur), S, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Үҙенсәлекле еҫле һары төҫтәге кристалл, tиреү 112,8оС, tҡайнау 444,6оС, тығыҙлығы 2085 кг/м3 (α‑форма). Көкөртлө углеродта эрей, һыуҙа эремәй. Бактерицид әүҙемлеккә эйә, үҙлелеге, йылы һыйҙырыу-санлығы, төҫө аномалиялы...

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ, H2SO4, ике нигеҙле көслө кислота. Еҫһеҙ, төҫһөҙ, майлы ауыр шыйыҡлыҡ. Һыу м‑н ҡатыштырғанда азеотроп ҡатнашма (98,3% К.к.), моно‑, ди‑, тетрагидраттар; көкөрт ангидридының К.к. эретмәһе олеум (төтәй торған) барлыҡҡа килтерә. Һыулы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана. Концентрирланған...

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД, H2S, көкөрттөң водород м‑н иң ябай берләшмәһе. Төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле газ, тығыҙлығы 1538 кг/м3, һыуҙа (һыуҙағы эретмәһе — көкөртлө водород к‑таһы), органик эреткестәрҙә эрей, клатрат барлыҡҡа килтерә. 0°С һәм баҫым 10,2 атм. булғанда — шыйыҡлыҡҡа (tиреү ‑85,6°С, tҡайнау ‑60,38°С, тығыҙлығы...

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында C—S, R—C—S бәйләнештәре булған органик берләшмәләр, R эсендә азот, кислород һ.б. гетероатомдар булыуы мөмкин. 2‑валентлы (тиолдар, тиоэфирҙар, органик ди‑ һәм полисульфидтар, олефиндарҙың тиооксидтары, сульфен, тиокарбон, тиокүмер к‑таларының сығарылмалары,...

КӨМӨШ

КӨМӨШ (Argentum), Ag, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы, затлы металл. К. — йылы үткәреүсәнлеге, электр үткәреүсәнлеге яҡшы булған ялтырауыҡлы аҡ металл, tиреү 961,93°С, tҡайнау 2167°С; тығыҙлығы 10491 кг/м3. Ирекле галогендар, көкөрт, көкөртлө водород тәьҫиренән К. өҫкө йөҙөндә...