Список материалов
ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы
ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы (1841, Ырымбур губ. — 1892, Ғосман империяһының Джидда ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ырымбур башҡорттарынан (дворяндарҙан тип фараз ителә). Действительный статский советник. Төрки, фарсы һ.б. телдәрҙе белгән. Себер кадет корпусын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1864)...
ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ
ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ,1875 й. сауҙагәр И.П.Беляков тарафынан Златоуст өйәҙе 2‑се Әйле улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Саҡмаҡлы й. (Әй й. басс.) буйында суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Беляков, 1877 й. алып И.И.Беляков. Иван-Павловка тау округына ингән....
ИВАНОВ Виталий Петрович
ИВАНОВ Виталий Петрович (3.6.1952, БАССР-ҙың Бишбүләк р‑ны Вишнёвка ҡсб), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2006). Сыуашстан Республикаһының атҡ. фән эшмәкәре (2008). Сыуаш ун‑тын тамамлаған (1976). 1976—78 йй., 1981—92 йй. һәм 1997 й. башлап Сыуаш гуманитар фәндәр ин‑тында эшләй (2006 й. алып баш ғилми хеҙм‑р,...
ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР
ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР, Рәсәйҙә 18 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәр категорияһы, 1794 й. сиркәү ерҙәрен дәүләт мөлкәтенә әйләндереү арҡаһында Экономия коллегияһы ҡарамағына бирелгән элекке монастырь крәҫтиәндәренән формалаша. И.к. дәүләт ерендә йәшәгән һәм бүлеп бирелгән ерҙән файҙаланған, монастырь ерҙәренең...
ИЛЕШЕВ Ғөбәйҙулла Шәрип улы
ИЛЕШЕВ Ғөбәйҙулла Шәрип улы [10.11.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Түбәнге Сирбай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.8.2009, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған (1961). 1944—51 йй. СССР...
ИЛИЗАРОВ Борис Семёнович
ИЛИЗАРОВ Борис Семёнович (24.4.1944, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1986). С.С.Илизаровтың ағаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлаған (1969). 1973 й. башлап Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1979 й. — Мәскәү тарих‑архив ин‑тында (1981 й. алып архив эше теорияһы...
ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович
ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович (21.3.1950, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Б.С.Илизаровтың ҡустыһы. Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1975 й. алып РФА‑ның Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы ин‑тында (1990 й. башлап...
ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә С.П.Дервиз тарафынан Рус сауҙа‑сәнәғәт банкыһы ҡатнашлығында ойошторола. 1917 й. тиклем Дервиздар ғаиләһе контроле аҫтында була. 1898 й. йәмғиәттең төп капиталы 2,4 млн һум (250‑шәр һумлыҡ 960 акция) тәшкил итә; күсемһеҙ милек хаҡы 1899 й. —...
ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ
ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ирген й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында Осокиндар тарафынан Түб. һәм Үрге Ирген баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1800 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804) алып А.А.Кнауф,...
ИСТОМИНА Энесса Георгиевна
ИСТОМИНА Энесса Георгиевна (16.6.1943, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1984), проф. (2003). Журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Псков һәм Новгород ҡҡ. архивтарында эшләй. 1969 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив...
ИСТОРИОГРАФИЯ
ИСТОРИОГРАФИЯ (гр. historia — үткәндәр, белгәндәр т‑да хикәйәләү һәм ...графия), билдәле бер дәүергә, темаға арналған тикшеренеүҙәр йыйылмаһы. Башҡортостан терр‑яһы һәм унда йәшәгән халыҡтар т‑да тәүге яҙма телгә алыуҙар грек сәйәхәтселәренә ҡарай. Аримасптар, аргиппейҙар, иирктар т‑да мәғлүмәттәр Аристей...
ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы
ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы (7.9.1959, БАССР-ҙың Иглин р-ны Меңйетәр а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1989 й. алып РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында эшләй (Мәскәү), 1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта РФА‑ның Соц. реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы б‑са...