Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКВАРЕЛЬ

АКВАРЕЛЬ (фр. aguarelle) һыу ҡушып шыйығайтылған буяуҙар, ш. уҡ ошо буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсем. А. төп сифаты — буяу ҡатламы аша ерлектең (ҡағыҙ, һирәгерәк — ебәк, фил һөйәге) тоны һәм фактураһының үтәнән-үтә күренеүсәнлеге. А. живопись (тон байлығы, төҫ м‑н форма һәм киңлек перспективаһын булдырыу)...

АППЛИКАЦИЯ

АППЛИКАЦИЯ (лат. applicatio — ябыу), туҡыма йәки ҡағыҙға төрлө төҫтәге материал киҫәктәрен йәбештереү, тегеү ысулы м‑н нәфис һүрәттәр эшләү; ошо ысул м‑н эшләнгән һүрәт, биҙәк. Башҡорттарҙа А. — тамыры м‑н төрки‑монгол күсмә халыҡтарының боронғо мәҙәниәтенә барып тоташыусы биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең...

АССАМБЛЯЖ

АССАМБЛЯЖ (фр. assemblage), һынлы сәнғәттә ғәҙәти булмаған материалдарҙан эшләнгән әҫәр. А. техникаһы 20 б. башында кубистар коллажынан, Пикассо һәм итальян футуристарының тәүге абстракт скульптураларынан барлыҡҡа килә. Концептуаль сәнғәт төрө булараҡ А. бер үк ваҡытта төрлө пластик һәм рәсем сәнғәте...

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович [29.12.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 8.12.1994, Мәскәү], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1989). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. халыҡ күтәрелеше иҫтәлегенә арналған Мәскәү өлкә һынлы сәнғәт художество...

БАТИК

БАТИК (малай теленән), туҡыма биҙәү техникаһы, ш. уҡ биҙәлгән туҡыма үҙе. Ява утрауында барлыҡҡа килгән Б. традицион техникаһында нескә ҡатлам м‑н балауыҙҙан һүрәт төшөрөлә һәм туҡыма буяуға маныла, ул балауыҙ яғылмаған урындарҙы буяй. 20 б. Б. техникаһы ҡатмарлаштырыла, технологияһы камиллаштырыла —...

ВӘЛИТОВ Илдус Ғәләметдин улы

ВӘЛИТОВ Илдус Ғәләметдин улы (20.9.1947, Ҡазан — 1.7.2000, Өфө), график, архитектор. Архитекторҙар союзы (1980) һәм Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1973) “Татпроект” ҒТИ (Ҡазан) хеҙм‑ре. 1978 й. алып “ГипроНИИавиапром”...

ВӘЛИУЛЛИН Ренат Абдулла улы

ВӘЛИУЛЛИН Ренат Абдулла улы (20.9.1947 й., БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а.), рәссам. БР-ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Рим А.Вәлиуллиндың ағаһы һәм Рифғәт А.Вәлиуллиндың ҡустыһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; педагогтары Р.М.Нурмөхәмәтов, Н.Л.Пеганов) Башҡ‑н ижади...

ВЕСЕЛОВ Александр Владимирович

ВЕСЕЛОВ Александр Владимирович (4.2.1948, Ленинград), график. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2009). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1972; педагогы М.А.Таранов). 1974 й. алып Башҡ‑н ижади производство комб‑ты рәссамы,...

ВИНОКУРОВ Евгений Александрович

ВИНОКУРОВ Евгений Александрович (15.12.1946, Өфө), рәссам. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). 1969 й. алып Өфөнөң төрлө учреждениеларында һәм пр‑тиеларында рәссам булып эшләй, 1993—2003 йй. Өфө һынлы сәнғәт галереяһының дир. урынбаҫары. Реалистик рәсем сәнғәтенеңүҙенсәлекле...

ВИТРАЖ

ВИТРАЖ (фр. vitrage), быяланан йәки яҡтылыҡ үткәрә торған башҡа төр материалдан орнаментлы йәки сюжетлы декоратив композиция (тәҙрәлә, ишектә, үҙаллы панно рәүешендә, төрлө сәнғәт әйберҙәрендә). В. художество тәьҫире тәбиғи йәки яһалма яҡтылыҡ м‑н көсәйтелә. Төҫлө В. төҫтәрҙе үҙгәртеп торған һауа-яҡтылыҡ...

ВОСКРЕСЕНСК КАРТИНАЛАР ГАЛЕРЕЯҺЫ

ВОСКРЕСЕНСК КАРТИНАЛАР ГАЛЕРЕЯҺЫ, Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы филиалы. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. Э.И.Корлейстың элекке йортонда урынлашҡан. 1970 й. совет рәсем сәнғәте галереяһы булараҡ ойошторола, 1979 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Галереяны ойоштороусылар — рәссамдар...

ГАЙСЛЕР Зоя Павловна

ГАЙСЛЕР Зоя Павловна [22.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Шыланны а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). М.И.Калинин ис. Мәскәү художестволы сәнәғәт уч‑щеһын тамамлаған (1958). 1950 й. алып Өфөнөң художестволы кәсеп артелдәрендә эшләй, 1963—92 йй....

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович (8.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёво станцияһы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Әшә р‑ны Кропачёво ҡсб, — 11.6.1955, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары А.П.Лежнев, Л.В.Лезенков). 30‑сы йй. Өфө урамдарын байрамдарға...

ГОБЕЛЕН

ГОБЕЛЕН (фр. gobelin), ҡулдан һуғылған балаҫ-картина. Атамаһы буяусы  Гобелендар (15 б.) фамилияһынан. Традицион рәүештә Көнб. Европа классик Г. туҡыу оҫтаһы тарафынан рәссамдың төҫлө ҡатырғаһы б‑са ебәк һәм йөн ептәрҙән, нығытыусы арҡаулыҡ ептәр файҙаланып (туҡымала аралыҡ ҡалдырмай), горизонталь йәки...

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович (24.8.1955, Мәскәү — 19.8.2009, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). К.А.Головченконың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1982; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Күбеһенсә графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Линеар ритм көсөргәнешлеге һәм декоратив колорит м‑н айырылып...

ГОЛОВЧЕНКО Константин Александрович

ГОЛОВЧЕНКО Константин Александрович (16.8.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙ. Өфө эсендә – 23.4.2003, Өфө), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1985). Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр-художество уч-щеһын тамамлағандан һуң (1950; педагогы А.Э.Тюлькин) СССР-ҙың...

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна (4.4.1949, Чита өлк. Борзя ҡсб), керамика оҫтаһы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976) 1977 й. тиклем “Пролетарий” фарфор з‑дында (Новгород өлк. Пролетарий ҡсб) эшләй, 1978—87 йй. Башҡ‑н ижади-производство...

ГРАЧЁВА Валентина Павловна

ГРАЧЁВА Валентина Павловна (17.7.1933, Семёнов ҡ. — 2.1.2008, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). Семёнов художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1954) “Хохлома биҙәге” производство-художество берекмәһе (Семёнов) рәссамы. 1974—92 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда эшләй:...

ГРИГОРЬЕВ Юрий Николаевич

ГРИГОРЬЕВ Юрий Николаевич (9.10.1951, Самбор ҡ.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Рәссамдар союзы ағзаһы (2000). 2-се Өфө пед. уч-щеһын (1971), М.А.Шолохов ис. Мәскәү асыҡ пед. ун-тының Өфө филиалын (2003) тамамлаған. 1971 й. алып Өфөлә эшләй: 1977 й. башлап 1-се Өфө сәнғәт мәктәбендә,...

ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич

ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич (4.3.1941, Новоукраинка ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2008). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1965). 1968 й. алып Өфөлә эшләй: 1972—95 йй. Башҡ. ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте һәм монументаль сәнғәт...