Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы [5.6.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 1988, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1959). 1945 й. алып “Ишимбайнефть” тресының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы; 1948 й. башлап “Туймазабурнефть” тресының...

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12.12.1936, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Түбәнге Уҫылы а. — 8.3.1991, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1960—91 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй: аппаратсы, смена нач., инженер-технолог, 1979—87 йй. бүлек начальнигы. А. ҡатнашлығында респ. синтетик...

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Асҡын р‑ны Асҡын а. нигеҙ һалына, 1995 й. Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Төй ҡулланыусылар йәмғиәте составына инә. Комб‑т составына крахмал, алкоголһеҙ эсемлектәр, макарон, кондитер изделиелары, тоҙло балыҡ, кеҫәл етештереү цехтары; 1200 т һыйҙырышлы йәшелсә...

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы (13.4.1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), нефтсе. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1994), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1986). 1962 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1970 й. башлап Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры, 1996—2002 йй....

АУДИТ

АУДИТ (ингл. audit), иҡт. субъекттарҙың бухгалтер (финанс) отчётлылығын, түләү-иҫәп документтарын, һалым декларацияларын һ.б. финанс йөкләмәләрен бойондороҡһоҙ ведомстволарҙан тыш тикшереүҙе тормошҡа ашырыу б‑са аудиторҙарҙың (аудитор фирмаларының) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө. Аудиторҙар функцияларына...

АУКЦИОН

АУКЦИОН (лат. аuctio — халыҡ алдында һатыу), билдәләнгән ваҡытта билдәле урында үткәрелгән халыҡ алдында тауарҙар һатыу ысулы. А. һатыла торған тауарҙы йәки мөлкәтте иң юғары хаҡ тәҡдим иткән кеше һатып ала. А. төп төрҙәре: тауар, валюта, кредит А. Шулай уҡ бөтә А. асыҡ (теләүселәр ҡатнашлығында) һәм...

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, ауыл ерендә объекттар (малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермалары, а.х. техникаһын ремонтлау, а.х. продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиелары, мелиорация ҡоролмалары, электрлаштырыу, торлаҡ, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар һ.б.) төҙөү һәм яңыртыуға махсуслашҡан төҙөлөш тармағы. Башҡортостанда...

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы (15.9.1924, Төркөстан АССР‑ы Кина‑Аральск а. — 20.7.2000, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1958). 1943 й. алып — ВЛКСМ‑дың Бөрө район ком‑тында,...

АЭРОПОРТТАР

АЭРОПОРТТАР (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары м‑н даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. А. ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы (ҡара: Вокзалдар) булған аэродромдан...

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы (15.8.1932, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 24.12.2008, Яр Саллы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1973). 1951—92 йй. Чита өлк., Силәбе, Өфө, Яр Саллы ҡҡ. төҙөлөш һәм монтаж ойошмаларында, 1985—87 йй. Вьетнамда эшләй. Павловка ГЭС‑ын, Кама автомобиль...

ӘЙЛӘНЕШТӘГЕ АҠСАЛАР

ӘЙЛӘНЕШТӘГЕ АҠСАЛАР, әй ләнештәге активтар, предприятие тарафынан һәр бер операция циклы ваҡытында (сеймал һәм материал һатып алыуҙан алып әҙер продукцияны һатҡандан һуң килгән аҡсаның инеүенә тиклемге осор) үҙенең ағымдағы эшмәкәрлегенә инвестицияланған аҡсалар. Ә.а. әйләнештәге производство фондтарына...

ӘЙҮПОВ Рәфғәтдин Талип улы

ӘЙҮПОВ Рәфғәтдин Талип улы (15.3.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Собханғол а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Собханғол а., — 19.12.1987, Туймазы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы.1946 й. алып Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының...

ӘМЗӘ УРМАН КОМБИНАТЫ

ӘМЗӘ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү, уны механик һәм тәрән химик эшкәртеү пр‑тиеһы. Составына Бурёнка урман пункты, таҡта ярыу производствоһы, сеймалды алдан әҙерләү (бөтәһе лә – 1946), урман химияһы (1953) һәм энергомеханика цехтары, лаб., ремонт‑төҙөлөш (бөтәһе лә – 1951) һәм һеркә к‑таһы (1996) етештереү...

ӘМИРОВ Марс Ғизетдин улы

ӘМИРОВ Марс Ғизетдин улы (1.8. 1930, Бәләбәй ҡ. — 12.9.1992, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Өфө ҡ. 100‑сө почта йәшнигендә инженер, цех нач. булып эшләй, 1964 й. алып ӨМЭЗ‑дең партия ком‑ты секретары урынбаҫары....

ӘҮЖӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ӘҮЖӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1941 й. Белорет р‑нының Үрге Әүжән а. күп тармаҡлы “Заря пятилетки” артеле (1928) базаһында ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына 3 ағас әҙерләү участкаһы, мебель етештереү,таҡта бысыу, эшкәртеү (бөтәһе лә — 1928 й....

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы [14.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Баҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 7.12.1922, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1975). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан...

ӘХМӘҘИЕВ Әмир Муллағәли улы

ӘХМӘҘИЕВ Әмир Муллағәли улы (16.12.1948, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка эшселәр ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Әлшәй р‑нында эшләй: ВЛКСМ район ком‑тының 1‑се секретары, 1978 й. алып “Родина”к‑зы рәйесе,...

ӘХМӘТГӘРӘЕВ Аҡмалетдин Йыһан улы

ӘХМӘТГӘРӘЕВ Аҡмалетдин Йыһан улы (4.2.1932, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Мостафа а. — 28.8.2002, Нефтекама ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965). 1956 й. алып “Туймазабурнефть” тресының 4‑се быраулау контораһында быраулаусы ярҙамсыһы, мастер булып эшләй; 1970—93 йй. Нефтекама быраулау...

БАҘАР ИҠТИСАДЫ

БАҘАР ИҠТИСАДЫ, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренә, милек формалары төрлөлөгөнә, үҙ эшсе көсөнөң милекселәре булған етештереүселәр һәм граждандарҙың ирекле конкуренцияһына нигеҙләнгән милли иҡтисадты ойоштороу системаһы. Ирекле хаҡтар, һорау һәм тәҡдимдең үҙгәреп тороуы һәм дәүләт яғынан миним. контроль йоғонтоһонда...

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ, аныҡ бер тауар, хеҙмәт йәки етештереү факторы баҙарында билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән иҡт. хәл. Б.к. уңайлы, ҡәнәғәтләнерлек йәки уңайһыҙ булараҡ баһаланырға мөмкин. Был баһа даими йәки ваҡытлыса, тиҙләтеүсе йәки тотҡарлаусы характерҙа булған күп факторҙарға бәйле. Б.к. төп...