Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АБҘАҠ”, һауыҡтырыу‑спорт комплексы

Просмотров: 2152

“АБҘАҠ”, һауыҡтырыу‑спорт комплексы. Белорет р‑нында Ҡырҡтытау һырты армытында, Яңы Абҙаҡ т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа 2,5 км һәм Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тау саңғыһы үҙәгенән һәм ял йортонан тора. Тау саңғыһы үҙәгенә яҡынса 18 км оҙонлоҡтағы, 300 м ашыу бейеклектән төшкән 13 тау саңғыһы трассаһы (слалом һәм гигант слалом өсөн 4 трассаның Халыҡ‑ара тау саңғыһы спорты федерацияһы сертификаты бар), 5 бугель һәм 1 канат-кресло күтәргесе, балалар өсөн лифт (сәғәтенә 5000 кешене үткәрә ала), саңғыла йүгереү трассалары (10 км), биатлон үҙәге, атыу-стенд комплексы, ҡунаҡхана һ.б. инә. Ял йортонда (500 урын) спорт залдары, теннис корты, аквапарк, зоопарк, күңел асыу үҙәге, 2 медпункт, спорт һәм туристик ҡорамалдар прокаты пункты, ресторан, кафе, мунса, сауналар, китапхана һ.б. бар. Ағиҙел, Оло һәм Кесе Инйәр, Еҙем, Кесе Ҡыҙыл, Нөгөш йй. буйлап һыу маршруттары, Шүлгәнташ, Киндерле мәмерйәһе, Ҡыҙылъяр мәмерйәһенә спелеомаршруттар, һыбай йөрөү өсөн маршруттар (ҡара: Туристик маршруттар), һыбай йөрөү мәктәбе эшләй. “А.” базаһында тау саңғыһы спорты һәм биатлон б‑са бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. 1975 й. Магнитогорск металлургия комб‑тының “А.” ял йорто булараҡ асыла, 1996 й. алып “Магнитогорск металлургия комбинаты” ААЙ‑ның “А.” һауыҡтырыу‑спорт комплексы, 2003 й. — “А.” ЯСЙ.

Н.А.Новиков

Тәрж. С.М.Рәхимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.01.2020