Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ҺӘЙКӘЛДӘР

САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ҺӘЙКӘЛДӘР, монументаль сәнғәт ҡомартҡылары (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 й. Т.П. Нечаева проекты б‑са эшләнә; архитекторы Н.И.Озёрная. Тәүҙә Салауат р‑ны Малаяҙ а. Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ҡуйыла, һуңынан паркка күсерелә, хәҙ....

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ, с ә н ғ ә т ф ә н е, йәмғиәттең тотош художество мәҙәниәтен, сәнғәтте һәм уның айырым төрҙәрен, уларҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен, художестволы әҫәрҙең эстәлеген һәм формаларын өйрәнгән фәндәр (әҙәбиәт ғилеме, музыка ғилеме, театр ғилеме, кино ғилеме һ.б.) комплексы; тарыраҡ һәм йышыраҡ...

СИГЕҮ

СИГЕҮ (ҡайыу), кейемде һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулдан (энә, һирәгерәк ырғаҡ м‑н) йәки машинала яһалған орнаменталь биҙәктәр (ҡара: Орнамент) м‑н биҙәү. Башҡорттарҙа С. — төрки‑ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү- ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында таралған...

СЦЕНОГРАФИЯ

 СЦЕНОГРАФИЯ, т е а т р ‑ д е к о р а ц и я с ә н ғ ә т е, декорациялар, костюмдар, яҡтылыҡ, постановка техникаһы ярҙамында спектакль образын тыуҙырыу сәнғәте. С. формалашыуы театр, драматургия, һынлы сәнғәт үҫешенә бәйле. Башҡортостанда С. барлыҡҡа килеүе 20 б. башына ҡарай. Үҙешмәкәр коллективтарҙың...

ТАРИХИ ЖАНР

ТАРИХИ ЖАНР, әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәрҙе сағылдырыусы графика, рәсем сәнғәте, скульптура әҫәрҙәрен берләштергән һынлы сәнғәт жанры. Т.ж. йыш ҡына башҡа жанрҙар м‑н берләшеп, аралаш формалар барлыҡҡа килтерә: тарихи‑көнкүреш, тарихи портрет, тарихи пейзаж жанрҙары. Айырыуса ҙур масштаблы...

ФОТОСӘНҒӘТ

ФОТОСӘНҒӘТ, әҫәрҙәре фотоға төшөрөү юлы м‑н ижад ителгән художестволы ижад төрө. Ф. документаль һәм ҡулланма (плакатта, китап графикаһында, рекламала һ.б. ҡулланыла), художестволы фотография төрҙәренә бүленә. Башҡорт йәйләүҙәрен кәүҙәләндергән, ш. уҡ Өфө өйәҙендә төшөрөлгән боронғо, иң тәүге фотографиялар...

ХАРДИНА Анна Арнольдовна

ХАРДИНА Анна Арнольдовна (7.1. 1955, Әшә ҡ.), боронғо урыҫ темпера рәсем сәнғәте реставраторы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (2010). БДПИ-ны тамамлаған (1983). 1989—97 йй. И.Э. Грабарь ис. Бөтә Рәсәй художество ғилми реставрация үҙәгендә (Мәскәү; етәксеһе Т.М.Мосунова)...

ХӘБИБРАХМАНОВА Людмила Ивановна

ХӘБИБРАХМАНОВА Людмила Ивановна (10.4.1951, Барановичи ҡ.), рәссам. Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2005). Юғары художество‑сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1978) Өфө пр‑тиеларында рәссам булып эшләй, 1980 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Күбеһенсә биҙәү‑ҡулланма сәнғәте өлкәһендәге нәфис...

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы (2.12.1952, Ишембай ҡ.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1982— 97 йй. Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия‑интернатында уҡыта. Ижадының төп темаһы — башҡорт этносы, халыҡ тормошоноң фәлс.‑донъяуи...

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №2

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №2, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. 2‑се Балалар художество мәктәбе булараҡ асыла. Һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫтаханалары, сәнғәттәр тарихы кабинеты, китапханаһы, балалар картиналар галереяһы (2001 й. алып; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) бар;...

ХУДОЖЕСТВО ТӨРКӨМДӘРЕ ҺӘМ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

ХУДОЖЕСТВО ТӨРКӨМДӘРЕ ҺӘМ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, сәнғәткә ижади мәнфәғәттәр, эстетик йүнәлештәр һәм идеологик ҡараштар берҙәмлеге м‑н бәйле булған күргәҙмәләр эшмәкәрлеге нигеҙендә ойошҡан рәссамдар консолидаöияһы. 20 б. аҙ. Башҡортостанда байтаҡ художество төркөмдәре — “Һары бейә”; берекмәләре: “Сыңғыҙхан”,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, рәсем сәнғәтен, графиканы, скульптураны үҙ эсенә алған пластика сәнғәте бүлеге. Һ.с. ысынбарлыҡты күреп аңларлыҡ асыҡ образдарҙа сағылдыра. Дөйөмләш­тереү, типиклаштырыу алымдары, рәссамдың ижади күҙаллауы һөҙөмтәһендә Һ.с. ваҡиғаларҙың тап бер мәлдәге ағышын, кешеләрҙең рухын, кисерештәрен,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталарын, сәнғәт белгестәрен, рәссам‑педагогтарҙы әҙерләү системаһы. Дөйөм (урта мәктәп, изостудия) һәм махсус (художество мәктәбе, уч‑щеһы, колледжы, вузы) Һ.с.б. айырыла. Башҡортостанда Һ.с.б. үҫеше Өфө сәнғәт түңәрәге, Ғаилә‑пед. йәмғиәте,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ (фр. galerie), картиналар галереялары, к ү р г ә ҙ м ә з а л д а р ы. Дәүләт, муниц., йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары, шәхси Һ.с.г. айырыла. Һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күргәҙмәләргә ҡуйыу, туплау, һаҡлауҙы ғәмәлгә ашыра, ғилми‑тикшеренеү һәм...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен халыҡҡа күрһәтеү. Халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй, төбәк‑ара (зона), респ. һ.б.; стационар, ваҡытлы һәм күсмә; һәр йыл һайын була торған, биеннале (2 йылға 1 тапҡыр), триеннале (3 йылға 1 тапҡыр) һ.б., юбилей; конкурс; шәхси, төркөм м‑н, коллектив; баҫма күргәҙмә,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ РЕАЛИСТИК БУЛМАҒАН АҒЫМДАР

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ РЕАЛИСТИК БУЛМАҒАН АҒЫМДАР. Башҡортостанда 20 б. башында авангард сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе Д.Д.Бурлюк исеме м‑н бәйле. Ул үҙ сәнғәте м‑н художество телен яңыртыуҙың ҙур мөмкинлектәрен күрһәтә. Авангард йүнәлеше м‑н ижад юлы башында А.Э.Тюлькин ҡыҙыҡһына (“Дачалағы ихата”, 1919), 60‑сы...

Этюды Нестерова

Один из многочисленных этюдов, выполненных молодым Нестеровым в пору обучения живописи. В то время он проживал на Урале, в Уфе.