“АВАНГАРД”
“АВАНГАРД”, федераль хөкүмәт пр‑тиеһы. Химия продукцияһы етештерә, сәнәғәт шартлаусан матдәләрен һынай һәм етештерә, һуғыш припастарын утилләштереүҙе тормошҡа ашыра. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составы: тауар продукцияһы, ағас тара, аҙ күләмле химия производстволары. Нитроэмалдәр, эреткестәр, нитролактар, гранипорҙар, шашка-детонаторҙар сығара. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың химия комплексы, тау тоҡомдары һәм төҙөлөш сәнәғәте пр‑тиелары.
1941 й. Ворошиловград өлк. Петровеньки ҡ. эвакуацияланған завод базаһында 850‑се дары етештереү з-ды булараҡ нигеҙ һалына. 1956 й. алып 21‑се почта йәшниге, 1964 й. — “А.” з‑ды, 1991 й. — ПБ, 2000 й. — ФДУП, 2006 й. хәҙ. статусын ала. “А.” м‑н Ф.М.Ғәзизов, Б.И.Етеханов, Г.А.Иванов, В.Е.Попов, В.Н.Шик һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Г.А.Миһранова