Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ. — 7.12.2020, Мәскәү ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө ҡ.) ғилми директоры, бер үк ваҡытта 1992 й. алып...

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ, килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡлауға, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, соц. өлкәне һаҡлауға, соц. конфликттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәүләт программаларын бойомға ашыра торған саралар системаһы. С.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының...

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ, йәмғиәттең һәм уның айырым ҡатламдарының структураһын, соц. статус һәм ролдәрҙе дифференциациялау системаһын аңлатҡан социол. төшөнсә; социология тармағы. К.Маркстың (нигеҙендә — милеккә етештереү сараһы булараҡ мөнәсәбәт), М.Веберҙың (власть һәм абруйҙың бүленеүе), функционализм...

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ, мәнфәғәттәре, ҡиммәттәре һәм тәртип нормалары уртаҡ булған кешеләрҙең тарихи билдәле бер йәмғиәт эсендә барлыҡҡа килгән сағыштырмаса тотороҡло берлеге. С.т. соц. контролдең төрлө кимәлдәре бар: төркөм һаны кәмеү м‑н соц. контроль һәм соц. бәйләнештәр нығый бара. Ҙур С.т. — соц. синыф,...

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ, экология бүлеге, йәмғиәт м‑н тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнештәре т‑дағы фәндәрҙең дисциплина‑ара комплексы. С.э. кеше м‑н тәбиғәт араһындағы ҡаршылыҡтарҙы асыҡлай, йәшәйеш мөхитен һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатында уларҙы хәл итеү юлдарын нигеҙләй. Төрлө экологик һәм соц. шарттарҙа йәшәү...

СОЦИОЛОГИЯ

СОЦИОЛОГИЯ (лат. societas — йәмғиәт һәм ...логия), бөтөн система булараҡ йәмғиәт һәм айырым соц. институттар, процестар, төркөмдәр, берлектәр, шәхес м‑н йәмғиәт мөнәсәбәте, кеше тәртибе законлыҡтары т‑дағы фән. Ижт. фәндәр системаһында үҙәк урындарҙың береһен биләй, 40‑тан ашыу махсус тармағы (шәхес,...

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман ул

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман улы (5.4.1957, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Гусев а. — 6.1.1996, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Йәнгел урта мәктәбе директоры урынбаҫары, 1980 й. алып Әбйәлил районы...