Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель...

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ. 1965 й. нигеҙ һалына, 1968 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына ҡабул итеү-аппарат, айыртылмаған һөт продукцияһы, һөт киптереү (бөтәһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), аҡ май (1976), туңдырма (1969), ярҙамсы цехтар ингән; Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан...

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1934 й. Бөрө икмәк з‑ды (3 икмәкхананан торған) булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Б.и.к., 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк-булка (1964 й. нигеҙләнгән), 2 кондитер (1965, 1990) цехтары ингән. 1999 й. 208 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер, макарон изделиелары,...

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ, 1938 й. шәхси мал һуйыу базаһында (1933 й. нигеҙләнгән) нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. ябыла. Комб‑т составына (1999) ит-май (1980), 2 колбаса (1973, 1991) цехтары һәм һыуытҡыс (1975) ингән. 1999 й. 165 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса ашамлыҡтары, ит ярым фабрикаттары,...

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ, йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеү пр‑тиеһы. 1931 й. Бөрө йәшелсә-емеш з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1935 й. алып Бөрө йәшелсә киптереү з‑ды (составына кондитер, он тартыу, һыра ҡайнатыу, киптереү, емеш бешереү цехтары һәм ярҙамсы хужалыҡ ингән), 2000 й. — “Бөрө консерва заводы” МУП‑ы,...

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ. 1941 й. гимнастёркалар һәм ирҙәр эске кейеме тегеү б‑са “Швейник” кооператив артеле базаһында нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү, әҙерләү-киҫеү, эшкәртеү цехтары, ҡатырға әйбер яһау һәм механика участкалары (бөтәһе лә 1966 й....

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна (26.3.1976, Өфө), инженер-иҡтисадсы. БР ФА проф. (2016), иҡт. ф. д‑ры (2012), проф. (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2015 й. алып иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте пр‑тиеларында идара итеү каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиеларының...

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “Пищепром” ЯАЙ филиалы. Йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Бүздәк р‑нында урынлашҡан. Завод составында 2 цех (1978 й., 1998 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 25 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1978 й. Бүздәк консерва з‑ды булараҡ...

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Баҡыр колчеданы мәғдәндәрен табыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, бер ыңғайҙан алтын һәм көмөш сығарыуҙы тормошҡа ашыра. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. Составы: Октябрьский ер аҫты руднигы (1976 й. алып файҙаланыла), байыҡтырыу ф‑каһы (1936 й. нигеҙләнгән), энергетика, автотранспорт,...

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш, техник, электротехник, электр вакуумлы быяла, быяла тара һәм һауыт-һаба, быяланан, фарфорҙан, фаянстан хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, балсыҡтан яһалған изделиелар, химик-лаб. һауыт-һаба етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. 20 б. башында Башҡортостанда 3 быяла пр‑тиеһы...

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР, бюджеттан тыш булдырылған һәм маҡсатлы тәғәйенләнешле аҡса фондтары. Дәүләттең финанс системаһыныңбер өлөшө. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары б‑са закон м‑н билдәләнгән түләүҙәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең ирекле түләмдәре һ.б. иҫәбенә граждандарҙың һәм дөйөм...

ВАНЧУХИНА Любовь Ильинична

ВАНЧУХИНА Любовь Ильинична (1.9.1952, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2008), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1978 й. алып бүлек нач., 1980 й. — баш бухгалтер, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап...

ВӘЛИЕВ Рифҡәт Нурый улы

ВӘЛИЕВ Рәфҡәт Нурый улы (15.10.1931, ТАССР‑ҙың Ташлыҡ а. — 8.1.2018, Өфө ҡ.), конструктор. Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1962) 1993 й. тиклем ӨПЭПБ‑ла эшләй: 1964—72 йй., 1975—81 йй. һәм 1986—92 йй. КБ начальнигы, 1972—75 йй. цех начальнигы, 1981 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1984—86...

ВӘЛИЕВ Самат Фәттәх улы

ВӘЛИЕВ Самат Фәттәх улы [3.12. 1904, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.10.1986, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү сәнәғәт‑иҡт. ғәмәли ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР Финанс ХК‑нда эшләй (1932 й. алып бүлек нач.). 1938 й. алып БАССР Дәүләт планының...

ВӘЛИЕВ Шамил Зөфәр улы

ВӘЛИЕВ Шамил Зөфәр улы (26.2.1951, Өфө ҡ. — 19.11.2020, шунда уҡ), иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү тармағы хеҙмәткәре (2001), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) “Союз” Өфө машиналар...

ВӘЛИНУРОВА Лилиә Сабих ҡыҙы

ВӘЛИНУРОВА Лилиә Сабих ҡыҙы (29.5.1958, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (2006) атҡ. фән эшмәкәре. ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1981 й. тиклем һәм 1984 й. алып шунда уҡ эшләй. 2001 й. башлап уҡытыу‑методика үҙәге дир.,...

ВӘЛИХАНОВ Әғзәм Вәлихан улы

ВӘЛИХАНОВ Әғзәм Вәлихан улы [27.2.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Бабай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) —6.10.2006, Мәскәү, Әлмәт ҡ. ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Техник ф. канд. (1970). ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ-не...

ВӘХИТОВ Аҡмал Ғилфан улы

ВӘХИТОВ Аҡмал Ғилфан улы (15.5.1900, Ҡазан губ. Шығай а. – 20.11.1957, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1923 й. алып “Старогрознефть” тресында эшләй; 1937—56 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: мастер, 1939 й. алып өлкән мастер. Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Ленин...

ВЕКСЕЛЬ

 ВЕКСЕЛЬ (нем.Wechsel — алмаштырыу), ҡиммәтле ҡағыҙ төрө. Закон м-н ҡаралған формалағы яҙма бурыс йөкләмәһе. Заём алыусы (вексель биреүсе) тарафынан кредиторға (вексель эйәһенә) бирелә һәм һуңғыһына билдәле бер ваҡыт үткәндән һуң заём алыусынан күрһәтелгән аҡса суммаһын түләүҙе талап итеүгә хоҡуҡ бирә....

ВЛАСЕНКО Василий Тихонович

ВЛАСЕНКО Василий Тихонович (4.8.1946, Украина ССР‑ы Софиполь а.), инженер-технолог. Свердловск тау ин‑тын тамамлаған (1978). 1968 й. алып “Тувакобальт” комб‑тында эшләй: тау мастеры, карьер нач., участка начальнигы. 1975 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: Учалы руднигыныңҡаҙып үтеүсеһе, тау...