АЗОТ КИСЛОТАҺЫ
АЗОТ КИСЛОТАҺЫ, нитрат кислотаһы, HNO3, төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле төтөнләнеп тороусы шыйыҡса; tиреү —41,1°С, tҡайнау 82,6°С, тығыҙлығы 1522 кг/м3. Ҡуйыртылған А.к. — көслө окисландырыусы, еңел тарҡала, барлыҡҡа килеүсе продукт һары төҫ бирә. Һыуҙа төрлө нисбәттәрҙә эрей.
Күп органик берләшмәләр (ҡара: Нитратлаштырыу), бөтә металдар (вольфрам, молибден, тантал һәм ҡайһы бер затлы металдарҙан башҡа) м‑н реакцияға инә. Өҫкө йөҙҙәрендә оксид шекәрәһе барлыҡҡа килеү сәбәпле, алюмин, тимер һәм хром ҡуйыртылған А.к. м‑н реакцияға инмәй. А.к. һәм азот оксидтарының парҙары ағыулы (азот диоксиды б‑са иҫәпләгәндә, ПДК — 2 мг/м3).
Башҡортостанда А.к. етештереү 20 б. 80‑се йй. уртаһында “Минудобрения” пр‑тиеһында үҙләштерелә. 57%‑, 56%‑ һәм 46%‑лы (массаһы б‑са) к‑талар сығарыла. 100%‑лы к‑та м‑н иҫәпләгәндә, етештереү күләме йылына 600 мең т тәшкил итә. А.к. алыуҙың технологик схемаһы аммиакты платина-родий-палладийлы катализатор өҫтөндә һауа кислороды м‑н 800—910°С т‑рала окислауҙан азот оксиды алыу, 230—310°С т‑рала азот оксидынан азот диоксидын алыу һәм уны һыу м‑н берләштереү стадияларынан тора. Респ. пр‑тиеларында А.к. органик синтезда, аммиак селитраһы, комплекслы ашламалар, шартлаусан матдәләр, буяуҙар, лактар һ.б. етештереүҙә файҙаланыла.
В.Н.Гусаков, В.А.Потеряхин
Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева