Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕВОЛЮЦИЯ (1917)

Просмотров: 2247

РЕВОЛЮЦИЯ (1917), Рәсәйҙең сәйәси һәм соц.‑иҡт. ҡоролошон ҡырҡа үҙгәрткән ҙур тарихи ваҡиға. Ике этапҡа бүлеп йөрөтөлә: батша самодержавиеһын ҡолатҡан Февраль демократик революцияһы һәм власть большевиктар тарафынан баҫып алынып, совет власы урынлаштырылған, капитализм бөтөрөлөп, социализмға күсеү иғлан ителгән Октябрь революцияһы. Февраль революцияһы хәрби еңелеүҙәр (ҡара: Беренсе донъя һуғышы) арҡаһында илдә соц.‑иҡт. һәм сәйәси кризистың ҡырҡа көсәйеүе, хужалыҡтарҙың бөлгөнлөккә төшөүе, аҙыҡ‑түлек кризисы һөҙөмтәһендә тыуа. Ул 23 февр. Петроградта һуғышҡа ҡаршы стихиялы митингыларҙан башланып китә. 27 февр. Эшсе һәм һалдат депутаттары советы, бер үк ваҡытта Дәүләт думаһының Ваҡытлы ком‑ты барлыҡҡа килеп, һуңғыһы хөкүмәт составын ойоштора. 2 мартта Рәсәй императоры Николай II тәхеттән баш тарта. Башҡортостанда 2 мартта — Йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна ком‑ты (ҡара: Йәмәғәт именлеге комитеттары), 3 мартта Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу бюроһы (ҡара: Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитеты) төҙөлә. Ваҡытлы хөкүмәттең урындағы органдары ойошторола, губерна һәм өйәҙ комиссарҙары тәғәйенләнә (Өфө губернаһында губернатор вәкәләттәре м‑н П.Ф. Коропачинский, Ырымбур губернаһында Н.А. Холодковский комиссар була). Март—апр. барлыҡ өйәҙ ҡалаларында һәм тау сәнәғәте ҡасабаларында советтар ойошторолоп, улар комиссарҙар һәм Ваҡытлы хөкүмәттең урындағы органдары эшмәкәрлеген контролгә ала. 5 мартта Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, 15 мартта Өфө гарнизонының Хәрби ойошмалар советы (рәйесе А.К.Евлампиев) ойошторола. Социалистик йүнәлештәге партиялар эшмәкәрлеге киң йәйелдерелә. Мартта Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһының берләшкән ойошмаларында Өфө губ. 136 кеше булһа, апр. 1643‑кә етә. Июлдә большевиктарҙың Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыу эшмәкәрлегенә күсеүе арҡаһында РСДРП эсендә бүленеш барлыҡҡа килә. Социал-революционерҙар партияһы Ваҡытлы хөкүмәтте лә, Советтарҙы ла яҡлай. Йәй партияла һул — радикаль [ҡара: Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы] һәм уң — уртаса ҡараш яҡлылар барлыҡҡа килә. Ер мәсьәләһен хәл итеү Бөтә Рәсәй Ойоштороу Йыйылышы үткәргәнгә тиклем кисектерелеп, крәҫтиәндәр хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә. Март—июндә Өфө губ. 90 ҙур крәҫтиән сығышы булып үтә. Крәҫтиәндәр араһында айырыуса эсерҙарҙың йоғонтоһо ҙур була. Апр. Крәҫтиән депутаттары советтары һәм Ваҡытлы хөкүмәт органдары — ер комитеттары ойошторола башлай. Советтарҙан тыш, эшселәр араһында әүҙем рәүештә профессиональ союздар, фабрика‑завод комитеттары һ.б. ойошмалар төҙөлә. Башҡорт өлкә бюроһы ойошторолоу м‑н тулыһынса Башҡорт милли хәрәкәте формалаша. Йәй Советтарҙа (Советтарҙың большевиклашыуы) һәм тотош ил б‑са большевиктарҙың йоғонтоһо көсәйә, уларҙың соц. революция һәм Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыу идеялары халыҡтың күпселегендә яҡлау таба. Рәсәй ғәскәрҙәренең июнь һөжүме еңелеүгә дусар булғандан һуң, халыҡтың Ваҡытлы хөкүмәткә ҡарата ышанысы ҡаҡшай. Июлдә Өфө губ. 43 совет эшләй. 4 июлдә Петроградта һуғышҡа ҡаршы булған меңәрләгән кеше ҡатнашлығындағы демонстрацияны ҡораллы ғәскәр м‑н ҡыуып таратыу властың абруйын төшөрә. Бындай шарттарҙа Юғары баш командующий ген. Л.Г.Корнилов Ваҡытлы хөкүмәт башлығы А.Ф.Керенскийҙан вазифаһын тапшырыуҙы талап итә. Авг. Корнилов фетнәһе тар‑мар ителгәс, барлыҡ демократик көстәр Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлауын белдерә. Көҙ большевиктар власты Советтарға биреү өсөн сығыш яһай. 7 сент. Өфө советы рәйесе итеп эсер В.П.Гиневский урынына большевик А.И. Свидерский һайлана. Советтарҙа етәксе вазифалар биләгән Өфө большевиктары Башҡортостанда власты ҡорал м‑н баҫып алыу б‑са эш башлай; эшселәр милицияһының ҡораллы дружиналары (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) ойошторола, Өфө гарнизоны частарында революцион рухлы һалдаттарҙан азатлыҡ легиондары төҙөлә. Февр. революцияһынан һуң Ваҡытлы хөкүмәттең эшсе, аграр, милли мәсьәләләрҙә аҡрын һәм эҙмә‑эҙлекһеҙ эш итеүе, Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы дөйөм милли кризистың көсәйеүенә килтерә һәм Октябрь революцияһы өсөн тәүшарттар тыуҙыра. 24 окт. 25‑енә ҡаршы төндә Петроградта ҡораллы эшселәр, гарнизон һалдаттары һәм Балтик флоты матростары Ҡышҡы һарайҙы баҫа һәм Ваҡытлы хөкүмәтте ҡулға ала. 26 окт. иртәһендә Петроградта булған ҡораллы сығыш т‑дағы хәбәр Өфөгә килеп етә; Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы һәм Крәҫтиән депутаттары советының берләштерелгән ултырышы уҙғарылып, унда большевиктар тәҡдиме б‑са ҡалала һәм губернала власты баҫып алыу т‑да ҡарар сығарыла, совет власының ғәҙәттән тыш органы — Өфө губерна революцион комитеты булдырыла. Нояб. 2‑се ярт. Йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна ком‑ты эшмәкәрлеге туҡтатыла, Ваҡытлы хөкүмәттең губерна комиссары ведомствоһы бөтөрөлә. Өфө губ. ҡайһы бер урындарында (Стәрлетамаҡ, Бөрө, Дәүләкән һ.б.) большевиктар диктатураһы урынлаштырыуға ҡаршы хәрәкәт була. Нояб. уртаһына совет власы Өфө губ. күпселек өлөшөндә сағыштырмаса тыныс юл м‑н урынлаша. Ваҡиғаларҙа Өфө, Бәләбәй һәм Златоуст ҡҡ. гарнизондарының большевиктар яғына сығыуы ҙур әһәмиәткә эйә була. Ырымбур губ. совет власы урынлаштырыуға А.И.Дутов етәкс. Ырымбур казак ғәскәре ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә. Р. Граждандар һуғышы ҡубыу сәбәптәренең береһе булып, Рәсәйҙең (ҡара: Рәсәй Федерацияһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы) һәм бөтә донъяның 20 б. артабанғы үҫешендә хәл иткес роль уйнай.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023