Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕНТАТОНИКА

ПЕНТАТОНИКА (гр. pénte — биш һәм tónos — тон) биш баҫҡыстан торған октава диапазонындағы тауыш системаһы. Күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, татар, мари көйҙәре П. нигеҙләнгән. П. 4 тибы билдәле: ярым тонһыҙ, ярым тонлы, ҡатнаш тонлы, темперациялы. Ярым тонһыҙ П. таҙа квинталар буйлап ойоша (до‑соль‑ре‑ля‑ми);...

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна (19.9. 1957, Свердловск өлк. Буланаш ҡсб), йырсы (сопрано). РФ‑тың атҡ. (1992), БР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1979—93 йй. “Москонцерт” берекмәһе солисы, бер үк ваҡытта 1985—97 йй. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад., 2002 й. алып М.М.Ипполитов‑Иванов...

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович (30.7.1927, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ергән ҡсб), йырсы (лирик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1965). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыған (1945—48; А.Чернов‑Шер класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; С.П.Юдин класы) 1995 й. тиклем...

ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА

ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА, йөкмәткеһен асыу өсөн телдән аңлатма биреү м‑н оҙатылған инструменталь музыка. Дөйөмләштерелгән (муз. әҫәрҙең һәм уның бүлектәренең исеме, эпиграфы була) һәм конкрет (муз. әҫәрҙең сюжет нигеҙен әҙәби әҫәр йәки комп. ижад иткән программа тәшкил итә) программа айырыла. Программалыҡ...

РАЙЦЫН Оскар Моисеевич

РАЙЦЫН Оскар Моисеевич (21.10. 1892, Житомир ҡ., Украина — 5.7. 1966, Өфө), дирижёр, хормейстер, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; А.К.Лядов класы) Житомир, Киев (1925 й. алып), Баҡы (1930 й. алып), Симферополь (1931 й. алып), Иваново (1932 й. алып), Һарытау (1933 й. алып),...

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы (20.4.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Рәжәп а.), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, баянсы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Өфө сәнғәт училищеһын (1967; Ф.М.Сиражетдинов класы), Гнесиндар исемендәге музыкаль‑педагогия институтын (Мәскәү ҡ., 1972; А.Н.Гусь класы) тамамлаған....

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы (12.5.1967, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (1999) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1986; Р.Р.Рәхимов класы), ӨДСИ‑не (1994; И.Ҡ.Илбәков класы) тамамлаған. 1989—90 йй. Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбендә, 1993 й. алып...

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы [15.9.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 3.7.2003, шунда уҡ], композитор. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1961). 1947—53 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында уҡыған...

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович (20.8.1969, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2016). Композиторҙар союзы (1999), РФ Композиторҙар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; З.Ғ.Исмәғилев класы) М.Ғафури ис. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының (Өфө) Ҡала эстрада‑тынлы оркестры...

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы (27.8. 1947, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Латип а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1995) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; А.Л.Легкота класы), ӨДСИ‑не (1975; М.А. Букатова класы) тамамлаған. 1969 й. алып Башҡ. филармонияһының Башҡ. хор капеллаһы, 1982 й. —эстрада солисы,...

ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ

ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ, драма театрҙарының спектаклдәрендәге музыка. Сәнғәттең башҡа төрҙәре м‑н бер рәттән Т.м. күренештең эмоциональ фоны булып хеҙмәт итә, персонаждарҙы, соц. мөхитте характерлай, тарихи һәм милли колоритты күҙ алдына баҫтыра, конфликт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, ҡайһы берҙә сәхнәнән...

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 2000 й. нояб. асыла. У.ф. тәүге ижади коллективы бейеү ансамбленән (етәксеһе – Р.Й.Низаметдинов, 2005—06 йй. Ф.Ғ.Амантаева), халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан (етәксеһе Р.Р.Ғабдуллин) һәм солистарҙан (Ғ.А.Батыршин, С.Б.Исламова, К.М.Ишбулдин, Л.Ф.Ҡужагилдина, Р.Ә.Мәхмүтова, И.С.Юламанов...

ФАНТАЗИЯ

ФАНТАЗИЯ (гр. phantasia — хыял), бер дәүергә хас булған (йөкмәткеле, структур) үҙенсәлекле комбинациянан ғибәрәт инструменталь (һирәгерәк вокаль) музыка жанры. Башҡортостанда тәүге Ф. К.Й.Рәхимов ижад итә: Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн башҡ. темаларына Ф., Домралар секстеты өсөн башҡ. темаларына...

ФӘТИХОВА Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы

ФӘТИХОВА Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (3.1.1954, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (2012), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1974; К.Ф.Ғәҙелшин курсы). 1972 й. алып (өҙөклөк м‑н) БАДТ‑ла баянсы‑концертмейстр, 1975—2014 йй. Башҡ. филармонияһының...

ФӘТИХОВА Эльвира Миҙхәт ҡыҙы

ФӘТИХОВА Эльвира Миҙхәт ҡыҙы (15.8.1971, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БР‑ҙың халыҡ артисы (2014). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы) БДОБТ, бер үк ваҡытта 1999—2007 йй. Анкара опера һәм балет театры (Төркиә), 2003—05 йй. Хорватия милли театры (Сплит ҡ.) солисы. Һирәк...

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорт халыҡ музыка инструментарийы күп төрлө. Аэрофондар төркөмөнә (тынлы музыка ҡоралдары) ҡурай, һорнай, борғо (һыбыҙғы; һунарҙа сигнал ҡоралы, мөштөгө булған конус рәүешле ағас торба, оҙонлоғо яҡынса 800 мм, бармаҡтар өсөн 1—2 тишеге була йәки тишекһеҙ), һыҙғыртмаҡ (һыҙғыртҡыс;...

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ, м у з ы к а л ь ф о л ь к л о р, халыҡтың вокаль һәм инструменталь ижады. Традицион ауыҙ-тел ижады формаһында йәшәп килә. Башҡорттарҙа Х.м. боронғо тотемистик ҡараштарға (ҡара: “Сыңрау торна”), йыллыҡ циклдың традицион байрамдарына (ҡара: Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй), һунар һәм хәрби эшмәкәрлеккә,...

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы (31.7.1938, БАССР-ҙың Иглин р-ны Яңы Ҡобау а. — 21.2.2018, Өфө), йырсы (баритон), режиссёр. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). М.Х.Хисмәтуллиндың улы. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин-тын (Мәскәү, 1967; Г.Г.Аден класы), ГИТИС-ты (1976; И.М.Туманов курсы) тамамлаған. 1967 й....

ХОР МУЗЫКАҺЫ

ХОР МУЗЫКАҺЫ, хор м-н башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка (ҡара: Вокаль музыка, Хорҙар). Х.м. башҡарыусы состав (a cappella, башлап йырлаусы м-н, музыка ҡоралына ҡушылып йырлау), тарихи формалашҡан күп тауышлылыҡ (полифония, гетерофония, гомофония) һ.б. б-са айырыла. Х.м. әҫәрҙәре үҙ аллы булырға йәки...