Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттарынан. Бикйән Туҡтамышев менән бергә шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Хөкүмәт вәкилдәре менән ихтилалды туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й....

АҠАЙ КҮСЕМОВ

АҠАЙ КҮСЕМОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән. 1735 й. июнендә Өфө ҡ. эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек...

АЛДАР, башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе

АЛДАР, А. Иҫәкәев, А. Иҫәнгилдин (яҡынса 17 б. 70‑се йй. — 16.5.1740, Өфө провинцияһы Минзәлә, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнашыусы. Тархан....

АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН

АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН (?—1664), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Себер даруғаһында эш итә. 1663 й. мартында А.Б. Тубыл воеводаһы И.А.Хилков м‑н һөйләшеүҙәр алып бара, әммә улар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Яҙын Себер даруғаһы башҡорттары А.Б. һ.б. етәкселегендә...

ӘЛӘНЙЕЙӘНҒОЛ ҠОТЛОҒУЖИН

ӘЛӘНЙЕЙӘНҒОЛ ҠОТЛОҒУЖИН (1670 — 25.8.1740), башҡорт ихтилалдары (1735— 40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһының Әйле улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июнендә Себер даруғаһының баш күтәргән башҡорттар отрядтарына етәкселек итә. 1739 й. көҙөндә Ә.Ҡ. Аҙнабай Теләүғолов, Мәндәр Ҡарабаев,...

ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ

ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ, Әлкә Һ. (1679—1755, Ырымбур губернаһы Шәләхмәт а.), башҡорт ихтилалы (1755—56) инициаторы һәм ойоштороусыларҙың береһе. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында Бикбулат Арҡаев менән бергә ихтилал әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итеп, Батыршаға...

БАТЫРША

БАТЫРША, Ғабдулла Ғәлиев, Ғөбәйҙулла Мәзгәлдин [ысын исеме Баһадиршаһ Ғәли улы; яҡынса 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1717) — 24.7.1762, Шлиссельбург ҡәлғәһе], башҡорт ихтилалы (1755—56) идеологы, уның етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡарыш а. (хәҙ. Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәренән. 1734—44 йй....

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы менән берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме менән Батыршаға хат ебәрә. Май...

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында...

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ (? — 1662, Өфө), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан. 1662 й. Нуғай һәм Ҡазан даруғалары терр‑яһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Өфө, Минзәлә һәм Өфө өйәҙенең башҡа торама пункттары эргәһендә хәрәкәт итә. Ярлыҡау һорап килгән баш күтәреүселәр...

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР, башҡорт ихтилалында (1662 — 64) ҡатнашыусылар, бер туғандар. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Тархандар. Ишмөхәмәт Д., Ишембәт Д., 1662 й. көҙөндә Минзәләлә Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийҙың ихтилалды баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәренә ҡушыла. 1663 й. яҙында баш күтәреүселәр...

ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ

ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ (? — 1706 й. авг., Ҡазан), башҡорт ихтилалы (1704 — 11) етәкселәренең береһе. Ҡазан даруғаһы башҡорто. 1705 й. яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, йәйен хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы сиге (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ҡәлғәләре тирәһендә яу алып...

ИМАН

ИМАН, 1704—06 йй. һәм 1707—08 йй. башҡ. ихтилалдары етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)]. Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан. Батыр. 1705 й. башында һайлап алынған башҡорттар м‑н бергә Өфөлә була, император указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар А.Сергеев бойороғо б‑са тән язаһына...

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ, башҡорт ихтилалы (1735—40) юлбашсыларының береһе. Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1736 й. алып Мәндәр Ҡарабаев м‑н берлектә Себер даруғаһы терр‑яһында һуғыша. 1737 й. яҙ аҙағында Ҡоҙаш Рахманғолов һ.б. етәкс. хөкүмәткә “тоғро” старшиналар отрядтарына...

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ (?—1755, Ырымбур), башҡорт ихтилалы (1755—56) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. Әликәш Һөйөндөков һәм Бикбулат Арҡаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһының баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға...

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ (? — 3.6.1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739 й. көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. алып Себер даруғаһында...

ЙОСОП АРЫҠОВ

ЙОСОП АРЫҠОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы. Батыр. Мулла. Бәпәнәй Төрөпбирҙин м‑н берлектә Себер даруғаһындағы ихтилалды етәкләй. 1735 й. авг. Й.А. һәм Байрас Йәнырыҫов отрядтары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша, Тинес биҫтәһенән Ырымбур ҡ....

КИЛМӘК НУРЫШЕВ

  КИЛМӘК НУРЫШЕВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Батыр. Абыҙ. Башҡорт ихтилалында (1704—11), баш күтәргән башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырымда төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Бөтә башҡорт йыйынын үткәреү инициаторҙарының...

КӨСӨКБАЙ

КӨСӨКБАЙ (?—18.8.1755), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Батыр. 1755 й. авг. Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустары кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. К. етәкс. баш күтәреүселәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлгән заводтарҙы...