Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ, ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт күсмә театрҙары. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башында башлыса һәүәҫкәр драма түңәрәктәренән ойошторола: Баймаҡ (1932; ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), Дүртөйлө (икеһе лә —...

КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы

КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы (8.8.1969, Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ы Советский ҡсб), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011). Ҡабарҙы- Балҡар ун‑тын (Нальчик, 1993), Б.В. Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1997; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1999—2010 йй. һәм 2011 й. алып БР Милли Йәштәр театрында урыҫ...

МАЛИКОВА Гүзәл Хәсән ҡыҙы

МАЛИКОВА Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8.11.1962, Баймаҡ ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1994). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы. Вокаль һәләттәрен, һығылмалылығын, сәхнәлә кәүҙәләндереү сараларын ифрат оҫта ҡулланып,...

МӘҺӘҘИЕВ Риза Рафаил улы

МӘҺӘҘИЕВ Риза Рафаил улы (13.3.1972, БАССР‑ҙың Ишембай районы Ибрай а. — 12.1.2021, Салауат ҡ., тыуған яғында ерләнгән), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡаҙанған (2003) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993) Салауат башҡорт драма театры актёры. М. роль өҫтөндә ентекләп эшләү, образға тәрән үтеп инеү,...

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (25.1.1970, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Туйыш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2001) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ, 1993 й. алып Стәрлетамаҡ дәүләт театр‑концерт берекмәһенең Башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2004— 08...

РӘХМӘТУЛЛИН Шамил Рахман улы

РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1991), БАССР‑ҙың (1976), ТР‑ҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952;...

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР, театр постановкаһы өсөн автор йәки башҡа кеше тарафынан үҙгәртелгән проза йәки поэзия әҫәре. С.ә. оригиналдан ныҡ айырылһа, ул ошо әҫәр мотивы б‑са яҙылған үҙ аллы пьеса булып һанала. Башҡ. театр сәнғәтендә Ш.Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы б‑са яҙылған ш. уҡ ис. спектакль тәүге С.ә....

ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, театр сәнғәте өлкәһендә артистарҙы, режиссёрҙарҙы, театр сәнғәте белгестәрен һ.б. проф. әҙерләү системаһы. Башҡортостанда Т.б.б. 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) театр бүлеге (өҙөклөктәр м‑н 1971 й. тиклем эшләй) асылғандан һуң үҫеш ала. Пед. эшмәкәрлекте...

ТЕАТР ҒИЛЕМЕ

ТЕАТР ҒИЛЕМЕ, театрҙың тарихын һәм теорияһын өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеме бүлеге. Үҙ аллы фән булараҡ 20 б. барлыҡҡа килә. Т.ғ. театраль тәнҡит һәм ижади практика м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда тәүге Т.ғ. тикшеренеүҙәре булып төрлө һәүәҫкәр, ш. иҫ. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының спектаклдәренә...

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы [14.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 7.11.1981, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы)....

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы (23.11.1959, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Солтанғужа а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Таштуғай а.), актёр. РФ‑тың халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998) артисы, БР‑ҙың халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не (1986; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы),...

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы (30.6.1962, БАССР‑ҙың Архангел районы Тирәкле а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2021) һәм атҡаҙанған (2006) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) БР‑ҙың Милли йәштәр театры актёры.   Төрлө пландағы актёр. Сәхнә һөйкөмлөлөгө, музыкаллеге, деталдәргә иғтибарлығы...

ХӘЙРУЛЛИНА Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы

ХӘЙРУЛЛИНА Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (13.10.1961, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы. Комедия актрисаһы, эпизод оҫтаһы. Ролдәре көслө тәьҫирлелек,...

ХӘКИМОВА Светлана Фәрит ҡыҙы

ХӘКИМОВА Светлана Фәрит ҡыҙы (21.6.1963, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Иҫке Сәпәш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2006) һәм атҡ. (1997) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы. Һөйкөмлөлөгө,муз.һәләтлелеге,сәхнәлә үҙен еңел тотоуы Х. байтаҡ лирик‑драматик [Сәрби (“Йәш йөрәктәр”,...

ЧУРИКОВА Инна Михайловна

ЧУРИКОВА Инна Михайловна (5.10.1943, Бәләбәй ҡ. — 14.1.2023, Мәскәү ҡ.), актриса. СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1985) халыҡ, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1977) артисы. М.С.Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Л.А.Волков, В.И.Цыганков курсы) 1968 й. тиклем Мәскәү йәш тамашасы театры,...

ШӘРӘФЕТДИНОВА Ольга Юрьевна

ШӘРӘФЕТДИНОВА Ольга Юрьевна (29.8.1961, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БР‑ҙың халыҡ артисы (2014), БССР‑ҙың атҡ. артисы (1992). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не (1982, В.М.Штейн курсы; 2005, Т.Н.Хәйбуллина курсы) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы. Актриса ҡурсаҡ...

ШТЕЙН Владимир Михайлович

ШТЕЙН Владимир Михайлович (3.2. 1940, Мәскәү — 14.10.2000, шунда уҡ), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1968; етәксеһе С.В.Образцов). 1958 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр коллективтарының художество етәксеһе, 1970 й. — С.В.Образцов...

ШУМИЛОВ Олег Александрович

ШУМИЛОВ Олег Александрович (18.12.1950, Ҡурған ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (1998) артисы. Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы)А.П.Чехов ис. Таганрог драма театры, 1980 й. алып М.Ю.Лер­монтов ис. Грозный урыҫ драма театры, 1981 й. — БР Урыҫ драма театры (Өфө)...

ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы

ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы (13.6.1975, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а.), актриса. БР‑ҙың атҡаҙанған (2008) һәм халыҡ (2022) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003 й. алып). ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Г.А.Мөбәрәкова курсы). 1995 й. алып Салауат башҡ. драма театрында эшләй. Киң ижади диапазонлы...

ЯХАНОВ Андрей Викторович

ЯХАНОВ Андрей Викторович (23.7. 1973, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Чередник). 1990—97 йй., 2000—02 йй., 2004— 07 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубы, 1997 й. алып Милли...