ИҪКЕБЕЙ
2145
ИҪКЕ БЕЙ, бөрйән ырыуы башлығы. Бөрйәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Бикбау бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаусы жалованный грамота ала. И.б. тархан титулы бирелә.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр:
Связанные статьи: