Список материалов
ХОЛДИНГ
ХОЛДИНГ, ике йәки унан да күберәк юридик шәхестең берләшмәһе, унда баш компания хоҡуғы нигеҙендә бер ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусылар эшмәкәрлегенә идара итә. Бүлендек ойошмаларҙы контролдә тотоу уларҙың устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашыу һәм ҡануниәткә ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеген билдәләү ярҙамында...
ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ
ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ, үҙ аллы хужалыҡ итеүсе субъект, предприятиеның төп саралары, капиталы хужаһы һәм ойоштороусыһы булған индивидуаль шәхестең хосуси милек хоҡуҡтары нигеҙендә эшләй. Ғаилә пр-тиеһы Х.п. бер төрө булып тора, ЯСЙ, ААЙ һ.б. формала булыуы мөмкин. Хеҙмәтте файҙаланыу формаһы б-са шәхси...
ХОСУСИЛАШТЫРЫУ
ХОСУСИЛАШТЫРЫУ (лат. рrivatus – хосуси), дәүләт йәки муниц. милекте (предприятиелар йәки уларҙың бүлексәләре, биналар, ҡоролмалар, ҡорамалдар, лицензиялар, акциялар, ер фонды, торлаҡ фонды һ.б.) хосуси милеккәалыу. Илдә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген көсәйтеү, иҡтисадҡа дәүләт субсидияларын һәм...
ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ
ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ, адм.‑команда иҡтисады шарттарында предприятиела, производство берекмәһендә йәки уларҙың бүлексәләрендә хужалыҡ эшмәкәрлеген сығымдарҙы һәм продукция етештереү һөҙөмтәләрен сағыштырыу нигеҙендә алып барыу формаһы. Х.и. төп принциптары: пр‑тиеларҙың хужалыҡ итеү яғынан үҙ аллы булыуы, коллективтың...
ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР
ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр...
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР буйынса төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡортостан өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡортостан бүлеге, 1996 й. — Башҡортостан республика ойошмаһы,...
ҺАУА ТРАНСПОРТЫ
ҺАУА ТРАНСПОРТЫ, һауа юлдары буйлап пассажирҙар, почта һәм йөк ташыған транспорт төрө. Авиапредприятиелар (һауа суднолары паркы булған), аэропорттарҙан, ш. уҡ кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү, авиация техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән учреждение, ойошма һәм пр‑тиелар селтәренән...
ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ
ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын...
ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1925 й. Һ.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күреү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау....
ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ
ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, тәбиғәтте файҙаланыуҙың һунар итеү хайуандарын һәм улар йәшәгән мөхитте (һунарсылыҡ биләмәләрен) дөйөм хоҡуҡи, иҡт. һәм фәнни‑техник нигеҙҙә тотороҡло файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе тәьмин иткән тармағы. БР урман хужалығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән...
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй....
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары,...
ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ
ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. Знаменка спирт з‑ды базаһында Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзы составында Ш.к.к. булараҡ ойошторола, 1995 й. ябыла. Составына консервалау, киптереү, кондитер цехтары; алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал производстволары ингән. 1995 й. 40‑тан...
ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ
ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ, шәкәр ҡомо һәм шаҡмаҡлы шәкәр етештереү б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Сеймал сифатында шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы файҙаланыла. Башҡортостанда Ш.с. 1941 й. алып респ. илдең көнбайыш райондарынан шәкәр з‑дтарының ҡорамалдары эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала. Беренсе булып 1951 й. Ҡарлыман...
ШИЛКИН Константин Михайлович
ШИЛКИН Константин Михайлович (17.4.1901, Ырымбур губ. Троицк ҡ. — 11.9.1976, Белорет ҡ.), металлург. Ленинград индустриаль ин‑тын (1934), Башҡ‑н инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (1939, Өфө) тамамлаған. 1916—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Белорет металлургия...
ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ
ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһында урынлашҡан. Составына компрессор станцияһы (1959 й. асылған); газды көкөрттән таҙартыу (1982), май абсорбциялау, газ фракциялау ҡулайламалары; тауар‑резервуар...
ШЛЁМОВ Валерий Николаевич
ШЛЁМОВ Валерий Николаевич [14.2.1950, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], электрик. СССР‑ҙың почётлы металлургы (1976). 1971—2010 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: электромонтёр, 1983 й. алып һәм 2005 — 09 йй. электр ҡорамалдарын ремонтлау мастеры, 1999 й. башлап электрик. 1987...
ШТАЙГЕР Готлиб Христианович
ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб — 16.11.2017, Белорет ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш...
ШУРУПОВ Евгений Васильевич
ШУРУПОВ Евгений Васильевич (28.5.1951, Стәрлетамаҡ ҡ. — 22.10. 1998, шунда уҡ), химик‑технолог. СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы химигы (1990), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1975 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: лаб., цех, ғилми‑техник үҙәк начальнигы....
ЩЁТКИН Леонид Иванович
ЩЁТКИН Леонид Иванович (17.3. 1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сибай руднигы ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ., — 11.5.2007, Белорет ҡ.), металлург. 1948 й. алып Одесса канат з‑дында мастер. 1949—87 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: техник‑тикшереүсе, 1953 й. башлап инженер, 1956 й. алып өлкән инженер, 1958...