Список материалов
КҮСТЕРӘ
КҮСТЕРӘ (Bromus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә яҡынса 25 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары — ҡыяҡ, яҫы, ябыҡ еңсәле. Башаҡтары эре (3 см тиклем), күп сәскәле, ян-яҡтан ҡыҫылған, һеперткеләргә...
КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ
КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Ҡутҡантау төркөмөндәге урғылыусы минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны 2‑се Иҙелбай һәм Күҫәләр аа. араһында Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының 1‑се (төп) төркөмө...
КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл
КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 67 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 527; 1939 — 401; 1959 — 367; 1989 — 202; 2002 — 241; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1234; 1939 — 962; 1959 — 961; 1989 — 1044; 2002 — 1141; 2010 — 1081 кеше. Урыҫтар...
КЯК Владимир Константинович
КЯК Владимир Константинович (8.2.1941, Өфө ҡ. — 23.5.2017, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡаҙаҡ физик культура институтын тамамлаған (Алма‑Ата ҡ., 1966). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы...
ҠАБАҠ
ҠАБАҠ (Cucurbitа), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда ҡаты тышлы һәм эре емешле Ҡ. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Ҡаты тышлы Ҡ. һабағы ҡырлы, бураҙналы. Япрағы биш айырсалы, тәрән ҡырҡылған,...
ҠАБАҠ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ҠАБАҠ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Куйбышев т. юлында (Дим—Төйлөгән участкаһы) урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 72 кеше; 1959 – 246; 1989 – 148; 2002 – 193; 2010 – 105 кеше. Сыуаштар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй...
ҠАБАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ
ҠАБАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, “Кабаковостром”. 1974 й. нигеҙ һалына, 1978 й. Ҡабаҡ силикат стена материалдары з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1994 й. — “Ҡырмыҫҡалы-төҙөлөш материалдары” ААЙ, 1995 й. — Ҡ.т.м.з., 1978—93 йй. һәм 1996 й. башлап “Башстром” акционерҙар компанияһы...
ҠАБАҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ҠАБАҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 991 кеше; 1920 – 1266; 1939 – 1653; 1959 – 928; 1989 – 2451; 2002 – 3072; 2010 – 3142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ҠАБАН
ҠАБАН, ҡырсусҡаһы, ҡырағай сусҡа (Sus scrofa), ҡуш тояҡлылар отрядының сусҡалар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 190 см тиклем, ауырлығы 120—160 кг. Мороно оҙонса конус формаһында, осо түңәрәк. Кәүҙәһе шырт (арҡаһында ҡалҡым барлыҡҡа килтерә) м‑н ҡапланған....
ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ
ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ, математиканың ҡабарынҡылыҡ күмәклектәре һәм ҡабарынҡылыҡ функциялары үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Математик анализдың һәм геометрияның элементтарын берләштерә. Ҡ.а. төшөнсәләре һәм ысулдары функциональ анализда, функциялар теорияһында, оптималләштереү теорияһында (ҡабарынҡылыҡ...
ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ
ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ, төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге двигателдәрҙә яныусы ҡатышмаларҙың тоҡаныуын тәьмин итеүсе ҡоролма. Ҡабыҙыу агрегатынан һәм шәмдән тора. Яныусы ҡатышмаларҙы тоҡандырыу ысулы б‑са электр һәм электр булмаған; традицион Ҡ.с. шәмдәрҙә электр осҡондарын барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған...
ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ
ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, сколитидтар (Scolytidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 6000 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 25‑кә яҡын төрө бар: ос ҡабығы ҡорто, парһыҙ Ҡ.ҡ., типограф һ.б. Кәүҙәһе цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,9—9 мм, ҡара, ҡыҙғылт ҡуңыр йәки көрән төҫтә....
ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡабыҡҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 674 кеше; 1920 — 692; 1939 — 621; 1959 — 825; 1989 —654; 2002 — 620; 2010 — 589 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҠАБЫРСАҠТАР
ҠАБЫРСАҠТАР, пластинка айғолаҡлы моллюскылар (Bivalvia), моллюскылар класы. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, Донъя океанында, бер аҙ тоҙло һәм сөсө һыуҙа киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар, башлыса анодонталар, борсаҡсыҡтар, шаровкалар. Тәне ике яҡлап симметриялы, оҙонлоғо бер нисә мм алып 10 см тиклем...
ҠАҒЫ ЗАВОДЫ
ҠАҒЫ ЗАВОДЫ, 1769 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан һатып (бер өлөшө ҡуртымға) алынған ерҙәрҙә Ҡағы й. буйында Е.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 19 б. 30-сы йй. алып А.И.Пашков (ҡара: Пашковтар), 1855 й. — сауҙагәр...
ҠАҒЫ, Белорет р‑нындағы ауыл
ҠАҒЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Ҡағы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 77 км һәм Белорет т. юл ст. 70 км алыҫлыҡта Ҡағы й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 5190 кеше; 1920 — 4878; 1939 — 2195; 1959 — 1441; 1989 — 1248; 2002 — 1046; 2010 — 787 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...
ҠАҒЫ, йылға
ҠАҒЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Уралтау һыртының Ҡағыташ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Белорет, Әбйәлил, Бөрйән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Оло Ял тауынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта төньяҡҡа борола һәм артабан Белорет р‑ны...
ҠАДИР ҒӘЛИ
ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир ‑ Ғәлибәк Жалайырлы (16 б. уртаһы – 17 б. башы), яҙыусы. Жалайыр ҡәбиләһенән. 16 б. 70—80-се йй. Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан. 1587 й. урыҫтарға әсиргә төшә. 1600—10 йй. Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”;...
ҠАДИРИ Закир Хәлим улы
ҠАДИРИ (Ҡадиров) Закир Хәлим улы (1878, Һамар губ. Ставрополь өйәҙе Абдулла а. – 22.10.1954, Төркиә), йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Мәҙрәсәлә (Бохара ҡ.), Әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә) уҡыған. 1906— 07 йй. Ғ.Ибраһимов м‑н С.‑Петербургта ғәрәп телендә “әт-Тилмиз” (“Шәкерт”) гәз. нәшер итә. 1907 й. алып “Хөсәйениә”,...