Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТИК

Просмотров: 2338

БАТИК (малай теленән), туҡыма биҙәү техникаһы, ш. уҡ биҙәлгән туҡыма үҙе. Ява утрауында барлыҡҡа килгән Б. традицион техникаһында нескә ҡатлам м‑н балауыҙҙан һүрәт төшөрөлә һәм туҡыма буяуға маныла, ул балауыҙ яғылмаған урындарҙы буяй. 20 б. Б. техникаһы ҡатмарлаштырыла, технологияһы камиллаштырыла — балауыҙ урынына, ҡағиҙә булараҡ, төрлө төҫтәрҙән резерв состав ҡулланыла, биҙәктәрҙе туҡымаға йышыраҡ бумала м‑н төшөрәләр. Һалҡын һәм эҫе (анилин буяуҙарҙы эҫе пар м‑н нығыталар) Б. техникаларын айырып йөрөтәләр. Б. театр декорацияларын һәм костюмдарын әҙерләүҙә, интерьер, кейем дизайнында һ.б. ҡулланыла.

Башҡортостанда Б. техникаһы 1962 й. А.М.Черковская башланғысы м‑н “Ағиҙел” ПБ эргәһендә ҡулдан биҙәү цехы асылғас тарала (тәүгеләрҙән булып был техникала М.В.Конверт эшләй башлай). 80‑се йй. аҙ. Г.З.Гәрәева һәм В.В.Вәлиуллин үҙ эштәрен һалҡын Б. техникаһында ижад итәләр. Гәрәеваның эштәре этнографик йүнәлеше м‑н айырылып тора: “Башҡорт мотивтары” баш бөркәнсектәре серияһы (“Һунар”, “Солоҡсолоҡ”, “Йылҡысылыҡ”, “Игенселек”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте”, “Музыка”; 1995, кизе-мамыҡ), декоратив яулыҡтарҙан “Семәрле мосолман яҙыуы” триптихы (“Ҡазан каллиграфияһы. Саз”, “Аллаға шөкөр”, “Фарсы шаһы һунары”; 1997, ебәк). Вәлиуллиндың эштәре этнофутуризмға (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) тартым. Уның әҫәрҙәрендә төҫтәр гаммаһы мариҙарҙың милли кейеме колоритына йүнәлтелгән. Ул “Йылы яҡтылыҡ” (1990), “Алһыу Ҡаплан өсөн панно” (1992) һ.б. декоратив ҡорғандар ижад итә. Рәссам төрлө туҡымаларҙы ҡуллана: етен (“Йыһан”, 1990), вискоза (“Күк төҫ менән абстракт композиция”, 1991), крепдешин (“Таң тыуыуы”, 1996). Һалҡын һәм эҫе Б. техникаһында О.П.Карева ла ижад итә: “Башҡорт моңдары” (шифон) һәм “Боронғо һарай” (крепдешин) яулыҡтары; “Элекке хаттар” (крепдешин) һәм “Бәпембә” (шифон; бөтәһе лә — 1997) блузондары; “Көнбағыштар” һәм “Манаралар” кейемдәре; “Бәхет ҡошо” һәм “Башҡорт сюитаһы” (бөтәһе лә — 1998, шифон) күлдәктәре. Рәссамдың ижади рух сығанағы — тәбиғәт: “Нәркәстәр” һәм “Ирис” яулыҡтары, “Ләләләр” палантины (бөтәһе лә — 1999, шифон). Л.И.Хәбибрахманованың көнсығыш мотивтары м‑н икона яҙыу элементтарын берләштереүсе әҫәрҙәренә филос. йөкмәтке һалынған: “Бүләкләүсе һәм иҫкәртеүсе ҡул” (2000), “Һауығыу” (2003; икеһе лә — ебәк). О.Ю.Зозуля (Бөрө ҡ.) ижадына биҙәктең нәфис пластикаһы, баҙыҡ колорит хас. Уның эштәренең тематикаһы һәм стилистикаһы ҡытай һәм япон һынлы сәнғәте традицияларына яҡын: “Хризантемалар”, “Тәҙрә, зәңгәр көршәк” (икеһе лә — 1998), “Һары ҡыуаҡ” (1999), “Көҙгө тәҙрә” (2000; бөтәһе лә — ебәк). Провинция ҡалаһының поэтик панорамаһын “Минең Бөрөм” триптихы (2000, ебәк) тергеҙә. Һалҡын Б. техникаһында төҫтәрҙе ҡат-ҡат яғыу ысулы м‑н О.А.Мартьянова эшләй. Уның ижады күп төрлө: абстракт һәм тематик композициялар, натюрморт, анималистика, пейзаж. Рәссам ҡайһы бер әҫәрҙәрендә башҡ. халҡы мәҙәниәтенең тарихи-этнографик ҡатламына мөрәжәғәт итә, композицияларға милли орнамент элементтарын, ижади интерпретацияланған үҫемлек формаларын индереп ебәрә: “Арҡайым” (2002), “Яҡтылыҡ сығанаҡтары” (2003), “Башҡорттар тарихы”, “Боронғо ҡорал”, “Тормош ағасы” (бөтәһе лә — 2004, ебәк). Б. — Башҡортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә перспектив йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: