Список материалов
ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ
ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ, бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. И.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1988 й. И.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1998 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составы:...
ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ
ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең иҡт. сәйәсәтенең ҡушма өлөшө; капитал һалыу күләмен, структураһын, төп фондтарҙың үҫешен һәм яңырыуын билдәләй. И.с. маҡсаты — финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә милли иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уңайлы инвестицион климат булдырыу. Совет...
ИННОВАЦИЯ
ИННОВАЦИЯ (лат. innovatio – яңырыу), иҡтисадта: яңы продукция, технологик процесс булдырыу, камиллаштырыу маҡсатында фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм уйлап табыуҙарҙы, фәнни‑техник ҡаҙаныштарҙы тормошҡа ашырыу. Потенциалы б‑са эпохаль (кеше белеме үҫешендә алға китеш, ул оҙайлы иҡт. үҫештең төп сығанағы булған...
ИНФРАСТРУКТУРА
ИНФРАСТРУКТУРА (лат. infra – түбәнге, аҫҡы; structura – төҙөлөү, урынлашыу), йәмғиәттең нормаль йәшәйешенә булышлыҡ итеүсе иҡтисадтың етештереүсе һәм етештереүгә бәйле булмаған тармаҡтары берлеге. Матди етештереү өлкәһен хеҙмәтләндереүсе пр‑тиелар етештереү И. барлыҡҡа килтерә (һыу менән тәьмин итеү,...
ИПОТЕКА
ИПОТЕКА (гр. hypotheke — залог, заклад) кредит алыу маҡсатында күсемһеҙ мөлкәтте залогҡа һалыу; ҡағиҙә булараҡ, был мөлкәткә залогҡа алыусы кредитор хужа булмай. И. кредиттары күсемһеҙ милек объекты, бурысҡа алыусылар төрө, бурысты ҡаплау ысулы б‑са айырыла. И. Рәсәйҙә 18 б. уртаһында ергә хо- суси...
ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы
ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы [10.6.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ташлытамаҡ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.8.1988, Бәләбәй ҡ.], сыр яһау оҫтаһы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Большевик” к‑зында, 1950 й. — Дәүләкән май з‑дында, 1962 й. — Шафран сыр з‑дында, 1967—88 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләй....
ИСМӘҒИЛЕВ Наил Әмирхан улы
ИСМӘҒИЛЕВ Наил Әмирхан улы (23.1.1936, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (1965). 1957 й. алып 81‑се почта йәшнигенең (Өфө) цех начальнигы. 1965 й. башлап ӨДАТУ‑ла эшләй. 1994 й. алып БР‑ҙың Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑тының...
ИҪӘНБАЕВ Маҙһар Насип улы
ИҪӘНБАЕВ Маҙһар Насип улы (15.9.1936, БАССР- ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.), иҡтисадсы. БР ФА акад. (2002), иҡт. ф. д‑ры (1987), проф. (1993). РФ-тың (1998) һәм БАССР-ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ-ны тамамлаған (1961). 1963 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында эшләй: 1971 й. башлап өлкән ғилми...
ИҪӘНҒОЛОВ Афзалетдин Ғиззәтулла улы
ИҪӘНҒОЛОВ Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14.9.1928, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 25.5.2004, Төмән), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1951) “Башвостокнефтеразведка” тресында эшләй; 1957 й. алып...
ИТ СӘНӘҒӘТЕ
ИТ СӘНӘҒӘТЕ, ит, колбаса һәм ыҫланған ашамлыҡтар, ит консервалары һ.б. етештереүсе аҙыҡ‑түлек сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда И.с. беренсе биш йыллыҡтар (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) ваҡытында үҫеш ала. 1934 й. 10 ит эшкәртеү пр‑тиеһы һәм производствоһы, ш. иҫ. Бөрө ит комбинаты, Бәләбәй ит комбинаты,...
ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы
ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түб. Бишенде а. — 5.4.2018, БР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1970), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). 1951 й. алып “Туймазабурнефть” тресында,...
ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ
ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ, эҙләү, разведкалау, эксплуатациялау скважиналарын быраулау һәм һынау, ш. уҡ ситке үҙәктәр ҡаҙыу һәм быраулау ысулы м‑н эксплуатациялау скважиналарының иҫкергән фондын тергеҙеү, быраулау ҡулайламалары төҙөү эштәрен башҡарған. 1930 й. Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы...
ИШЕМБАЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ
ИШЕМБАЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына кондитер (1997 й. нигеҙләнгән), икмәк‑булка (1999) цехтары инә. 2010 й. 203 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.
1943 й. Ишембай икмәк з‑ды булараҡ асыла, 1948 й. алып Ишембай горпищехлебокомбинаты, 1956 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1965 й. — перәник, 1972 й. булка...
ИШЕМБАЙ КАТАЛИЗАТОРҘАР МАХСУСЛАШТЫРЫЛҒАН ХИМИЯ ЗАВОДЫ
ИШЕМБАЙ КАТАЛИЗАТОРҘАР МАХСУСЛАШТЫРЫЛҒАН ХИМИЯ ЗАВОДЫ. 1932 й. нигеҙ һалына, 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1949 й. алып Ишембай НЭЗ‑ы, 1990 й. — “И.к.м.х.з.” ДУП‑ы, 2003 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Һауа, трансформатор майы, тәбиғи газ һ.б. киптереү һәм таҙартыу өсөн цеолиттар...
ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ
ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Балалар, ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат өсөн эске кейем һәм өҫкө трикотаж етештерә. Составына бәйләү‑буяу, бесеү‑тегеү производстволары (икеһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) инә. 2010 й. 750 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ- тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1964 й. нигеҙ һалына,...
ИШЕМБАЙ ШАРАП-АРАҠЫ ЗАВОДЫ
ИШЕМБАЙ ШАРАП-АРАҠЫ ЗАВОДЫ, 1969 й. Ишембай шарап з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып И.ш‑а.з. ДУП‑ы, 2001 й. февр. — “Башспирт”тың бүлендек пр‑тиеһы, окт. — филиалы, 2006 й. ябыла. Составына емеш‑еләк һәм виноград шараптарын ҡойоу (1969 й. нигеҙләнгән), алкоголһеҙ продукция (1987), араҡы (1992)...
ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ р‑ндары, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Газпром нефтехим Салават”, “Каустик” пр‑тиеларын, “Синтез‑Каучук”, “Салаватстекло”, “Сода” ААЙ‑ларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер...
ИШКИЛДИН Люцир Мирзаян улы
ИШКИЛДИН Люцир Мирзаян улы [20.7.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Бишҡурай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1962 й. алып ауыр йөк ташыусы автомобилдәр йөрөтөүсе, 1983—97 йй. Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында үҙбушатҡыс йөрөтөүселәр бригадиры. 1‑се (1986), 2‑се (1981), 3‑сө (1976)...
ЙӘМӘҒӘТ ТУҠЛАНЫУЫ
ЙӘМӘҒӘТ ТУҠЛАНЫУЫ, кулинария продукцияһы, ондан кондитер һәм булка изделиелары етештереү, уларҙы һатыу һәм ҡулланыуҙы ойоштороу м‑н шөғөлләнгән пр‑тиелар йыйылмаһы. Й.т. пр‑тиелары 5 төргә айырыла: ресторан, бар, кафе, ашхана һәм тәғәмхана. Пр‑тиеларҙың төрөн билдәләгәндә һатылған продукцияның ассортименты,...
ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы
ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы (8.10.1977, Свердловск ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1999), 2002 й. алып шунда уҡ уҡыта: 2003 й. башлап Нефтекама филиалында (2005 й. алып иҡт.‑матем. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап финанстарға дәүләт идараһы каф. мөдире), 2013 й. — Иҡтисад,...