Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

Просмотров: 24739

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ, Башҡортостан (БР), Рәсәй Федерацияһы субъекты. Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы, төньяҡ‑көнсығышта Свердловск өлкәһе, көнсығышта Силәбе өлкәһе, көньяҡта Ырымбур өлкәһе, көнбайышта Татарстан Республикаһы, төньяҡ‑көнбайышта Удмурт Республикаһы менән сиктәш. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 142,9 мең км2. Баш ҡалаһы — Өфө ҡ. 1917 й. 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһы булараҡ ойошторола, 1919 й. 20 мартынан БАССР. 1990 й. 11 октябрендә БАССР ЮС‑ы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткәндән һуң, БАССР БССР — Башҡортостан тип үҙгәртелә, 1992 й. 25 февраленән хәҙерге исемен йөрөтә. 54 административ районды, 21 ҡаланы, 2 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала (2009). Юғары вазифалы кешеһе — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Дәүләт власының юғары закондар сығарыу органы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тора, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, урындағы идара һәм урындағы үҙидара органдары, суд власы — башҡарма органдар. Дәүләт телдәре — башҡорт теле һәм урыҫ теле. Ҡануниәткә ярашлы дәүләт символикаһы, район һәм ҡалалар символикаһы ҡабул ителгән.

  Халҡы4038,4 мең кеше (2021), ш. иҫ. 1172,3 мең башҡорт (2010). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 28,7 кеше/ км2. Урбанизация — 64%; иң ҙур ҡалалар — Өфө (1137,54 мең кеше), Стәрлетамаҡ (274,1), Салауат (148,9), Нефтекама (142,9), Октябрьский (113,7 мең кеше). Халыҡтың милли составы (%): урыҫтар — 36,0, башҡорттар — 29,5, татарҙар 25,4, сыуаштар — 2,7 һ.б. БР‑ҙа 160 милләт вәкиле йәшәй, Башҡортостан халыҡтарының төрлө яҡлап үҫеүенә йүнәлтелгән милли сәйәсәт тормошҡа ашырыла. Диндарҙарҙың күбеһе ислам, православие динен тота.

  Башҡортостан территорияһы, башҡорттар (ҡара: Башҡорт) тураһында тәүге мәғлүмәттәр 9 б. ғәрәп яҙма тарихи сығанаҡтарында (Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Иҙриси, Сәлләм Тәржемән һ.б. әҫәрҙәрендә) телгә алына. Б.э. 2‑се мең йыллығында башҡорт ырыуҙары берләшмәләре барлыҡҡа килә. 13 б. башында Башҡортостан территорияһы Монгол империяһының Жуси улусы, һуңыраҡ Алтын Урҙа, ул тарҡалғандан һуң, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Нуғай Урҙаһы составына инә. Территорияның күпселек өлөшө 16 б. уртаһында, Урал аръяғы өлөшө 16 б. аҙағында —17 б. башында Рус дәүләте составына инә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). 16 б. аҙағында Өфө өйәҙе ойошторола. Төбәкте колониялаштырыуҙың көсәйеүе, үҙәк һәм урындағы властарҙың башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоуы, һалым һәм йөкләмәләр артыуы башҡорт ихтилалдарына (17—18 бб.) килтерә, улар һөҙөмтәһендә хөкүмәт башҡорттарҙы крепостной крәҫтиән категорияһына күсереү, көсләп христианлаштырыу пландарынан баш тарта, уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таный. 1798 й. идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. Революция (1917) илдәге демократик үҙгәрештәргә алып килә. Башҡорт милли хәрәкәте барышында Башҡорт мәркәз шураһы ойошторола, ул 1917 й. 15 ноябрендә Башҡортостандың милли‑территориаль автономияһын иғлан итә, Ә.Ә.Вәлидов етәкселегендә Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт ғәскәре ойошторола. 1919 й. 20 мартындағы Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү менән республика совет власының үҙәк органдары тарафынан таныла.

  Башҡортостанда Граждандар һуғышы осоронда большевизм яҡлылар һәм Аҡтар хәрәкәте араһында көрәш бара, большевиктарға ҡаршы төрлө хөкүмәттәр (ҡара: Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты) эшләй. Хәрби коммунизм шарттарында республикала крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21) йәйелә. 1921—22 йй. аслыҡ һөҙөмтәһендә Башҡ. республикаһы һәм Өфө губернаһы халҡы 650 мең кешегә кәмей (дөйөм халыҡ һанынан 22%). Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында декреты буйынса АСБР составына Өфө губернаһы инә (ҡара: Оло Башҡортостан).

  Индустриялаштырыу һөҙөмтәһендә 1932 й. ҡарата БАССР‑ҙа сәнәғәт өлөшө халыҡ хужалығының тулайым продукцияһының 50%‑ын тәшкил итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР эвакуацияланған предприятие һәм кешеләрҙе урынлаштырыу, фронтты ҡорал, яғыулыҡ, аҙыҡ‑түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса илдең төп төбәктәренең береһе була. Һуғыштан һуңғы осор республикала нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм химия сәнәғәте үҫешенең юғары темптары менән характерлана. 50‑се йй. башында БАССР нефть сығарыу буйынса СССР‑ҙа — 2‑се, уны эшкәртеү буйынса 1‑се урынды биләй. 1952—53 йй. уртаса административ‑территориаль берәмектәрҙе бүлеү буйынса эксперимент барышында Өфө өлкәһе һәм Стәрлетамаҡ өлкәһе айырыла.

  БР‑ҙың Европа һәм Азия сигендә физик‑географик урынлашыуы, океандарҙан алыҫ булыуы, Урал тауҙарының ышыҡ барлыҡҡа килтереүе геологик һәм тектоник төҙөлөш, климат, рельеф, гидрографик селтәр, тупраҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы үҙенсәлектәре менән айырылып торған тәбиғи райондар формалашыуын билдәләй: Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы, Башҡортостандың Урал аръяғы. Уникаль тәбиғәт комплекстарының күп төрлөлөгөн һаҡлау өсөн дөйөм майҙаны 1226 мең га (республика майҙанынан 8,5%) булған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ойошторола. Тәбиғәт ресурстарының төрлөлөгө милли иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә. Ҡайһы бер файҙалы ҡаҙылмалар (агрономик мәғдәндәр, таш тоҙ, пирофиллит, минераль һыуҙар, баҡыр колчеданы мәғдәндәре, йөҙләү таштары һ.б.) запасы буйынса БР РФ‑та алдынғы урынды биләй. Запастар буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан 1250 файҙалы ҡаҙылма ятҡылығы, ш. иҫ. 194 нефть һәм тәбиғи газ, 900‑ҙән ашыу металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, 104 ер аҫты һыуҙары ятҡылығы, иҫәпкә алынған (2009).

  Башҡортостан — индустриаль‑аграр республика. Төп макроиҡтисад күрһәткестәре буйынса РФ субъекттарының тәүге унауһы иҫәбенә инә: 2007 й. тулайым төбәк продукты 381,6 млрд һум (9‑сы урын), РФ субъекттарының йыйылма тулайым төбәк продукты етештереүҙә БР‑ҙың өлөшө 2,1% тәшкил итә; ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса — 4‑се, торлаҡты сафҡа индереү буйынса — 6‑сы, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса 7‑се урынды биләй. Республикала төп капиталға аҡса йәлеп итеү һәм һалыуға (РФ буйынса 10‑сы урын), фән ҡаҙаныштарын күпләп талап итеүсе технологияларға йүнәлтелгән инвестиция сәйәсәте алып барыла.

  БР Урал иҡтисади районына инә. Ауыл хужалығы үҫемлекселектә иген, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, картуф һ.б., малсылыҡта ит, һөт етештереүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 7340,2 мең га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 3680,2, көтөүлектәр — 2364,4, сабынлыҡтар — 1252,4 (2009).

  Республика иҡтисады күп тармаҡлы. Яғыулыҡ‑энергетика комплексы (ш. иҫ. яғыулыҡ сәнәғәте), нефть эшкәртеү, химия һәм нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү, урман сәнәғәте (ш. иҫ. ағас әҙерләү сәнәғәте һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте) сәнәғәттең махсуслашыу тармаҡтары булып тора. Нефть сығарыу күләме буйынса республика РФ‑та — 9‑сы, уны эшкәртеү һәм нефть продукттарын етештереү буйынса — 1‑се (нефть эшкәртеү, автомобиль бензины, дизель яғыулығы, яғыулыҡ мазуты етештереүҙең 7—16%‑ы), троллейбустар сығарыу буйынса — 4‑се, автобустар сығарыу буйынса 5‑се урынды биләй. РФ‑та етештерелгән каустик соданың — 19%‑ын, изобутил һәм бутил спиртының — 53%‑ын, кальцинирланған соданың 58%‑ын етештерә, илдә берҙән‑бер аҡ ҡором һәм аш содаһын етештереүсе булып тора.

  БР‑ҙың инфраструктураһы, төҙөлөш комплексы үҫешкән. Яңы предприятиелар (Өфө трансформатор, быяла заводтары, Учалы районындағы эзбиз‑цемент комбинаты), социаль объекттар, торлаҡ әүҙем төҙөлә. Тимер юлдарҙың оҙонлоғо 1,5 мең км тәшкил итә, автомобиль юлдары — 34,8 мең км, суднолар йөрөй торған эске һыу юлдары — 932 км, магистраль үткәргес торбалар — 9,4 мең км (2008). 2008 й. тимер юл транспорты менән — 31,4 млн т, автомобиль транспорты менән — 126,1, үткәргес торба транспорты менән — 106,9, йылға транспорты менән 2,5 млн т йөк ташылған. Республика территорияһындағы тәбиғи шарттар, тәбиғәт объекттары һәм мәҙәни мираҫ объекттарының һаҡланыуы туризм, хеҙмәтләндереү сфераһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

  РФ бюджетына һалымдар һәм йөкләмәләр йыйыу буйынса БР Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 3‑сө урында тора (2009). БР‑ҙың геосәйәси хәле халыҡ‑ара бәйләнештәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостан — Рәсәйҙең иң ҙур экспортёр төбәктәренең береһе, 90‑дан ашыу ил (Ҡаҙағстан, Төркиә һ.б.) менән тышҡы иҡтисад бәйләнештәре тота. БР‑ҙың РФ тышҡы сауҙа әйләнешендәге өлөшө — 1,2% (15‑се урын), ш. иҫ. Экспорт — 1,7% (РФ‑та 11‑се урын), импорт — 0,3% (30‑сы урын).

  Социаль сәйәсәт халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, халыҡ һаулығын һаҡлауға, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуға һ.б. йүнәлтелгән. Республика мәғариф системаһына 1810 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 3014 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. филиал хоҡуғында 802 һәм дәүләткә ҡарамаған 5 мәктәп, 111 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһы, 76 дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған 20 урта профессиональ белем биреү йорто, 42 юғары уҡыу йорто, шуларҙың 30‑ы (18 филиал) дәүләт уҡыу йорто, ш. иҫ. Авиация техник университеты, Аграр университет, Башҡорт дәүләт университеты, Медицина университеты, Нефть техник университеты, Педагогия университеты, Сәнғәт институты һ.б. инә. 199 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 51 музыка, 19 художество, 70 сәнғәт мәктәбе, 128 спорт мәктәбе һәм спорт клубы һ.б. эшләй (2008).

  БР‑ҙа 63 ойошма фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә (2008). РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге һәм БР‑ҙың Фәндәр академияһы институттарында фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла (ҡара: Фән).

  БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы 453 учреждениены үҙ эсенә ала: 177 дауахана, 199 амбулатория‑поликлиника, 12 әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениеһы, 3 ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, 25 диспансер, 9 махсус типтағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, медицина үҙәге, 2 гигиена һәм эпидемиология үҙәге һ.б. 22 шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениеһы эшләй. 10313 спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә, 128 спорт төрө үҫтерелә, 1,2 млн кеше физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә (2008).

  БР‑ҙа төрлө сәнғәт төрҙәре үҫешә: архитектура, балет, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, кино (ҡара: Кино селтәре), музыка, театр, хореография, һынлы сәнғәт (графика, рәсем сәнғәте, скульптура, сценография һ.б.), цирк сәнғәте һ.б. 12 театр, 5 филармония; Башҡортостан киностудияһы, Башҡортостан телерадиокомпанияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Милли симфоник оркестр, 1076 музей, 20‑гә яҡын  һынлы сәнғәт галереяһы эшләй (2008). Рәссамдар ижади союзы эшләй. Музыкаль фестивалдәр һәм конкурстар, үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары, театр фестивалдәр һәм конкурстар, ш. иҫ. Нуриев Р. исемендәге халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивале, һ.б. даими үткәрелә. 2466 мәҙәни‑ял учреждениеһы иҫәпләнә (2006): ауыл, район, ҡала мәҙәниәт һарайҙары, улар ҡарамағында ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, үҙешмәкәр сәнғәт ижады түңәрәктәре, халыҡ театрҙары, оркестрҙар, бейеү ансамблдәре һ.б. эшләй. Халыҡ китапханалары селтәре бар; Милли китапхана фондында бөтә белем өлкәләре б‑са 20‑нән ашыу телдә 3,1 млн ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Китап нәшер итеү эше (80‑дән ашыу нәшриәт эшләй), киң мәғлүмәт саралары үҫешә.

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.05.2024