Список материалов
АҘНАЙ БЕЙ
АҘНАЙ БЕЙ, юрматы ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы башлығы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң староста итеп тәғәйенләнә. А.б. нәҫеле Стәрлетамаҡ...
АЙСЫУАҠ БЕЙ
АЙСЫУАҠ БЕЙ, ғәйнә ырыуы ҡәбиләһенең башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, ғәйнәләрҙең Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала.
Тәрж. Д.К.Үзбәков...
АЛДАР, башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе
АЛДАР, А. Иҫәкәев, А. Иҫәнгилдин (яҡынса 17 б. 70‑се йй. — 16.5.1740, Өфө провинцияһы Минзәлә, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнашыусы. Тархан....
АРЫҪЛАНОВТАР
АРЫҪЛАНОВТАР, башҡорттар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Арыҫлан Аҡҡолов, тархан, батыр. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1708—22 йй. башҡа старшиналар м‑н бергә яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе м‑н, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙар,...
БАБСАҠ БЕЙ
БАБСАҠ БЕЙ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. 15 б. 2‑се ярт. Ете ырыу берләшмәһендә (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) власть өсөн көрәш алып бара. Ул башлыҡ булған осорҙа ырыу бөрйәндәрҙең аҫаба ерҙәренә (ҡара: Аҫабалыҡ) килеп ултыра. “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Б.б. бөрйән...
БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ
БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттарынан. Тархан. Ш. уҡ улустың старшинаһы. 6 мең баш тирәһе йылҡыһы булған. Бер нисә тимер мәғдәне ятҡылығын, ш. иҫ. Магнит тауын, беренсе булып асыусы (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм...
БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН
БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...
БЕЙ
БЕЙ (төр. — хаким, әфәнде, кенәз), бәк, төрки халыҡтарҙа юғары ҡатламға ҡараған кешенең титулы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу башлығының быуындан‑быуынға күсә килгән титулы. Шәжәрәгә ярашлы, меңле ырыуы башлығы тип Урҙас бей, үҫәргәндәрҙә — Мөйтән бей, бөрйәндәрҙә — Бөрйән бей, табындарҙа — Майҡы бей...
БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы
БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы. Үҫәргәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрәгә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Иҫке бей, Ҡаракүҙәк бей Мишәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү батшалығы составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара:...
БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ
БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июль—авг. ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар м‑н...
БУРАНБАЙ СӘСӘН
БУРАНБАЙ СӘСӘН [ысын исеме Ҡотошов/ Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы); 1765 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1771 йәки 1781), Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — яҡынса 1868, фаразланыуынса, БР‑ҙың Хәйбулла...
БУРНАҠ БЕЙ
БУРНАҠ БЕЙ (ысын исеме Ҡаҙанҡап), юрматы ырыуы башлығы. Юрматыларҙың нуғайҙар м-н бергә Кубань й. китеүенә ҡаршы сыға. Б.б. м-н ҡалған башҡорттар үҙ‑ара һуғыштар барышында бөлгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға ирешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы алдынан Б.‑б. власты Тәтегәс бейгә тапшыра. Шәжәрәгә...
ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм
ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...
ДӘҮЛӘТБАЕВТАР
ДӘҮЛӘТБАЕВТАР, башҡорт ихтилалында (1662 — 64) ҡатнашыусылар, бер туғандар. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Тархандар. Ишмөхәмәт Д., Ишембәт Д., 1662 й. көҙөндә Минзәләлә Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийҙың ихтилалды баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәренә ҡушыла. 1663 й. яҙында баш күтәреүселәр...
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха,...
ИҪӘН ХАН
ИҪӘН ХАН, Әсән хан, башҡ. ханы, башҡорттарҙың ирәкте ҡәбиләһе башлығы. Майҡы бей нәҫеленән. Ҡазан ханлығы тарханы. 16 б. 1‑се ярт. Башҡортостандың төньяғында байҡы (ҡара: Ун), балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан (ҡара: Танып), таҙ, уран башҡ. ҡәбиләләре берләшмәһе етәксеһе. Беүә һәм Тере Танып йй. алып Ағиҙел...
ИҪКЕБЕЙ
ИҪКЕ БЕЙ, бөрйән ырыуы башлығы. Бөрйәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Бикбау бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың...
ИШҠАРА АРЫҪЛАНОВ
ИШҠАРА АРЫҪЛАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Өстүбә а. (хәҙ. Бүздәк р‑ны Оло Өстүбә а.) башҡорто. Тархан. Шул уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Февр.—мартта...
ЙОСОП НАДИРОВ
ЙОСОП НАДИРОВ, башҡорт ихтилалын (1735—40) һәм Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Ҡазан даруғаһы Надир улусы Яңы Надир а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) башҡорто. Тархан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Надир Ураҙмәтовтың улы. 1754 й. атаһы м‑н бергә нефть з‑ды төҙөүгә рөхсәт ала....
КҮРПӘС БЕЙ
КҮРПӘС БЕЙ (1500—1575), табын ырыуының кесе табын аймағы башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, табындарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң, рус подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаған жалованный грамота...