Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАРИАЦИЯЛАР

ВАРИАЦИЯЛАР (лат. variatio — үҙгәреш), 1) теманы (ҡайһы саҡта ике йәки күберәк) артабан үҙгәртеп ҡабатлауҙар м‑н сағылдырыуға ҡоролған муз. форма. Теманың көйө, ритмы, фактураһы, гармонияһы, тембры, тоны, композицияһы, жанры, образы үҙгәрергә мөмкин. В. үҙ аллы муз. әҫәр, ш. уҡ ҙур вокаль йәки инструменталь...

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы (16.5.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1995) артисы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Уча‑ лы балалар муз. мәктәбендә уҡыта, 1973 й. алып Башҡ. филармонияһы, 1985 й. — Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты...

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран районы Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡаҙанған артисы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1979; Д.Ә.Мусин класы). 1970 й. алып Туймазы ҡ. мәҙәниәт һарайы, 1973—74 йй. Бүздәк район мәҙәниәт...

ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы

ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы (26.3.1888, Ырымбур ҡ. — 2.1.1956, Өфө), композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). 1917 й. алып Көнсығыш муз. мәктәбе (Ырымбур) уҡытыусыһы, 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, унда художестволы үҙешмәкәрлекте...

ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы (14.12.1914, Ҡазан губ. Шәмбалыҡсы а. — 24.2.2003, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ, РСФСР-ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1942) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1938;...

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы (20.9.1935, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а. — 3.1.2007, Өфө), режиссёр. РФ‑тың (1996) һәм БАССР- ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Рен. А.Вәлиуллиндың һәм Рим А.Вәлиуллиндың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1966; И.М.Туманов класы)....

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы (12.2.1966, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.), йырсы. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2003) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1991; Ә.К.Мәсәлимова класы), ӨДСА‑ны (2001; Р.М.Мусина класы) тамамлаған. 1991 й. алып “Таусы” мәҙәниәт йорто, 1998 й. — Башҡ. филармонияһының Нефтекама...

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович (7.1.1874, Ҡазан губ. Алабуға ҡ. — 12.11. 1948, Ҡазан), комп., муз.- йәмәғәт эшмәкәре. ТАССР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Мәскәү ун-тын тамамлағандан һуң (1899) 1920 й. тиклем Өфө, Златоуст, Вятка, Уржум ҡҡ. юрист булып эшләй. 1921—30 йй. Татар сәнғәт техникумында уҡыта,...

ВОКАЛЬ МУЗЫКА

ВОКАЛЬ МУЗЫКА, йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыка. В.м. әҫәрҙәре башҡарыусылар составы б‑са [яңғыҙ, ансамбль, хор м‑н (ҡара: Хор музыкаһы)], муз. ҡоралдарына ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappellа) башҡарыуға ҡарап, муз. ҡоролошо б‑са (бер йәки күп тауышлы, гомофон‑гармоник йәки полифоник) айырыла. Тауыштың...