Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы

 АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы (8.5.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡуранса а. — 23.11.2007, Өфө), дәүләт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Нуриман урман хужалығында лесничий булып эшләй. 1954 й. алып Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы дир., 1961 й. — БАССР б‑са урман хужалығы...

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна [1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1948, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны “Ҡыҙыл Һабансы” к‑зында баҫыусы булып эшләй, 1947 й. — звено башлығы. 1947 й. А. звеноһы гектарынан 30 ц арыш ала. Ленин орд....

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты. 1997 й. А.М.Сабитов, Н.И.Колюкаева, Ф.Ф.Мәғәфүрова, Н.Б.Сабитова (БНИИСХ) тарафынан Татарстан а.х. ҒТИ‑ның коллекция өлгөләрен ҡулланып барлыҡҡа килтерелгән гибрид популяцияһынан эре бөртөклө, йығылыуға сыҙамлы биотиптарҙы, Уфимская һәм Чишминская сорттарын күп тапҡыр күпләп...

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ (агро... һәм климатология), агрометеорологияның климатты а.х. факторы булараҡ өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурыстары: а.х. культураларының үҫеү, үҫешеү һәм уңыш биреүенең төп климатик факторҙарға бәйлелеген характерлаусы агроклиматик күрһәткестәрен билдәләү; климатты баһалау һәм терр‑яларҙы...

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ (агро... һәм метеорология), метеорологияның метеорологик, климатик һәм гидрологик шарттарҙы а.х. объекттары һәм процестары м‑н үҙ‑ара йоғонтола өйрәнеүсе бүлеге. А. төп маҡсаты: ауыл хужалығын агрометеорологик мәғлүмәт м‑н ваҡытында тәьмин итеү, агрометеорологик прогноз, насар һауа...

АГРОНОМИЯ

АГРОНОМИЯ (агро... һәм гр. nomos — ҡанун), а.х. культураларын үҫтереү, тупраҡтың уңдырышлылығын һәм уңыш биреүсәнлеген күтәреү, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. А. игенселек, агрохимия, үҫемлекселек, селекция, орлоҡсолоҡ, фитопатология, энтомологияны һ.б....

АГРОТЕХНИКА

АГРОТЕХНИКА (агро... һәм техника), а.х. культураларын үҫтереү ысулдары системаһы, үҫемлекселек технологияһы. А. ер эшкәртеү, ашлама ҡулланыу, сәсеү алдынан орлоҡ әҙерләү, сәсеү һәм ултыртыу, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, урыу һәм уңышты урып алғандан һуңғы эшкәртеү инә. Ысулдарҙың һәр береһе бер нисә технологик...

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ (агро..., урман һәм мелиорация), а.х. культураларын эшкәртеүҙә тупраҡтың гидрологик һәм агроклиматик шарттарын яҡшыртыу б‑са агрономик һәм урман хужалығы саралары системаһы. Ултыртылған ағастарҙың һаҡлағыс үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнә. Һаҡлағыс урман төрҙәре: яҫы һыу айырғыстарҙа...

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ, тупраҡ, ауыл хужалығы продукцияһы, мал аҙығы, пестицидтарға һ.б. күпләп анализ үткәреүҙе; ашлама һәм пестицидтарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләүҙе; агрохимик картограммалар төҙөүҙе; а.х. пр‑тиеларына үҫемлекселек һәм малсылыҡты химиялаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе; агрохимик...

АГРОХИМИЯ

АГРОХИМИЯ (агро… һәм химия), агрономик химия, үҫемлектәрҙең минераль туҡланыуын, ашламаларҙың, химик мелиорация сараларының тупраҡта һәм үҫемлектәрҙә барған биохимик һәм химик процестарға йоғонтоһон өйрәнеүсе фән. А. ш. уҡ уңдырышлылыҡты арттырыуҙың ҡайһы бер башҡа сараларын — гербицидтарҙы, үҫемлектәрҙең...

АҒАС ҮРСЕТЕҮ

АҒАС ҮРСЕТЕҮ, элек урман булмаған терр‑яларҙа яһалма рәүештә ағас үҫтереү. А.ү. йырындарҙа, киптерелгән һаҙлыҡтарҙа һәм урман фондына ҡараған башҡа майҙандарҙа, ерҙәрҙе яңыртҡанда, шифахана-курорт зоналарҙа һ.б. ағас ултыртыу, а.х., сәнәғәт, транспорт, һыу фонды һ.б. категория ерҙәрендә һаҡлағыс урман...

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре. Йылына 1 тапҡыр орлоҡ бирә, орлоҡ ярҙамында ғына тарала. 6 төркөмгә бүленә: эфемерҙар, иртә яҙғы, һуң яҙғы, ҡышлаусы, ужым, ике йыллыҡ үләндәр. Эфемерҙарҙың (уртансы йондоҙҡай, бер йыллыҡ бажат һ.б.) вегетация осоро бик ҡыҫҡа (1,5—2 ай) булыу...

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1.5.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1993). Тажик а.х. ин‑тын тамамлаған (Дүшәмбе, 1963). 1956—80 йй. Тажик ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑тында, 1981—95 йй. Тажик ун‑тында (икеһе лә — Дүшәмбе) эшләй. 1980—81 йй. БНИИСХ‑ла өлкән, 1995 й....

АҘНАБАЕВ Тәлғәт Әхмәтғәлим улы

АҘНАБАЕВ Талғат Әхмәтғәлим улы [12.6.1912, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яҡшымбәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 20.5.1980, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Көйөргәҙе р‑нының “Урожай” к‑зы, 1939 й. — Яҡшымбәт а/с, 1942—69 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. А. етәкс. колхозда...

АЗОТЛЫ АШЛАМАЛАР

АЗОТЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн азот сығанағы булараҡ файҙаланылған минераль матдәләр. Азот кислотаһы һәм аммоний тоҙҙары А.а. етешт. өсөн төп сеймал булып тора. А.а. аммиаклы (аммиаклы һыу, шыйыҡ аммиак, аммоний сульфаты һәм хлориды); нитратлы (натрий, кальций һәм калий селитралары);...

АЙРАУЫҠ

АЙРАУЫҠ (Dactylis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тамыр өлөшө ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 30—130 см. Япрағы киң ҡыяҡлы,...

АҠ АМУР, балыҡ

АҠ АМУР (Ctenopharyngodon idella), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Амур й. урта һәм түбәнге ағымында һәм уның ҡушылдыҡтары Уссури һәм Сунгариҙа, Урта һәм Көньяҡ Ҡытайҙың тигеҙлектәге йылғаларында йәшәй. Оҙонлоғо 122 см тиклем, ауырлығы 32 кг етә, төҫө аҡһыл, тәңкәһе эре. Енси...

АҠ ТӨЛКӨ

АҠ ТӨЛКӨ (Alopex lagopus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә. Төк япмаһының төҫө б‑са А.т. күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен...

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы (11.12.1951, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Бәләкәй Моҡас а.), тракторсы. 1968 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. АХПК‑нда эшләй: 1976 й. башлап механизацияланған звено етәксеһе, 1998 й. алып бүлексә идарасыһы, 2001-08 йй. механик. 1983 й. А. звеноһы 442 ц/га шәкәр сөгөлдөрө...

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.1.1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БАХИ‑ны (1974), Мәскәү ветеринария акад. (1978) тамамлаған. 1967—69 йй. Саҡмағош р‑ны  мәктәптәрендә уҡытыусы. 1974 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н): 1990—91 йй. өлкән...