Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСАН ҠАЙҒЫ

АСАН ҠАЙҒЫ, Асан ата (15 б.), йырау. Уның тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Фаразланыуынса, Алтын Урҙа ханы Оло Мөхәммәт идара иткән осорҙа йәшәгән. “Әмәт улы Айса” эпосының ҡаҙаҡ версияһы мәғлүмәттәре буйынса, А.Ҡ. Уралда, Ағиҙел й. буйында йәшәгән. Ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре фекеренсә,...

БАЙЫҠ АЙҘАР

БАЙЫҠ АЙҘАР [ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Баймөхәмәт Байназаров; 1734, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1710; Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай а. (хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ улустың Мәхмүт а. (Салауат р‑ны) — яҡынса 1815], сәсән. “Байыҡ Айҙар сәсән”...

БУРАНБАЙ СӘСӘН

БУРАНБАЙ СӘСӘН [ысын исеме Ҡотошов/  Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы); 1765 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1771 йәки 1781), Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — яҡынса 1868, фаразланыуынса, БР‑ҙың Хәйбулла...

БУРАНҒОЛОВ Мөхәммәтша Абдрахман улы

  БУРАНҒОЛОВ Мөхәмәтша Абдрахман улы (15.12.1888, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 9.3.1966, Өфө), фольклорсы, драматург. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен (1907) һәм “Хөсәйениә”...

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (9.12.1898, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а., — 5.7.1979, шунда уҡ), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя, Граждандар һуғышы, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғыштарында ҡатнашыусы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Төрки,...

ҒӘБИТ СӘСӘН

ҒӘБИТ СӘСӘН [ысын исеме Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы; 1856 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1850), Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҙрис а., хәҙер БР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Иҙрис а., — 1921, шунда уҡ], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы. Ғ.с. репертуары бай...

ДӘҮЛӘТШИН Фәррәх Дәүләтша улы

ДӘҮЛӘТШИН Фәррәх Дәүләтша улы [31.1. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.2.) 1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Уртай а., хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иҫке Уртай а. — 12.1.1956, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Яңы Байыш а.], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). 1912—16 йй. “Аҡ шишмә” ҡағыҙ...

ЕРӘНСӘ СӘСӘН

ЕРӘНСӘ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир-импровизаторы. Е.с. тормошо т-да документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме “Ерәнсә сәсән”, “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” һ.б. башҡ. риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Е.с. 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған (ҡара: Бәндәбикә кәшәнәһе). Байым...

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы, Йәрми Сәйете [29.9.1884, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 19.10.1972, Өфө], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1926—27 йй. — Шишмә халыҡ театры, Б.В. һуғышы йылдарында Башҡ. филармонияһы музыканты. И. скрипкаға...

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН (ысын исеме Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1799; Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңы Балапан а., — 1878, шунда уҡ), башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. 1830‑сы йй. 6‑сы башҡ. кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829). Ишмөхәмәт...

ЙЫРАУ

ЙЫРАУ (төркисә — йырсы), күп төрки халыҡтарында шағир‑импровизатор. Й. ижадының тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. “Йырсы‑музыкант” мәғәнәһендәге “йырағу” һүҙе Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәтендә осрай. Башҡ. ауыҙ‑тел әҙәбиәте тарихында Й. ижадының сәскә атыуы Нуғай Урҙаһы...

КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы

КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы [1902, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мулдаш а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 1970 й. һуң, Миәс ҡ.], әкиәтсе. Репертуары бай һәм төрлө. Башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын: “Ҡисса-и-Йософ”, “Әл‑ҡисса Буҙйегет”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, билдәле йырау һәм сәсәндәр т‑да, ҡаҙаҡ аҡындары...

ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы

ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы [22.12.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Һаҡмар‑Наҙарғол а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 6.6.2017, шунда уҡ], йырсы, сәсән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1949—84 йй. Хәйбулла р‑нының “Һаҡмар” к‑зында эшләй. Башҡ. традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Репертуарында...

ҠАҘТУҒАН ЙЫРАУ

ҠАҘТУҒАН ЙЫРАУ, Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы, шағир‑импровизатор. Ҡ.й. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Күп кенә башҡ., ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдары (М.Х.Иҙелбаев, К.Мәмбәтов, Г.Муштак, Х.Суйыншәлиев һ.б.) фекеренсә, Ҡ.й. яҡынса 1420 й. Волга буйҙарында (Әстерхан өлк. Ҡыҙыл Яр а. эргәһендә) тыуған. Сығышы...

ҠАРАС СӘСӘН

ҠАРАС СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡарас менән Аҡша” эпосында, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәтендә һ.б. һаҡланған, уларҙа Ҡ.с. ҡыйыу хәрби етәксе һәм ырыу башлығы итеп һүрәтләнгән. Риүәйәттәр б‑са, Ҡ.с. Ҡараһаҡалдың замандашы, Ҡобағош сәсәндең...

ҠОБАҒОШ СӘСӘН

ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡобағош сәсән”, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәттәрендә, ҡаҙаҡ аҡыны Бисәнбайҙың өләңендә һаҡланған. “Ҡобағош сәсән” риүәйәте б‑са, сәсән 15 б. аҙ. – 16 б. урталарында йәшәгән, бей булған, Ҡарағөлөмбәткә...

ҠУҢҠАС СӘСӘН

ҠУҢҠАС СӘСӘН, Ҡоңҡаҫ сәсән (18 б. 2‑се ярт. — 19 б. башы), башҡ. шағир-импровизаторы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. М.Х.Иҙелбаев тарафынан Миәкә р‑ны Илсеғол а. З.Ғ.Төхвәтуллиндан яҙып алынған риүәйәт б‑са, Ҡ.с. уҡымышлы кеше булған, халҡының тарихын, фольклорын белгән,...

МӘХМҮТ СӘСӘН

МӘХМҮТ СӘСӘН, башҡ. шағир-импровизаторы, ҡурайсы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. М.А.Буранғолов тарафынан яҙып алынған “Мәхмүт сәсән” риүәйәте б‑са, М.с. 18 б. йәшәгән, Әүешкүл буйында тыуған, Яугүл (ҡара: Күлтабан) янында вафат булған. Байыҡ Айҙарҙың уҡыусыһы була. Башҡорт ихтилалдарының...

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Сабирйән Мөхәмәтзакир улы

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Сабирйән Мөхәмәтзакир улы, С а б и р й ә н с ә с ә н (1890, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 2‑се Әбделмәмбәт а., хәҙ. БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Әбделмәмбәт а., — 15.10.1934), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1900—11 й. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Рауил а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил...

МУЛЛАБАЕВ Сәһриәр Ғабдрахман улы

МУЛЛАБАЕВ Сәһриәр Ғабдрахман улы [1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сураҡай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1977, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Беренсе донъя һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Төрки телен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Б.В. һуғышы осоронда айырыуса әүҙем ижад итә. “Гитлерҙың һуғыш асыуы...