Список материалов
КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ
КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең тәбиғи һәм яһалма күн, тире, тире һәм күн- галантерея изделиелары, аяҡ кейеме етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай (ҡара: Күн эше): 30‑сы йй. Өфөлә — 27, Стәрлетамаҡ ҡ. 28 күн пр‑тиеһы була, күпселеген итексе цехтары тәшкил итә. Өфө...
КҮРГӘҘМӘЛӘР
КҮРГӘҘМӘЛӘР, кешенең матди һәм рухи эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү. Ойоштороу маҡсаты б‑са — сауҙа, аң‑белем таратыу‑танып белеү (һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фәнни‑техник ҡаҙаныштар һ.б.); ваҡыты б‑са — даими үткәрелеп торған, һәр ваҡыт эшләүсе һ.б.; күрһәтелгән экспонаттары б‑са – универсаль...
КҮСЕМ РУДНИГЫ
КҮСЕМ РУДНИГЫ, марганец мәғдәндәре сығарған. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. Мәғдәндең тәүге партияһы 1916 й. алына. Рудник 1930 й. алып асыҡ ысул м‑н, 1935 й. — шахта ысулы м‑н эшкәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 350‑гә яҡын кеше эшләгән, айына 4—5‑әр мең т мәғдән сығарылған. 1957 й. К.р. ябыла. Продукцияһы...
ҠАБАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ
ҠАБАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, “Кабаковостром”. 1974 й. нигеҙ һалына, 1978 й. Ҡабаҡ силикат стена материалдары з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1994 й. — “Ҡырмыҫҡалы-төҙөлөш материалдары” ААЙ, 1995 й. — Ҡ.т.м.з., 1978—93 йй. һәм 1996 й. башлап “Башстром” акционерҙар компанияһы...
ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ
ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ, ҡала терр‑яһында һәм ҡала янындағы зонала халыҡ һәм йөк ташыу, ш. уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы транспорт төрҙәре комплексы. Транспорт сараларын (хәрәкәттәге состав), юл ҡоролмаларын (рельслы юлдар, күперҙәр, станциялар, туҡталыу пункттары, туҡталыу өсөн урындар һ.б.),...
ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ
ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ, ҡала тирәһендәге зонала (ҡаланың адм. үҙәгенән йәки ҙур ауылдан 50 км тиклем алыҫлыҡта) пассажирҙар ташыған дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт. Автомобиль транспорты, йылға транспорты, тимер юл транспорты, милек төрө б‑са — дәүләт һәм шәхси Ҡ.‑т.т. айырыла. Башҡортостанда ҡала-тирә...
ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды файҙаланыуҙы көйләү пр‑тиеһы. 1946 й. “Ҡыҙыл Танып”, “Боевик”, “Еңеү” артелдәре базаһында Ҡалтасы район яғыулыҡ пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Ҡалтасы район сәнәғәт комбинаты, 1974 й. — Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты,...
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ, металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдар (домнала, ҡорос иретеп, прокатлап), торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү б‑са тармағы. Коксохимия сәнәғәте продукттары, ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙам материалдар етештереү өсөн мәғдән булмаған сеймал...
ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ
ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ, 1902 й. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал а.) Ҡарлыман шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойошторола. Завод составына ҡур яһау, йыуыу, сүпрәләү, әсетеү бүлектәре, пар бинаһы, келәттәр ингән. Сеймал итеп картуф һәм арыш файҙаланылған. 20‑се йй. Ҡ.с.з. иген келәттәре,...
ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1953 й. Балаҡатай р‑нында “Башнефть” берекмәһенең Ҡарлыхан механик ағас-таҡта әҙерләү пункты булараҡ ойошторола, 1962 й. алып “Башлеспром” составында: Ҡ.у.с.х., 1975 й. башлап Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы составындағы Ҡарлыхан...
ҠАРМАН ДРЭС-ы
ҠАРМАН ДРЭС-ы, “Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. Ҡарман һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Сәғәтенә 950 т быу етештереүсе ҡаҙандарҙан һәм ҡеүәте 300 МВт булған турбоагрегаттарҙан торған 6 блогы бар. 2011 й....
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР, эйәһенең йәки күрһәтеүсенең айырым хоҡуҡтары теркәлгән финанс документтары. Ҡ.ҡ. төрҙәре: атамай бирелгән облигациялар, векселдәр, чектар, акциялар, хосусилаштырыу Ҡ.ҡ., депозит һәм һаҡлау сертификаттары, коносаменттар, банк һаҡлау кенәгәләре, закладҡа һалынғандар һ.б. Ғәмәлдә һәм...
ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы
ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Малай а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 1.4.1984, Өфө], ташсы, тимер-бетон конструкциялар монтажлаусы. 1954—83 йй. 3‑сө төҙөлөш тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында эшләй: 1967 й. алып ташсылар бригадиры. “Башнефтегеофизика”, Өфө моторҙар эшләү...
ҠУҒАНАҠ КЕРАМИК КИРБЕС ЗАВОДЫ
ҠУҒАНАҠ КЕРАМИК КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1950 й. Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а. “Стерлитамакстрой” тресының онтаҡ балсыҡтан ҡыҙыл кирбес етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. Стәрлетамаҡ төҙөлөш материалдары з‑дының Ҡуғанаҡ ҡыҙыл кирбес цехына, 1989 й. Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводының Ҡуғанаҡ...
ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП
ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП, ҡулаҡса ҡатнашлығынан тыш матди ҡиммәттәр м‑н тәьмин итеү һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү б‑са килешеүҙәр төҙөү барышында иҫәпләшеү ысулы. Түләү документтары ярҙамында аҡ‑ са күсереү юлы м‑н банкылар аша, ш. иҫ. электрон формала һәм пластик карталар файҙаланып, башҡарыла. Аҡса операцияларын...
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, физик һәм юридик шәхестәрҙең ирекле берекмәһе, ағзалыҡ нигеҙендә матди һ.б. ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн терр. билдә б‑са төҙөлә (ҡара: Ҡулланыусылар кооперацияһы). Өфө губернаһындағы тәүге Ҡ.й. 1871 й. Өфөлә ойошторола. Пай түләүе 20 һум тәшкил итә; ҡатнашыусылар һәм пайҙар...
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ, кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары һәм хеҙмәттәрҙең миним. йыйылмаһы. Халыҡтың төп соц.‑демографик төркөмдәре (хеҙмәткә яраҡлылар, пенсионерҙар, балалар) өсөн федераль башҡарма власть органдары эшләгән һәм...
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КООПЕРАЦИЯҺЫ
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КООПЕРАЦИЯҺЫ, кооперация төрө. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1916 й. Өфө кооперативтар ширҡәте ойошторола. Революциянан (1917) һуң крәҫтиәндәрҙе күпләп ҡулланыусылар кооперативтарына индереү башлана. 1924 й. Ҡ.к. 33 мең, 1934 й. 1150 мең пайсы-ағза була. Респ. ваҡлап һатыуҙағы...
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ
ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ. Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын ваҡлап һатыу баҙарҙарын үҙ эсенә ала. Функциялары: яңыртып етештереү (халыҡҡа тулайым милли продукттың бер өлөшөн һатыу һәм етештереүгә, уның әйләнешенә киткән сығымдарҙы ҡаплау), дәртләндереү (юғары ихтыяжлы тауарҙар етештереүгә), көйләү...
ҠУНАҠХАНАЛАР
ҠУНАҠХАНАЛАР, ситтән килеүселәргә ваҡытлыса йәшәү өсөн тәғәйенләнгән, мебель м‑н йыһазландырылған бүлмәләре (номерҙары) булған биналар. Башҡортостан терр‑яһында Ҡ. тәүҙә юлаусылар йорто рәүешендә була.
19 б. 1‑се ярт. Өфөнөң Үрге Сауҙа майҙанында Каруанһарай төҙөлә, унда ситтән килгән сауҙагәрҙәр һатыу...