Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?), кантон башлығы, сотник (1861). Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шыршы-Тартыш а.) башҡорто. 1848 й. алып 11‑се, 1856 й. — 16‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1858 й. башлап 15‑се, 1861—62 йй. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы....

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы (1808—?), кантон башлығы, сотник (1857). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Баймырҙа а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. Хиуа походында (1839—40), Силәбе өйәҙендә 1843 й. дәүләт крәҫтиәндәре ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1833 й. алып йорт старшинаһы, 1842 й. — 7‑се башҡ. кантоны...

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-яҫауыл (1862). Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) башҡорто. 1849 й. алып йорт старшинаһы, 1855 й. — 27‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. — 28‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1859 й....

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы (1791—?), кантон башлығы, зауряд-хорунжий (1827). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) башҡорто. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1828 й. алып йорт старшинаһы, 1848 й. — идарасы ярҙамсыһы, 1849 й. — 5‑се...

ҠОТЛОБАЕВТАР

ҠОТЛОБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Зөбәйер Ҡ., 1823— 35 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы; уның улдары Ноғман Зөбәйер улы Ҡ. (1809, Кәмил а. — ?), хорунжий. 1816 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 10‑сы башҡ....

ҠЫУАТОВТАР

ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й....