Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы (20.8.1974, Өфө ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы ағзаһы (2010). Ә.Ә.Абушахмановтың улы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (2003; В.В.Долгачёв һәм...

АКТЁРҘАР ЙОРТО

АКТЁРҘАР ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Театр эшмәкәрҙәре союзы) эргәһендә асыла, 2002 й. алып Б.Ә.Йосопова исемен йөрөтә. 300 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, конференц‑залы, ижади секциялар өсөн кабинеттары, кино ҡоролмаһы, кафеһы бар. А.й. Театр...

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (30.4.1957, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡаратал ҡсб), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2003) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай башҡорт драма театры актрисаһы. Сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, һығылмалылыҡҡа...

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Илмар Разин улы

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Илмар Разин улы (9.6.1971, Ишембай ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). ӨДСИ‑не (1994; П.Р.Мельниченко курсы), Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәрен яңынан әҙерләү акад. (Мәскәү, 2004; В.С.Крючков курсы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2013) тамамлаған. 1994...

ӘХМӘТВӘЛИЕВ Линар Миңлеғаян улы

ӘХМӘТВӘЛИЕВ Линар Миңлеғаян улы (5.8.1959, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2001) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1985; Л.В.Вәлиев курсы). 1989 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актёры. Сағыу сәхнә темпераментына, һөйкөмлөлөккә, көслө тауышҡа эйә. Актёр һәләтенә айырыуса комик: Лауренсьо...

БАБИЧ Рушанна Юрий ҡыҙы

БАБИЧ Рушанна Юрий ҡыҙы (17.10.1975, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2015) һәм атҡ. (2009) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2004). Т.Д.Бабичеваның ҡыҙы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы),  РАТИ-ГИТИС‑ты (2000; В.И.Скорик курсы) тамамлаған. 1995 й. алып БР Милли йәштәр театрында эшләй. Башҡорт...

БАЖАНОВ Олег Сергеевич

БАЖАНОВ Олег Сергеевич (13.4.1968, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2004). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). Волгоград сәнғәт уч‑щеһын (1987; К.М.Дубинин курсы), Ырымбур пед. ун‑тын (2008) тамамлаған. 1985 й. алып — Волгоград, Красноярск, Минск ҡҡ. театрҙары, 1994 й. — Ырымбур драма театры,...

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР, балаларға тәғәйенләнгән драма, муз. һ.б. театрҙарҙың спектаклдәре; даими эшләүсе проф. театр. Б.ө.т. маҡсаты — театр сәнғәте саралары аша балаларға һәм үҫмерҙәргә идея һәм эстетик тәрбиә биреү. Спектаклдәр балаларҙың йәшенә ҡарап ҡуйыла: мәктәпкәсә йәштәге балалар, бәләкәй, урта...

ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна

ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна (Юдит-Липовна) (11.6.1921, Екатеринослав ҡ. — 5.9.2006, Өфө), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1948; А.П.Новоскольцев курсы) Златоуст,...

ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы

ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы [1.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 12.10.1997, Өфө, Салауат ҡ. ерләнгән], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; Х.Бохарский, Ғ.С.Саттаров...

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы [20.9.1942, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Түбәнге Сәрҙек а. (БР‑ҙың Туймазы районы)], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1984), ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡаҙанған (1973) артисы. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1965). Әлмәт татар драма театры эргәһендәге театр студияһын...

ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы

  ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы (19.4.1935, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка ҡсб — 23.3.1992, Өфө), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим). Зөбәржәт — Л.М.Солтанова (1972) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Мәскәү ер төҙөлөшө инженерҙары ин‑тын (1959), Ленинград...

ВӘЛИЕВА Финә Мансур ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Финә Мансур ҡыҙы (8.1.1969, БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Гәрәбаш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2013), атҡ. (2003) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1999). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1996; Г.А.Мөбәрәкова курсы) Салауат башҡ. драма театры, 2003 й. алып Өфө “Нур” татар театры актрисаһы. Үҙенсәлекле...

ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы

  ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы [1.11.1940, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Вәлит ауылы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 17.2.2019, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Өфө сәнғәт...

ВӘХИТОВ Фәйез Фәтих улы

ВӘХИТОВ Фәйез Фәтих улы [4.8.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Таҫҡаҡлы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р-ны) – 15.7.2006, Мәскәү], актёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин-тын тамамлаған (1956). 1934—40 йй. Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры)...

ВЕРБИЦКАЯ Галина Яковлевна

ВЕРБИЦКАЯ Галина Яковлевна (29.9.1960, Өфө), театр белгесе. Сәнғәт ф. канд. (2008). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). БДУ‑ны (1983), ГИТИС‑ты (1989; Н.И.Эльяш курсы) тамамлаған. 1988 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре БР‑ҙың һәм РФ‑тың театр сәнғәтенә, А.П.Чехов драматургияһына (ҡара: Театр...

ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна

 ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна (27.7.1950, Октябрьский ҡ.), актриса, рәссам. РФ-тың атҡ. артисы (2005). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1978). Ҡазан театр уч-щеһын тамамлағандан һуң (1971; А.Д.Гусев курсы) 1974 й. тиклем — Урыҫ драма театры (Ижевск), 1975 й. алып — Димитровград драма театры, 1981...

ВОРОТНИКОВА Людмила Петровна

ВОРОТНИКОВА Людмила Петровна (23.6.1956, Воронеж өлк. Ҡыҙыл Лиман а.), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (1997). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы) Урыҫ драма театры (Нальчик), 1996—99 йй. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы, бер үк...

ГЛУШАРИН Иларий Казимирович

ГЛУШАРИН Иларий Казимирович (25.1.1895, Польша батшалығының Слупцы ҡ. – 22.8.1963, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). 1916 й. алып — Мәскәүҙең төрлө драма коллективтары, 1918—36 йй. Белоруссия, Рәсәй, Украина һ.б. театрҙарының актёры,...

ГРАЧЁВ Анатолий Дмитриевич

ГРАЧЁВ Анатолий Дмитриевич (12.7.1937, БАССР-ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ. – 20.5.2005, Мәскәү), актёр. РФ-тың халыҡ (1998), РСФСР‑ҙың атҡ. (1978) артисы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; И.М.Раевский курсы) — Бәләкәй Бронный урамындағы Мәскәү драма театры, 1992 й. алып “Et Cetera” Мәскәү театры...